Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V. 762 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠЫРҠЫУ
Я Бабсаҡ, тауҙан төшөп, януарҙың уң ҡолағын ҡырҡып ала — ҡолаҡ ҡанай. «Бабсаҡ менән Күсәк». Ҡарт шунда уҡ Шулгән менән Уралға .. Йәншишмәнең урынын табырға, әгәр юлда Үлем осраһа, башын ҡырҡып алып ҡайтырға ҡушҡан. «Урал батыр».
ҠЫРҠЫУ I (ҡырҡ-) (Р.: резать; И.: cut; T.: kırkmak) ҡ.
1. Ҡулланғанда ярып, киҫеп үтеп инеү (уткер ҡоралға ҡарата). □ Резать, обрезать, срезать (об острых инструментах). // Резка, резание. Ҡырҡып биреу. Ҡырҡып бөтөу. Ҡырҡып йөрөу. Ҡырҡып сығыу. Ҡырҡып тороу. Бысаҡ яҡшы ҡырҡа. Ҡайсы утмәҫләнгән, ҡырҡмай.
2. Үткер ҡорал менән айырып өҙөү.
□ Резать, обрезать, срезать, откусить. // Резка, резание. Арҡанды ҡырҡыу. Ҡыпһыуыр менән ҡырҡыу. Бысаҡ менән ҡырҡыу. Я Ат туғарылып алынмаған, ә арҡалыҡ, бауырлыҡ, ҡамыттың ҡолаҡ бауҙары ҡырҡып төшөрөлгән. Ғ. Хисамов. • Йәтим бала уҙ кендеген уҙе ҡырҡыр. Мәҡәл.
3. Үткер нәмә менән йәрәхәтләү.
□ Порезать; ранить (острым предметом). Бармаҡты ҡырҡыу. Яңылыш ҡулды ҡырҡыу. Ҡырҡып яралау.
4. Тән өлөшөнөң хирургик юл менән киҫеп алыныуы. □ Ампутировать; отнять.// Ампутация. Аяғын тубыҡтан ҡырҡтылар. Я [Тимур — докторға:] Бик шәп булғас, ниңә ысын һалдатты ҡотҡармайһығыҙ? Аяғын ҡырҡып ташларға йыйынаһығыҙ?! Й. Солтанов.
5. Үткер ҡорал менән үҫеп ултырғанды төптән киҫеү, киҫеп, өҙөп ауҙарыу.
□ Рубить, срубить, отсекать. // Рубка. Ағасты ҡырҡыу. Балта менән ҡырҡыу. Я Ал -тын ашыҡлы малай ултырған ағасты йыр-лай-йырлай ҡырҡырға тотона. Әкиәттән. Ишегем генә алды өс муйыл, берәукәйен ҡырҡһам, ҡуш ҡала. Халыҡ йырынан. Шул саҡ тау итәгенән, ҡурай ҡырҡып алып тарта-тарта, Алпамыша утеп бара икән. «Ал
памыша». • Ағас ҡырҡһаң, оҙон ҡырҡ: ҡырҡа-ҡырҡа ҡыҫҡарыр; тимер ҡырҡһаң, ҡыҫҡа ҡырҡ: һуға-һуға оҙайыр. Әйтем.
6. Ағасты күпләп төптән ауҙарыу. □ Рубить, валить.//Рубка, валка (леса). Ағас ҡырҡыу, һайлап ҡырҡыу. Я Ишәле һунарға йөрөй, урман ҡырҡа, өй һалып ебәрә. Һоябикә һыу ташый, кер йыуа, аш бешерә, мал ҡарай. Әкиәттән. Аҡбулат ҡарт ғумер буйы ҡолға ҡырҡҡан да ҡыуғын ҡыуған, ҡарағай йыҡҡан да тыранса ярған, туҙ һыҙырған да дегет яҡҡан, ерек ҡырҡҡан да кумер уртәгән. Халыҡ ижадынан. Ер талау, халыҡтың ҡан-йәшен ағыҙып, куҙ терәп торған берҙән-бер нәмәһе — баҫыуҙары, сабынлыҡтары, көтөу-лектәре, эсәр һыуы, ҡырҡыр урманын тартып алыу аҙым һайын ҡабатлана. Ғ. Хисамов.
7. Үткер ҡорал менән өлөш-өлөшкә, киҫәк-киҫәккә бүлеү; турау. □ Резать, разрезать, разрубать, изрубать. Бауырһаҡ ҡырҡыу. Туҡмас ҡырҡыу. Утын ҡырҡыу. Я Байҙың килене Фариза, ҡаҙан аҫтындағы тиҙәк ҡуҙҙарын ҡуҙғатып, ҡырҡҡан һалмаларын һалып һурпа ла ҡайната башланы, һ. Дәүләтшина. Туғыҙ тигәс тә ни яман? Туҡһан йәшлек ҡарт атаң, тумыртҡалай туҡылдап, ябалаҡтай ухылдап, утын ҡырҡһа — шул яман. Ҡобайырҙан. • Итәк ҡырҡһаң — ең була. Мәҡәл.
8. Һарыҡ, ҡуй һ. б. йөнөн алыу. □ Стричь, постричь, выстригать, выстричь (шерсть). // Стрижка. Йөн ҡырҡыу, һарыҡ ҡырҡыу. Һарыҡ ҡырҡырға килендәштәргә әйтеу. Я [Башлығым — миңә:]Шулай, Әжәр-ғәп Мөгәрәпович, һине беҙ яуаплы эшкә кусе-рергә булдыҡ. Беләһеңдер, хәҙер бөтә район куләмендә ырымбурса һарыҡ йөнө ҡырҡыу ысулын уҙләштереу кампанияһы бара, шуны юлға һалыу өсөн беҙҙән уполномоченныйҙар кәрәк. Й. Солтанов. Ҡөҙ етеп, ямғырҙар башланыр алдынан аталы-уллы ултырып, көнө-төнө һарыҡ йөнө ҡырҡалар. Р. Өмөтбаев.
9. Сәсте киҫеү. □ Стричь, постричь (волосы). // Стрижка. Я Емеш ҡасандыр, ауылда саҡта әле, Сәхибә туташтың
762