ҠЫРҠЫЛЫУ
туҡталған саҡтарҙа иҫ киткес ҡыҙыҡлы яңы донъяға — китаптар донъяһына башкөллө инеп юғалаһың. 3. Биишева.
ҠЫРҠТАРТМАСЫ (Р.: коробейник; И.: peddler; T.: seyyar satıcı) и. иҫк.
Ҡырктартма күтәреп, ауыл һайын һатыу итеп йөрөгән ваҡ сауҙагәр. □ Коробейник. ■ Ҡырҡтартмасы Мирхәйҙәр бабай, кук алашаһын туҡтатып, сығарған тауарҙы ала ла, һәр кемгә уҙ кәрәген биреп, алға китә. И. Ғиззәтуллин. Закир башта, ҡырҡ-тартмасыға тамаҡ хаҡына ялланып, тартма кутәреп, ил гиҙеп сығып китте. 3. Биишева. Мотиғулла ҡарт, элеккесә ҡырҡтартмасы булып, сепрәк-сапраҡ, һөйәк-һаяҡ йыйып йөрөй. Яр. Вәлиев.
ҠЫРҠТЫРЫУ (ҡырҡтыр ) ҡ.
1. йөкм. ҡар. ҡырҡыу I, 1,2, 4—9. понуд. от ҡырҡыу I, 1, 2, 4—9. Ағас ҡырҡтырыу. Сәс ҡырҡтырыу. ■ Батша көн дә һөлөк кеуек ете егеттең башын ҡырҡтыра. Әкиәттән. Имай, ҡаласа ҡырҡтырған текә керпе сәсен артҡа һыйпап, ауыҙындағы папиросты ҡырын тешләнелә ялтыр ҡара битен Ай-булатҡа борҙо. һ. Дәүләтшина. Бай туғыҙ йөк утын ҡырҡтырып әрҙәнәләткән дә, өҫтөнә ҡатынды бәйләп ултыртып, ут төрткән. Әкиәттән. [Ҡош — һәубәнгә:] Мәсем хан шуға мине аттырып, ҡанатымды ҡырҡтырып, уҙемде ҡаянан ташланы. «Аҡбуҙат».
2. ҡар. ҡырҡыу 1,3. ■ [Әбей:] Урма, бар -мағыңды ҡырҡтырып ҡуйырһың. М. Тажи.
ҠЫРҠ ҺАЛМА (Р.: заговор от укуса бешеной собаки; И.: charm agains dog bite; T.: köpek ısırığını okuyup üfleme) и. миф.
Ҡоторған эт тешләүҙән имләү йолаһы исеме (өйҙән өйгә йөрөп, ҡырҡ һалма йыйып ашатаһың). □ Заговор от укуса бешеной собаки (больного кормят лапшой, собранной из сорока домов).
ҠЫРҠЪЯПРАҠ (ҡырҡъяпрағы) (Р: кровохлёбка; И.: burnet; T.: çayırdüğmesi) и. бот. диал.
Роза сәскәлеләр ғаиләһенә ҡараған күп йыллыҡ шифалы үлән; сәскәһе тәүҙә йәшел була, аҙаҡ ҡыҙғылт төҫкә инә; ҡырҡҡолас. □ Кровохлёбка (лат. Sanguisorba officinalis). Ҡырҡъяпраҡ сәскәһе. Ҡырҡъяпраҡ йыйыу. ■ [Ҡырҡъяпраҡ] июнь-август айҙарында ҡыҙыл, ҡара ҡыҙыл сәскә ата, емеше — август-сентябрҙә өлгөрә. В. Ғүмәров.
ҠЫРҠЫ (Р: сороковины; И.: sort of Moslem wake; T: kırk mevlidi) и. дини.
Мосолман дине буйынса, кеше үлгәндән һуң 40-сы көнөндә уҡылған аят. □ Сороковины (поминки на сороковой день после смерти человека). Ҡырҡына саҡырыу.
ҠЫРҠЫЛСАН (Р: стригущий лишай; И.: serpigo; T.: saçkıran) и. мед. вет.
Тән тиреһен ҡырҡа, сәсте ҡоя торған йоғошло тимрәү. □ Стригущий лишай. Ҡырҡылсан эләктереу.
ҠЫРҠЫЛСАН ТИМРӘҮ и. мед., вет. ҡар. ҡырҡылсан. ■ Малдар араһында ҡырҡылсан тимрәу ауырыуы таралды. Картотека фондынан. Ҡырҡылсан тимрәу ҙә — ваҡ бәшмәктәрҙән килгән йоғошло тире ауырыуы. В. Ғүмәров.
ҠЫРҠЫЛЫҠ (ҡырҡылығы) (Р: ножницы для стрижки овец; И.: shears; T: kırkım makası) и. диал.
Һарыҡ ҡайсыһы. □ Ножницы для стрижки овец. Ҡырҡылыҡты уткерләу. ■ Һарыҡ ҡырҡырға ҡырҡылығыңды биреп тор әле. Картотека фондынан.
ҠЫРҠЫЛЫУ (ҡырҡыл-) ҡ.
1. төш. ҡар. ҡырҡыу I, 1—9. страд, от ҡырҡыу I, 1—9. Ҡырҡылған туҡмас. Ҡырҡылып бөтөу. Ҡырҡылып ятыу. Ҡырҡылып сығыу. ■ [Ашҡа] ап-аҡ ондан дурткелләп, шаҡмаҡлап ҡырҡылған һалма һалынған. Т. Хәйбуллин. Алдағы аттар, иҫкәрмәҫтән аяҡтары ҡырҡылғандай, һөрлөгөп, баштары менән юл ҡатыһына төртөлдө. Ғ. Лоҡманов. Был тауышты ишетеу менән Аҡмырҙа тирмәнән йугереп сығам тигәндә генә, ҡылысҡа ҡырҡылып, башы уңәсенән өҙөлөп төшкән дә
759