Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V. 753 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠЫРҘЫРЫУ
3. Ышҡып, йәшелсә ҡырыу өсөн ҡулланылған тишекле-тишекле ҡорал. □ Тёрка. Ваҡ ҡырғыс. Эре ҡырғыс. ■ Кишер менән керәнде ваҡ ҡырғыста ҡырып бутайһың да шуға ҡаймаҡ, тоҙ, шәкәр ҡомо ҡушаһың. «Башҡортостан ҡыҙы», № 8, 2009. Уҡытыусы әрселмәгән торманы ҡырғыстан ҡырған арала, Гавриил бабай сәйгүндә кипкән ҡурай еләге бешерҙе. Картотека фондынан.
4. Ҡыра, ҡырып таҙарта торған һәр төрлө башҡа ҡорал. □ Скребок. Скважина ҡырғысы. М Әминә был ваҡытта электр лебёд-каһы урынлашҡан будкаға, йырлай-йырлай, скважинаға ҡырғыс төшөрә ине. Н. Асанбаев. Торбаларҙы таҙартыу эшен операторҙар ҡырғыстар ярҙамы менән башҡаралар. Т. Арслан. Ҡырғысты өҫкә күтәреү өсөн катушканы яңынан әйләндерә башлағайны, Ләйләнең ҡулдары, беләктәре бик тиҙ талып, күҙ алдары ҡараңғыланып китте. С. Поварисов. • Һапһыҙ балта — ҡаҙан ҡырғысы. Мәҡәл.
5. диал. ҡар. ҡарлау 1.
ҠЫРҒЫСЛАТЫУ (ҡырғыслат-) ҡ. йөкм. ҡар. ҡырғыслау, понуд. от ҡырғыслау. Атты ҡырғыслатыу.
ҠЫРҒЫСЛАУ (ҡырғысла-) (Р.: скрести; И.: scrape; T: kazımak) ҡ.
1. Ҡырғыс менән малды ҡырып таҙартыу. □ Скрести скот. Ҡырғыслап алыу. Ҡырғыслап бөтөрөү. Ҡырғыслап сығыу. Ҡырғыслап тороу. К Ҡарт, оҙон ағас тараҡ тотоп, Ерәнҡашҡаны ҡырғыслай ине. Й. Солтанов. Икенсе көндө иртә менән Хәсән йоҡонан уянғансы Зәйтүнә сыбарҡайын һуңғы тапҡыр һауып: «Айырылышабыҙ, аҡыллыҡайым, һөтлөкәйем минең, айырылышабыҙ!» — тип арҡаһынан һөйөп-һөйөп бер иланы ла, йөндәрен ҡырғыслап таҙартып, колхоз идараһына етәкләп алып китте. Ф. Әсәнов. Салауат үҙ атын йөҙҙөрә торған малайҙан алды, һай ергә сығып, аттың арт һандарын, яурындарын бармаҡтары менән ҡырғыслап йыуырға тотондо. А. Таһиров.
2. Өйҙө, иҙәнде ҡалын бысаҡ менән ҡырып йыуыу. □ Очищать полы тесаком. Иҙәнде ҡырғыслап тороу.
3. Ҡырғыс менән ышҡып, йәшелсә ҡырыу. □ Тереть на тёрке. Кишерҙе ҡырғыслау. Сөгөлдөрҙө ҡырғыслау. Ҡырғыслап салат әҙерләү. Ваҡ итеп ҡырғыслау. Эре итеп ҡырғыслау.
4. Берәй ҡорал менән ҡырып таҙартыу. □ Работать скребком. Торбаларҙы ҡырғыслау. Ҡырғыслау механизмы. Скважинаны ҡырғыслау. М [Ғәлиәхмәт:] Ә бына тракторыңды ҡәҙерләй белмәйһең, ҡустым, ҡырғыслап йыуырлыҡ бысраҡ. Р. Байымов. Ҡар иреү менән ҡыш түгелгән нефтте күпме ҡырғыслап яфаландылар, тамсыһы ла китмәһен тинеләр, ә бында тонналар урғылып аҡһын әле! Р. Солтангәрәев.
ҠЫРҒЫСЛАШЫУ (ҡырғыслаш-) ҡ. урт. ҡар. ҡырғыслау, взаимн. от ҡырғыслау.
ҠЫР-ҒӘЛӘМӘТ и. диал. ҡар. дыу-ғәләмәт.
ҠЫР-ҒӘЛӘМӘТ КИЛЕҮ (ҡыр-ғәләмәт кил-) ҡ. ҡар. дыу-ғәләмәт килеү.
ҠЫРҘАС и. диал. ҡар. ҡыраз 3. Тау ҡырҙасы.
ҠЫРҘАУ I (ҡырҙа-) ҡ. диал. ҡар. уйлау. Балаҡайым йоҡларға ҡырҙай.
ҠЫРҘАУ II и. диал. ҡар. ҡыра I, 2. Анау бесән ҡырҙауын өй.
ҠЫРҘЫҠ (ҡырҙығы) (Р: конопляное семя; И.: hemp seed; T: kenevir tohumu) и. диал.
Киндер орлоғо. □ Конопляное семя.
ҠЫРҘЫҠЫ с. диал. ҡар. ҡырғы II. Ҡырҙыҡы кешеләр былар.
ҠЫРҘЫ МЫЛТЫҠ (мылтығы) и. диал. ҡар. һыҙма мылтыҡ.
ҠЫРҘЫРЫЛЫУ (ҡырҙырыл-) ҡ. төш. ҡар. ҡырҙырыу, страд, от ҡырҙырыу. ■ Шафиҡ һул ботон уң бото өҫтөнә һалды. Терһәген шунда ҡуйып, ҡулын һул яҡ яңағына, ҡырҙырылған сикәһенә ҡуйҙы. Ғ. Хәйри.
ҠЫРҘЫРЫУ (ҡырҙыр-) ҡ.
753