ҠЫР ҠАҘЫ ЮЛЫ
эреле-ваҡлы йылға-кулдәрҙә тыуып, ҡанат яҙған бит инде. Ә. Хәкимов.
ҠЫР ҠАҘЫ ЮЛЫ и. астр. ҡар. ҡош юлы.
ҠЫРҠ АҠШАМ (Р.: чтение молитвы по усопшему в течении сорока дней по вечерам; И.: prayers for the deceased during forty days in the evening; T.: definden sonra kırk akşam dua okuyarak anma) и. дини.
Мәрхүмгә бағышлап, ҡырҡ көн кискә табан доға уҡыу йолаһы. □ Чтение молитвы по усопшему в течении сорока дней по вечерам.
ҠЫР ҠАНДАЛАҺЫ (Р: полевой клоп; И.: field bug; T: lekeli bitki böceği) и. зоол.
Үҫемлектәрҙең япрағы, сәскәһе менән туҡланып, уларҙың үҫеүен тотҡарлаусы ҡоротҡос бөжәк. □ Полевой клоп (лат. Lygus pratensis).
ҠЫРҠАР (P: по сорок; И.: by forty; forty each; T.: kırkar) бул. һ.
Һәр береһе ҡырҡҡа тиң. □ По сорок. Ҡырҡар ҡәләм. Ҡырҡар уҡыусы. М Ул башта Үҙәште буйында Оҙон туғайҙағы уҙенең йән башына тейгән сабынлығына барҙы һәм, ундағы ҡырҡар кубәнән ҡойған ике ҙур кәбәнде куреп, маһайҙы. Ж. Кейекбаев. Минең һиңә ике йыл ҡырҡар һумға хеҙмәт иткәнем етмәй, миңең өсөн пособие алып тормаҡсы булаһың, тинем, пальтоны тартып алдым да кейҙем. А. Таһиров. Туҡта, һуң әле был ни эшләп былай булды? Сирек сәйең бер тәңкә. Ике ҡаҙак шәкәрең ҡырҡар тиндән һикһән тин. Бер һум һикһән тин булды. Ғ. Дәүләтшин.
ҠЫРҠ АРПА (Р: способ магического лечения ячменя; И.: magical way of treating a walleye; T: arpacığı büyü ile tedavi etmek) и. этн.
Күҙгә сыҡҡан арпа шешен ҡырҡ арпа орлоғо менән дауалау йолаһы. □ Способ магического лечения ячменя с сорока зёрнами ячменя. Ҡырҡ арпа име.
ҠЫРҠАШЫУ (ҡырҡаш-) ҡ. диал. ҡар. ҡарышыу I.
ҠЫРҠАЯҠ (ҡырҡаяғы) (Р: сороконожка; И.: centipede; T: kırkayak) и. зоол.
Дымлы, бысраҡ урындарҙа була торған ваҡ-ваҡ ҡына күп аяҡлы аҡһыл күк төҫтәге бөжәк. □ Сороконожка (лат. Myriapoda). ■ Кырҡаяҡҡа, йә әле утыҙ өсөнсө аяғың менән йөрөп курһәт, тигәс, бөтә йөрөуен яңылыштырған, ти. Әкиәттән. Тубә таҡта, өрлөк буйҙары, өй мөйөштәренә урмәксе ауы ҡоролған, уға саң ҡунған, стена буйҙары ҡандала, ҡырҡаяҡ кеуек хәшәрәттәрҙән йырып алғыһыҙ. Т. Хәйбуллин.
ҠЫРҠА-ЯРАН (Р: резко; И.: sharply; T.: kati) р. иҫк.
Ҡәтғи рәүештә. □ Резко. М Йәнбирҙе ҡарт улдарына йола өйрәтеп ҡуйған, ти, ҡан эсеуҙән балаларын ҡырҡа-яран тыйған, ти. «Урал батыр».
ҠЫРҠ БЕР (Р.: сорок один; И.: forty-one, an odd number; T: kırk bir, sünnetçiler için tehlikeli sayı) h. миф.
Имселәрҙең, күрәҙәселәрҙең, бабаларҙың мифлаштырылған һаны. □ Сорок один (мифологизированное опасное число). ■ һөйәл бөтһөн өсөн, уның өҫтөндә кук ептән ҡырҡ бер төйөн төйнәп, мунса эләукәһе аҫтына ташларға кәрәк. Экспедиция материалдарынан.
ҠЫРҠБЫУЫН (Р: хвощ; И.: horsetail, scoring rush; T.: atkuyruğu) и. бот.
Йомшаҡ йәшел быуынтыҡ һабаҡлы, ылыҫ кеүек нәҙек япраҡлы, юғары төҙөлөшлө һеркәле үҫемлек; шыршы үлән. □ Хвощ (лат. Equisetum). Урман ҡырҡбыуыны. Ялан ҡырҡбыуыны.
ҠЫРҠЙӘЙМӘ (Р: ритуальные лепёшки; И.: ritual forty flat cakes after one’s death; T: definden sonra verilen anma yemeği) и. этн.
Мәрхүмдең ҡырҡын үткәреүгә бешерелгән 40 йәймә. □ Ритуальные лепёшки (ритуальная пища в виде 40 лепёшек для поминки в сороковины). ■ Кеше улеп ҡырҡы етһә, ҡырҡйәймә йәйеп аят уҡыталар. Башҡорт мифологияһынан.
756