ҠЫРҒЫҘ
батырҙар Урал яғындағы йыйындарға ла барып, көрәшеп, үҙҙәренең көсөн күрһәтеп ҡайта торған булғандар. Н. Мусин. Бында ҡыш уртаһы үтеү менән, бөтә шәкерттәр ҡырғыҙ, ҡаҙаҡ араһына таралалар, йылдың 8—9 айын шунда үткәрәләр ине. М. Ғафури. Унда, һулаҡай ҡанат яуҙа, эшселәр юҡ, тик ауыл, даланан йыйылған ҡаҙаҡ, ҡырғыҙ, башҡорттар ғына ине. А. Таһиров.
ҠЫРҒЫҘ II (Р.: название рода и родового подразделения башкир; И.: Bashkir clan names; T.: Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Илеш районында йәшәгән ырыу һәм әйле ырыуы тармағы. □ Киргиз (название рода и родового подразделения башкир-айлинцев).
ҠЫРҒЫҘСА (Р: по-киргизски; И.: in Kirghiz; T.: Kırgızca) р.
1. Ҡырғыҙ телендә. □ По-киргизски. Ҡырғыҙса йырлау. Ҡырғыҙса һөйләшеү. ■ Проломный трактында, студенттар ашханаһында, береһе шаҙра ҡырғыҙ, икенсеһе һары сәсле рус егете — ике студент — ара-тирә ҡырғыҙсамы, ҡаҙаҡсамы һөйләшеп, тупаҫ һүгенәләр ине. Ә.-З. Вәлиди.
2. Ҡырғыҙ халҡына хас. □ По-киргизски. Ҡырғыҙса бейеү. Ҡырғыҙса кейенеү. ■ Тик тышҡы яҡтан ҡырғыҙ уҡыусыларының кейем-һалым формаһы үҙгәрә, ярым ҡырғыҙса. Ғ. Хөсәйенов.
ҠЫРҒЫЙ (Р: чужой; И.: alien; T.: yabancı) с. иҫк.
Ҡырҙан килгән; сит, ят. □ Чужой. ■ Улай ғынамы, ҡолан ит-һуты, тәндәргә таралып, бәндәнең көс-кәрен арттырып ҡына ҡалмайынса, ҡандарын ҡыҙҙырып, дәрт-нәф-селәрен ҡуҙғытып, әллә ниндәй ҡылымһыр ҡылыҡтарын, ярһыуҙарын, әлмисаҡтағы ҡырғый тойомдарын да ҡуҙғытып ҡуя кеүек. Ғ. Хөсәйенов.
ҠЫРҒЫЙ КӘЗӘ и. диал. ҡар. ҡоралай. ш Ҡырғый кәзә элек күп ине. Экспедиция материалдарынан.
ҠЫРҒЫЛЫҠЛЫ с. диал. ҡар. үҙ һүҙле.
■ Улым ҡырғылыҡлы түгел. Экспедиция материалдарынан.
ҠЫРҒЫН (Р: резня; И.: slaughter, butchery, carnage; T.: kıyım) и.
1. Һуғыш, яуҙағы күмәк ҡырылыш. □ Резня, бойня. ■ Башҡорттар менән заводсылар араһында Урал өсөн бик күп ҡырғын булған. Хикәйәттән. Тик ятҡан ғәскәрҙән дә яман нәмә юҡ. Ҙур яу, ҡырғын кәрәк уға. Ә. Хәкимов. Ауыл ҡарттары һөйләүе буйынса, Аҡ батша менән Әбей батша араһында ҡырғын барған йылдарҙа, ауылдың иң матур һәм батыр егете иптәштәре менән Аҡ батшаға хеҙмәткә китә. «Башҡортостан уҡытыусыһы», № 8, 2006. • Ҡырҡ өйҙә ҡоҙа булһа, ҡырғын килмәҫ. Мәҡәл.
2. Халыҡты, малды күпләп үлтергән афәт. □ Мор. Ҡырғын төшөү. ■ Мал духты-рының да мыйыҡ остарын майлап, тауыҡҡа төшкән яман ҡырғын тураһында акт-факт яҙҙыртырға онотма. Й. Солтанов. Һуғыштан һуңғы ир-атҡа ҡырғын килгән йылдарҙа, ғиффәтле ҡыҙҙарға кейәү сыҡмаған бер мәлдә, Ғәлимә үҙенең әҙәмсә тормошҡа сы-ғыуынан өмөтөн бөтөнләй өҙҙө. Т. Ғарипова. Күп балалы әсәләргә төштө ҡырғындың ҡатыһы. Ғ. Хөсәйенов. • Ҡырҡ йыл ҡырғын булһа ла, әжәл етмәй үлем юҡ. Мәҡәл. Түрә һимерһә, ҡырғын килә. Мәҡәл.
♦ Ҡырғын тейгер {йәки төшкәр) ҡарғағанда әйтелә. □ Чтоб мор напал (проклятие).
ҠЫРҒЫС (Р.: скребница; И.: currycomb, horsecomb; T.: kaşağı) и.
1. Малды ҡырып таҙартыу өсөн ҡулланылған тешле ҡорал. □ Скребница. Ағас ҡырғыс. Тимер ҡырғыс.
2. Өйҙө, иҙәнде ҡырып йыуа торған яҫы, ҡалын бысаҡ. □ Тесак. Иҙәнде ҡырғыс менән таҙартыу. Ҡырғыс менән йыуыу. Ҡырғыс менән ағартып йыуыу. Ҡырғыс менән йыуылған иҙән.
752