Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V. 760 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠЫРҠЫМ
ҡуйған, ти. Халыҡ ижадынан. Әфисәрҙәр ҡылысының көмөш ҡуйған һабына. Нисә меңләп баш ҡырҡылды, сыға алмаҫһың һанына. Бәйеттән.
2. Һынып, сатнап туҙыу. □ Сильно износиться. ■ Мулла, уларҙы [кейемдәрҙе] һәр яҡлап әйләндереп ҡарап сыҡҡас, яғаһы керҙән ҡырҡылып туҙа башлаған киндер күлдәкте кире ырғытты. Я. Хамматов.
3. күсм. Ныҡ ҡаҡшау, киңгәү. □ Изнуряться, измучиться (от тяжёлой работы, голода и т. д.). Ас йөрөп ҡырҡылыу. Эс ҡырҡылыу. ■ Рауил — уның исеме. Асҡа ҡырҡылған ул. Ҡасып киткәндән бирле ерҙә ҡалған картуф менән генә туҡланған. Ф. Әсәнов. Минең эс ҡырҡыла, баш әйләнә башланы. Ш. Насыров.
ҠЫРҠЫМ I (Р.: отрезанный кусок; И.: cut out piece, bit; T.: kesit) и.
1. Ҡырҡып алынған киҫәк. □ Отрезанный кусок; срез. Бер ҡырҡым ҡаҙы. М Рәхимә, ҡаҙы-ялдарҙы турап бөтөп, бер төпсөк ҡаҙыға бер ҡырҡым ит ҡушып Мәғ-фүрәгә бирҙе. һ. Дәүләтшина. [Фәтхелислам — Ғимранға:] Ошо урыҫ тултырмаһының бер ҡырҡымын ҡабыу үҙе ни тора! Й. Солтанов.
2. Бесән теҙеме. □ Гряда скошенной травы. Бесән ҡырҡымы. ■ Сабынлыҡҡа етеп, ҡырҡым башына барып баҫҡас, әсәйем салғымды тағы бер тикшереп сыҡты. Н. Мусин. Сираттағы ҡырҡымды башлар өсөн асыҡ яландың осона барып баҫҡан Булат ағай ҡарағай төбөндә өлгөрә башлаған ҡара көртмәлене өҙөп ҡапты ла беҙҙе көтөп алды. Д. Шәрәфетдинов.
3. Ағастың ҡырҡылған урыны. □ Отруб. Юғары ҡырҡым. Ҡырҡым рәте.
4. Баҫыуҙа бүлеп алынған эш алды; ал. □ Полоса для жатвы, косьбы и т. д. Бер ҡырҡым картуф утау. Ошо ҡырҡымды сығып бөткәс, ял итербеҙ.
ҠЫРҠЫМ II (Р: стрижка; И.: shearing; T.: kırkım) и.
1. һарыҡтарҙың йөнөн ҡырҡыу ваҡыты. □ Стрижка (овец). Яҙғы ҡырҡым. Көҙгө ҡырҡым. Кырҡым ваҡыты.
2. а. х. Ҡырҡылған йөндөң миҡдары. □ Настриг. Бер һарыҡтан алынған ҡырҡым.
ҠЫРҠЫМЛАУ (ҡырҡымла-) (Р: разрезать на куски; И.: cut into pieces; T.: parçalara kesmek) ҡ.
Ҡырҡып-ҡырҡып киҫәкләү, өлөшләү.
□ Разрезать на куски. Итте ҡырҡымлап өләшеү. Ҡаҙыны ҡырҡымлап ҡуйыу.
ҠЫРҠЫН I (Р: пастбище, трава которого съедена скотиной; И.: pasture with little grass; T.: otsuz otlak) и.
Үләнен мал ашап бөткән көтөүлек.
□ Пастбище, трава которого съедена скотиной. һыйырҙар ҡырҡында йөрөй. Быҙауҙарҙы ҡырҡынға ҡыуыу.
ҠЫРҠЫН II (Р: делянка; И.: wocod-citting area; T.: arsa) и.
1. Ҡырҡыуға тәғәйенләп бүленгән урман өлөшө; диләнкә. □ Делянка (участок леса)', лесосека. Кырҡын бүлеү. Ҡырҡын ҡырҡыу. М Үҙәште ҡырҡыны тип йөрөткән был типһәндә йәнә бер нисә кешенең баҡсаһы бар. Ж. Кейекбаев.
2. Ағас ҡурпыһы. □ Заросли. ■ Ул [Сөнәғәт] бер тирәк төбөнә туҡтап, күҙе ҡояшҡа сағылғанға уң ҡулын маңлайына ҡуйып, ҡырҡында еләк йыйып йөрөүсе ҡыҙҙарға бер аҙ ҡарап торҙо. Ж. Кейекбаев.
ҠЫРҠЫН III и. ҡар. ҡырғын. ■ [Ишбулды ҡарт:] Килен, ҡыуанып тораһығыҙ икән. Кырҡ йыл ҡырҡын булһа, әжәлһеҙ үлем булмаҫ тигәндәр. Д. Юлтый.
ҠЫРҠЫН IV (Р: рабыня; И.: female slave; T.: köle) и. иҫк.
Ҡол ҡыҙ. □ Рабыня. Кырҡын итеү. Кырҡын булыу.
ҠЫРҠЫНДЫ I (Р: обрезок; И.: scrap; clipping; T.: kırpıntı) и.
Ҡырҡҡандан ҡалған ваҡ-төйәк киҫәк.
□ Обрезок, отрезок; обрубок. Туҡыма ҡырҡындыһы. Тимер ҡырҡындыһы. Таҡта ҡыр
760