ҠЫРҠҠЫС
дә уларҙы бер урынға күккә етерҙәй кәбән һымаҡ өйгән. Р. Низамов.
2. Ағас ботаҡтарын, кипкән үлән һабаҡтарын киҫә торған ҡалын ҡайсы рәүешендәге ҡорал. □ Секатор. Ҡырккыс менән ҡороған ботаҡтарҙы киҫеү.
3. Ҡырҡа торған яҫы үткер уҡ башағы. □ Наконечник стрелы (наносящий рваную рану). Ҡырҡҡыс менән атыу. Ҡырккыс менән йәрәхәтләү.
ҠЫРҠҠЫС II (Р: жадный; И.: greedy; T.: cimri) с.
Йомош кеүек нәмәгә бик ҡаты, ныҡ һаран. □ Жадный, скупой. Ҡырккыс кеше. Ҡырккыс әҙәм.
ҠЫРҠҠЫСА и. ҡар. ҡырҡҡыс I, 3. Уҡ ҡырҡҡысаһы.
ҠЫРҠҠЫС Л АУ (ҡырҡҡысла-) ҡ. ҡар. ҡырҡҡылау. Ҡағыҙҙы ҡырҡҡыслау. Ҡыуаҡты махсус ҡайсы менән ҡыҫҡа итеп ҡырҡҡыслау.
ҠЫРҠЛАП (Р: около сорока; И.: about forty; T.: kırk civarında) сама һ.
Ҡырҡ тирәһе, ҡырҡҡа яҡын. □ Около сорока. Ҡырҡлап уҡыусы. Ҡырҡлап мал. ■ Ҡош осор алдынан Данданға ҡырҡлап ҡыр кәзәһе әҙерләргә ҡуша, шулай булмағанда, оло диңгеҙ аша сығып булмаясағын ацлата. Әкиәттән. Оло ҡапҡанан яй газ менән ингәндә, фаралар яҡтыһында казарма алдында ҡаршы алыусы ҡырҡлап хәрбиҙең тигеҙ сафы күренде. X. Ирғәлин.
ҠЫРҠЛЫ (Р: сороковой (размер)', И.: size forty; T.: kırklı) c.
Үлсәме ҡырҡ берәмеккә тиң. □ Сороковой (размер). Ҡырҡлы галуш. М Бер саҡ шулай беҙҙең магазинға килмәй торҙо ҡырҡлы итектәр... Бер ойошма төҙөп ебәрҙек беҙ, ялан аяҡ йөрөп интеккәс. Р. Назаров.
ҠЫРҠМА и. диал. ҡар. ҡырҡҡыс I, 2.
Ҡырҡма менән ҡырҡыу.
ҠЫРҠМЫШ ТАЙ (Р: стригун; И.: yearling (foal); T.: bir yaşındaki tay) c.
1. Ялы, ҡойроғо ҡырҡыулы тай. □ Стригун, стригунок (годовалый жеребёнок, которому обычно подстригают гриву). Ҡырҡмыш тай. Я Мәктәптә яҡшы шәкерт булғаны өсөн бабаһы уға [Кадирға] яҙын бүләк итеп бер ҡырҡмыш тай биреп ҡайтара. Ғ. Хөсәйенов. Ҡотҡоларҙан ҡот алынып, теҙҙәр бөгөлөрҙәй түгел ҡурҡыштан. Юлындағы һәр бер ҡарасҡынан өркһә өркһөн, әйҙә, ҡырҡмыш тай. Р. Бикбаев. Вадим үҙе лә ҡамытҡа өйрәнеп бөтмәгән ҡырҡмыш тайға оҡшабыраҡ тора. Ш. Янбаев.
2. Бер йәш тулып, икенсе йәшкә киткән тай. □ Стригун (жеребёнок на втором году жизни).
ҠЫРҠМЫШ I и. ҡар. ҡырҡмыш тай.
ҠЫРҠМЫШ II с.
1. ҡар. ҡырҡҡыс II.
2. Үҫмер йәшендәге (малай). □ Стригунок (подросток). Ҡырҡмыш кеше. Ҡырҡмыш малай. ■ Ҡырҡмыш сиған малайы ҡарама башына менеп уйнаған сағында сатырлы ботаҡта йоҡлап ҡалған да табор ҡуҙғалып киткәс кенә уянған. Й. Солтанов.
ҠЫРҠТАМЫР (Р: многокоренник обыкновенный; И.: Lemna minor, water grass species; T.: su mercimeğigillerden bir bitki) и. бот.
Тәлмәрйен тәңкәһе һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған, күлдә йөҙөп йөрөгән ваҡ ҡына аҡ тамырлы, түңәрәк япраҡлы үлән. □ Многокоренник обыкновенный (лат. Lemna polyr-rhizd). Ҡырҡтамыр япрағы. Ҡырҡтамыр сәскәһе. Ҡырҡтамыр — һыу үҫемлеге.
ҠЫРҠТАРТМА (Р: короб; И.: peddler’s box; T: seyyar satıcı sepeti) и. иҫк.
Ауыл һайын күтәреп йөрөп, ваҡ-төйәк нәмә һатыу өсөн йәтешләнгән күп тартмалы һандыҡ. □ Короб (ящик коробейника с отсеками). ■ Сәғиҙуллиндар, урам буйлап түбән табан кескәй генә лавкаларҙы, ҡырҡтартма менән шунда яланда уҡ ултырыусы ваҡ-төйәк сауҙагәрҙәрҙе үтеп, Иҙел буйына киттеләр. А. Карнай. Ҡырктартманы күтәреп ауылдан ауылға йөрөй торғас, арып ялға
758