Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V. 757 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠЫРҠҠЫС
ҠЫРҠ ҠАПҠА (Р.: магическое заклинание дождя; И.: magical ceremony during a drought; T.: kırk kapı) и. этн.
Ямғыр яуҙырыу йәки туҡтатыу йолаһы (ямғыр яумаһа, ҡырҡ өйҙән сыҡҡан мәр-хумдәрҙең ҡәберҙәренә һыу һипкәндәр). □ Магическое заклинание дождя (обычай вызывания или для прекращения затяжного дождя ).
ҠЫРҠҠАРТА и. анат. диал. ҡар. ҡатлансыҡ II. М Өҫтө-өҫтөнә әллә нисәмә пинжәк, пальтолар кейгән бер ир, аһ-уһ килеп, алпан-толпан йөрөй-йөрөй ҙә, куңеле тартҡан кеше алдында туҡтап, иңендәге ҡырҡ ҡартаны йәйеп ебәрә: һайла, йәнәһе. Ә. Хәкимов. Уның менән беҙҙең эш, Билал иптәш, ҡырҡ ҡарта кеуек, ҡатмарлы-ҡатмарлы хәлдә тора. А. Таһиров.
ҠЫРҠҠАРЫН и. анат. диал. ҡар. ҡатлансыҡ I.
ҠЫРҠҠАТ и. анат. диал. ҡар. ҡатлансыҡ I.
ҠЫРҠҠАТМАҪ и. анат. диал. ҡар. ҡатлансыҡ L
ҠЫРҠҠАТТАНСЫҠ (ҡырҡҡаттансы-ғы) и. анат. диал. ҡар. ҡатлансыҡ I.
ҠЫРҠҠОЛАС (Р.: кровохлёбка; И.: burnet; T: çayırdüğmesi) и. бот.
Роза сәскәлеләр ғаиләһенә ҡараған, башы ҡара ҡыҙыл тумалаҡ емешле, оҙон, ныҡ тарбағай һабаҡлы урман үләне. □ Кровохлёбка (лат. Sanguisorba officinalis). Ҡырҡҡолас төнәтмәһе. Ҡырҡҡолас менән дауалау. Ҡырҡҡолас тамырҙарын киптереу.
ҠЫРҠ ҠОРАМА КҮЛДӘК (күлдәге) (Р: рубашка из сорока лоскутков для младенца; И.: magical shirt for an infant; T: kirk parçadan dikilmiş bebek gömleği) и. этн.
Йола буйынса, баланы үлемдән һаҡлау өсөн ҡырҡ ҡораманан тегелгән күлдәк; ҡорама күлдәк. □ Рубашка из сорока лоскутков для младенца; имеет обереж-ную силу. М Бала тормаһа, ҡырҡ ҡорама
кулдәк тегеп бирәләр ине. Башҡорт мифологияһынан.
ҠЫРҠҠЫ (Р: ножницы для стрижки овец; И.: shears; T: yün makas) и.
һарыҡ йөнөн ҡырҡа торған ҙур ҡайсы. □ Ножницы для стрижки овец. Ҡырҡҡы менән йөн алыу. Ҡырҡҡы менән киҫеу.
ҠЫРҠҠЫЛАУ (ҡырҡҡыла-) (Р.: разрезать, разрубать; И.: clip; T: kırkmak) ҡ.
Өлөш-өлөшкә ҡырҡыу; турау. □ Разрезать, разрубать. Ҡағыҙҙы ҡырҡҡылау. ■ Заводтың цехтарын автоген менән ҡырҡҡыланыҡ, ә миллион һумлыҡ сырьены Ағиҙелгә ауҙарҙыҡ. Д. Бүләков. Таҡталарҙы, ҡырҡҡылап, землянка иҙәненә йәйҙек. И. Насыри. Хажғәле ҡарт ҡунаҡтарҙы ҡыҫтап-ҡыҫтап ашарға өндәне һәм, уҙенең мөсәһенән һимеҙ ит киҫәктәре ҡырҡҡылап алып, һоғондороп сыҡты. Ж. Кейекбаев. Дурт-биш егет ҡамыр ҡырҡҡылап кәлсә йәйәләр. А. Таһиров. [Әлимә] уҙенең ҡәләмдәрен ҡырҡҡылап ҡыҙҙарға бирҙе. Д. Юлтый.
ҠЫРҠҠЫРАУЫС и. диал. ҡар. сығанаҡ бармаҡ.
ҠЫРҠҠЫС I (Р: резец; И.: cutter; cutting tool; T: kalem) и.
1. Тимер һ. б. ҡаты нәмәне ҡырҡа торған ҡалын ҡасау һымаҡ ҡорал. □ Резец. ■ [Вәлитдин:] Боҙ ҡырҡҡыстары ҡоростан эшләнәсәк, һинең ниәтең, һинең теләгең ине бит ул купер. М. Кәрим. Ул [Аҡбулат] мастерскойға еткәндә инде, Аҡбулаттың ярҙамсыһы комсомол Яшка куптән асҡыстар, тимер ҡырҡҡыстар, ҡасауҙар, тимер бауҙар менән булашып, эшкә килеуселәргә әҙерләп йөрөй ине. Ғ. Дәүләтшин. [Юлыҡ] сумар сукеше менән ҡырҡҡысын яурынына аҫыулы ҡалтаһына һала ла баҫҡыс аратаһына ултыра. Б. Рафиҡов. Унда әллә ниндәй ғифриттән, ҡеуәт-ҡөҙрәте меңдәрсә ат көсөнән ашып киткән бульдозер уҙенең ауыр, егерме метрҙай киңлектәге ҡорос ҡырҡҡыстары менән бөтә ҡыуаҡлыҡтарҙы, уләндәрҙе рәхимһеҙ рәуештә киҫкеләгән
757