Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V. 755 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠЫР ҠАҘЫ
Ҡырҡмаһа {йәки ҡырылмаһа) ҡырҡ самаһыҙ күп, иҫәпһеҙ күп. □ Очень много. Ҡырҡмаһа ҡырҡ кеше. Ҡырҡмаһа ҡырҡ төрлө эш. ■ Дәуләт алдында бурыслы хужалыҡтар юҡ иҫәбе. Ашлығын да, ҡырылмаһа ҡырҡ төрлө һалымын да һәр кем тиҙерәк туләп ҡотолорға тырыша. Ә. Хәкимов. Ҡолаҡ төбөндә генә иҫертеп селтер-селтер шишмә йырлауын, ҡырылмаһа ҡырҡ төрлө ҡоштарҙың ботаҡтарҙа арыу-талыу белмәй сут-сут көмөш тәңкә тиреуҙәрен иҫәнгерәп кисерә. Й. Солтанов. Ул тауҙар араһынан мине ҡырҡмаһа ҡырҡ урядник килеп, аяҙ көндө сыра яндырып эҙләһәләр ҙә таба алмаясаҡтар. Ж. Кейекбаев. Алтынбөртөк менән Рәшит был көндәрҙә ҡырҡмаһа ҡырҡ тапҡыр осрашалар, телдәре менән әйтә алмаған йөрәк серҙәрен бер-береһенә ҡараштары менән аңлаталар. Ф. Әсәнов. Ҡырҡ ҡат әйттереү күп тапҡыр әйттереү. □ Вынуждать многократно повторять. Ҡырҡ ҡойроҡ һүҙендә тора белмәгән. □ Необязательный, не держащий обещания. Ҡырҡ ҡорама, ҡырҡ ямау иҫкергән, туҙған нәмәләргә ҡарата әйтелә. □ Старьё, изношенное (одежда, вещь). Ҡырҡ сөйҙөң береһе ҡалмау бик ныҡ ҡурҡыу. □ Сильно испугаться. Ҡырҡ төргә инеү кем менән аралашыуға, урынына ҡарап, ҡы-лыҡ-ҡиәфәтте төрлөгә үҙгәртеү. □ Быть непостоянным, меняться в зависимости от ситуации. Ҡырҡ <төрлө> һүҙгә етеү юҡ ҡына сәбәп өсөн дә оҙаҡ мыжып һөйләнеү. □ Мелочный, сварливый. ■ «Мин былтыр, бер бейәне һатып, өйҙө ҡыйыҡлап алайыҡ әле, әсәй, тигәс, һин ҡырҡ төрлө һуҙгә еттең», — тип, Миңлебай әсәһенә һуҡранып алды. Т. Йәнәби, һуң, ҡарттар, башҡорт ерендә урман бөткәнме ни? Ниңә шуның өсөн ҡырҡ һуҙгә етергә? Ж. Кейекбаев. Уңайына тура килмәгәндә инде (ә ундай сағы куберәк була торғайны), унан көтмә: бәләкәй генә нәмә өсөн ҡырҡ һуҙгә етә, нәҫел-нәсәбеңде ҡалдырмай тетеп ташлай. К. Мәргән. Үҙ ҡырҡы
ҡырҡ үҙ һүҙе генә һүҙ. □ Считать правильным только своё мнение.
ҠЫРҠА (Р.: резко; И.: sharply; T.: ani, sertçe)p.
1. Бик етеҙ хәрәкәт менән, ҡапыл. □ Резко. ■ Ул [Виктор Николаевич], ошоларҙы әйткәс, һуҙҙәре ахырына нөктә ҡуйған һымаҡ, уң ҡулын ҡырҡа һелтәне лә уҙ юлына китте, ә Аҡсәскә тышҡа атланы. Б. Бикбай. Ахыр Хаммат, ваҡытһыҙ баҫып килгән уй ҡоршауҙарын өҙә һуҡҡандай итеп, ҡулдарын ҡырҡа һелтәп ебәрҙе лә таш өҫтөнән тороп китте, еңел-еңел баҫып, йәһәтләп йөрөп алды, унан киң йәйләуҙә уҙен яңғыҙ хужа һанап, һаман әле ҡояшта ҡыҙынып ятҡан сыбар йыланды ҡулындағы ҡайыш ҡамсы менән урталай өҙә һуҡты. 3. Биишева. Ул [буре] инде кунегелгән таҫыл хәрәкәт менән ырғырға әҙерләнеп бөткәйне, ҡапыл әллә ниндәй ҡеуәтле геуләу зиһенен ҡырҡа тартты. Ә. Хәкимов.
2. Киҫкен, ҡәтғи рәүештә. □ Строго. Ҡәм-селектәрҙе ҡырҡа бөтөрөу. Эштең сифатын ҡырҡа кутәреу. Ҡырҡа уҙгәреу. Ҡырҡа баш тартыу. Ҡырҡа ҡаршы булыу. Ҡырҡа киҫәтеу. М Ямниха һөйләгәндән һуң, ҡушылыуға ҡырҡа ҡаршы килеусе булманы. Н. Мусин. [Закиров:] Мин ҡырҡа ҡаршы төштөм. Сәғәҙиев ҡарттарҙы йыйҙы. А. Абдуллин. Булмәләге шау-шыу баҫылғас, Нифантов ҡырҡа әйтте: «Үҙебеҙгә нисек кенә ҡыйын булһа ла, дошмандан азат ителгән нефть промыслаларын аяҡҡа баҫтырыуҙа ярҙамлашырға бурыслыбыҙ!» Я. Хамматов.
ҠЫР ҠАҘЫ (Р.: дикий гусь; И.: wild goose; T.: yabankazi) и. зоол.
Кеше тарафынан эйәләштерелмәгән ҡырағай ҡаҙ. □ Дикий гусь (лат. Anser anser). М Ҡайһы саҡта ҡыр ҡаҙҙары ла, торналар ҙа Емештең тәҙрәһе тәңгәленән, тубән-дән генә уҙып китәләр. 3. Биишева. Торналар, ҡыр ҡаҙҙары, сыйырсыҡтар, тағы әллә купмеһе — бөтөнөһө, дала киңлектәрендәге
755