ҠЫРҠЫП АЛЫУ
ҡындыһы. М Көрәштә еңеүселәргә ҡулъяулыҡ, йомортҡа, ситса ҡырҡындылары, янсыҡтар бирҙеләр. Ж. Кейекбаев. Нимәлер шырт итте. Баҡһаң, үгеҙ ҡойроғо булған урында бер ҡарыш самаһы ғына йөнтәҫ ҡырҡынды һерәйеп тора ине. М. Кәрим.
ҠЫРҠЫНДЫ II (Р.: вырубка; И.: cutting (in a forest), cleared space; T.: kesim, orman yolu) и.
1. Ағасы ҡырҡылған урын. □ Вырубка, порубка; просека. Яңы ҡырҡынды. Ҡырҡындынан үтеү. Ҡырҡындыла ҡурай еләге күп була. Иҫке ҡырҡындыны ағас баҫты. ■ [Сәлим менән Фәйез] баралар ҙа элекке ҡырҡындыларҙа ятып ҡалған ҡарағай остары, һөйән-маҙарҙы ботап, һыу ситенә ташыйҙар, аҙаҡ шуларҙы һал итеп бәйләйҙәр. С. Шәрипов. Ҡырҡындылағы эре балан, ҡып-ҡыҙыл булып ҡыҙарып, Хәлимәне үҙенә саҡырҙы. И. Ғиззәтуллин.
2. Ҡырҡыу өсөн билдәләнгән диләнкә. □ Лесосека. Ҡырҡынды оҙонлоғо. Ш [Нарат:] Ҡырҡынды яна! Тиҙерәк! Унда .. ҡайын сыбығы! Таҡталар!.. Ф. Әсәнов. Саҡ ҡына ситтәрәк ҡырҡынды араһында төлкө уйнай, өҫтә көйгәнәк оса, үҙенә табыш эҙләп ҡыйғыр ҡыйыла. Ғ. Ибраһимов. Ауылдың көнсығыш яғындағы баҫыуҙа уңған кукуруз тигеҙ ҡырҡынды — сауҡалыҡ кеүек матур булып ултыра. А. Таһиров.
ҠЫРҠЫНДЫҠ I (ҡырҡын д ығы) и. диал. ҡар. ҡырҡынды I.
ҠЫРҠЫНДЫҠ II (ҡырҡындығы) и. диал. ҡар. ҡырҡынды II. ■ Ҡасыусылар тауышһыҙ-тынһыҙ ғына урманға тиклем барҙылар ҙа, урманға еткәс, соҡор буйлап киткән тар берләм юл менән барып, бынан бер нисә йыл элек ҡырҡылған ҡырҡындыҡҡа барып сыҡтылар. А. Таһиров.
ҠЫРҠЫНСАЛ и. мед., вет. диал. ҡар. ҡырҡылсан. ■ Хайуандарҙа ҡырҡынсал булғанда, уларҙың йөнө ҡойола, тәндәрендә ҡутырҙар, таптар барлыҡҡа килә. Картотека фондынан.
ҠЫРҠЫНСЫ (Р.: сороковой; И.: the fortieth; T: kırkıncı) рәт һ.
Урын тәртибе 40 менән билдәләнгән.
□ Сороковой. Ҡырҡынсы йылдар. Ҡырҡынсы күнегеү. М Фәүзиә Рәхимғолова, уҙған егерменсе быуаттың ҡырҡынсы йылдарында әҙәбиәткә килеп, егерме өс китап яҙҙы. Ғ. Сәйетбатталов. Ҡырҡынсы йыл аҙаҡтарында — илленсе йыл баштарында һуғыштан һуңғы ауырлыҡтар бөтөп етмәгәйне бит әле. Н. Мусин. [Егет]хисаплап килә-ки -лә утыҙ туғыҙ өйҙө һанай ҙа ҡырҡынсы өйгә инә. Әкиәттән.
ҠЫРҠЫНТЫ I (Р: молодая поросль; И.: young growth; T: genç orman) и. диал.
Ағасы ҡырҡылған урында сыҡҡан үҫенте.
□ Молодая поросль. Ҡайын ҡырҡынтылары. Кырҡынтылар сыҡҡан. Ҡырҡынты баҫҡан.
ҠЫРҠЫНТЫ II (Р: коврик из маленьких лоскутков; И.: mat made of rags; T: parçalardan dikilmiş örtü) и. диал.
Ҡораманан тегелгән япма. □ Коврик из маленьких лоскутков, һикегә ҡырҡынты түшәү. Ҡырҡынты тегеү. Ҡыркынтыны йыуыу.
ҠЫРҠЫН УҠЫТЫУ (ҡырҡын уҡыт- ) (Р: проводить сороковины; И.: fortieth day wake; T: definden sonra kırkıncı gün mevlit okutmak) ҡ. дини.
Кеше үлгәндән һуң, ҡырҡынсы көндә аят уҡытыу. □ Проводить сороковины. // Проведение сороковин. ■ [Алдарбайҙың] атаһының ҡырҡын уҡытҡансы, сентябрь етеп, көҙ тындары бәрелә башлағайны инде. Н. Мусин.
ҠЫРҠЫН ҮТКӘРЕҮ (ҡырҡын үткәр-) ҡ. ҡар. ҡырҡын уҡытыу. В [Әпҡадир] өсөн, етеһен, ҡырҡын үткәреп, хужаһынан ҡалған яҙма китаптарҙы тейәп, Ҡазан ҡалаһына килде. К. Мәргән.
ҠЫРҠЫП АЛЫУ (ҡырҡып ал ) (Р: отрезать; И.: cut out; T: kesmek) ҡ.
Бер бөтөндән үткер ҡорал менән ки-ҫәк бүлеп алыу. □ Отрезать, отрубить.
761