ҠЫРЖАН
1. йөкм. ҡар. ҡырыу I, 1—5. понуд. от ҡырыу I, 1—5. һаҡалды ҡырҙырыу. Иҙәнде ҡырҙырыу. ■ Таҡыр итеп ҡырҙырған башына таҡыя кейгән, сал төшкән һаҡал-мыйығын да ипкә килтереп ҡырҡҡан. Н. Мусин. Кешеләрҙе күрәләтә ҡырҙырырға теләмәгән Шай-моратовтың да асыуы ҡабарҙы. Я. Хамматов. Асыҡ, тигеҙ далала көпә-көндөҙ йәйәүлеләрҙе йүгертеп һөжүмгә башлап, күп һалдат ҡырҙырыуҙары һалдаттарҙың офицерға булған асыуҙарын ғына ҡабартты. А. Таһиров.
2. Ҡорал ярҙамында нимәнелер ҡырыу. □ Скоблить, скрести. Тимерҙе игәү менән ҡырҙырыу. Ҡырҙырып тигеҙләү. Ҡырҙырып үткерләү.
ҠЫРЖАН с. диал. ҡар. оҙон тороҡло. Ҡыржан бейә.
ҠЫРЖАУ с. диал. ҡар. сабан. Ҡыржау ат.
ҠЫРЖЫҠ с. диал. ҡар. ябыҡ. Я Беҙҙең кеүек ҡыржыҡ түгел. Экспедиция материалдарынан.
ҠЫР КИЛЕҮ (ҡыр кил-) ҡ. диал. ҡар. зыҡ килеү. Балалар ҡыр килеп шаяралар.
ҠЫР КӨЙӨГӨ и. диал. ҡар. йәнлек. Ҡыр көйөгөн аулау.
ҠЫР КӘРКӘҺЕ и. зоол. диал. ҡар. ҡорохтан. Ҡыр кәркәһе йомортҡаһы.
ҠЫР КҮГӘРСЕНЕ и. зоол. диал. ҡар. алатуба. ■ Дала буйлап бығаса күҙгә салынмаған бүреләр, ҡыҙыл төлкөләр, ҡуяндар сабыша, аяҡ аҫтынан ҡорҙар, ҡыр күгәрсендәре пырылдап осоп сыға. Ә. Хәкимов.
ҠЫР КӘЗӘҺЕ и. зоол. диал. ҡар. һаралйын. ■ Шәүрә, шуны ғына көткәндәй, ел-дауылдай өйрөлөп, иҙәнде емерә баҫып тыпылдап, ҡыр кәзәһе шикелле етеҙ йүрмәләп бейеп китте. 3. Биишева.
ҠЫРҠ (Р.: сорок; И.: forty;T: kırk) төп һ.
1. Дүрт тиҫтә, 40-ҡа тиң иҫәп. □ Сорок. Ҡырҡ бала. Ҡырҡ дәфтәр. Ҡырҡ өй. Ҡырҡ төн. Ҡырҡ йыл. Ҡырҡ йәш. Ҡырҡ тин аҡса. Я Был байҙың ҡырҡ баш йылҡыһы булған. Әкиәттән. Элекке йөҙ утыҙ, йөҙ ҡырҡ кешелек
рота хәҙер ике йөҙ алтмыш кешелек булған. А. Таһиров. [Гәнкәбикә:] Эйе. Ағайыңдың үле хәбәре килеүенә ҡырҡ көн тулмаған. Нисек күңелегеҙ төшә шул уйынға ? М. Кәрим. Ғариф ҡырҡ йәштәрҙәге ир уртаһы кеше хәҙер. Ж. Кейекбаев. Бәләкәй кәүҙәле, ябыҡ аҡ йөҙлө, ҙур һоро куҙле ҡырҡ йәштәрҙән уҙған был ҡатындың ҡасан йоҡлағанын, ҡасан өйөнә ҡайтып ял иткәнен дә белерлек тугел ине. Ф. Әсәнов. Ҡырҡ йылдан артыҡ ғүмереңде бер һуҡмаҡтан атлап уткән кешене юғалтыу, нисек кенә булмаһын, ай-һай, ҡыйын икән шул. Н. Мусин. • Шығырлауыҡ ағас ҡырҡ йыл ултырыр. Мәҡәл. Йәшем етте ҡырҡҡа, эшем китте шырҡҡа. Мәҡәл. Бер кеше бәхеткә менһә, ҡырҡ кеше тәхеткә менә. Мәҡәл. Кәмәне ҡоро ерҙә ҡырҡ кеше күтәрә. Мәҡәл. Ғаҡрап башында ҡар яуһа, ҡырҡ көн ҡара ятыр. Әйтем. Уңған кеше ҡылды ҡырҡҡа ярыр. Мәҡәл. Кырҡ ҡаҙ бер тыу бейәне алмаштыра. Мәҡәл. Ҡаланың ҡапҡаһы ҡырҡ. Мәҡәл. Ҡырҡ йортҡа бер энә. Әйтем.
2. Һан һәм күләмдең юғары дәрәжәһен белдереү өсөн ҡулланыла; бик күп. □ Очень много. Кырҡ торло һөйләү. Ҡырҡ ҡорау быяла. Я һәм ул, ҡыш Тоня янында больницала беренсе тапҡыр булғандан һуң, ҡырҡ төрлө уй эсендә өйөнә ҡайтырға сыҡҡанын иҫенә алды. А. Абдуллин. Штаб землянкаһына иртүк килеп ингән, ҡырҡ төрлө һорау алып, ҡырҡ төрлө тикшерелергә тейешле сәйер кешене лә ул шаҡтай хуш күңелдән ҡабул итте. М. Кәрим.
♦ Ҡырҡ ата <ның> балаһы төрлө кешеләр, төрлө халыҡ. □ Сброд. Ҡырҡҡа ярылырҙай булыу эш күп, тығыҙ булып, өлгөрөргә тырышыу. □ Разрываться на части. Кырҡ ҡорама, илле сөй нимәнеңдер тарҡаулығын, берҙәм булмағанын белдергәндә әйтелә. □ Разобщённый, недружный. Я [Ямал:] Тыштан ғына колхоз инде, ә эсенән — ҡырҡ ҡорама, илле сөй. М. Тажи. Кырҡ ҡыуыҡ диал. ҡар. бойлоҡһоҙ 1.
754