ҠЫРҠЫУ
маңлайына ҡырҡып төшөрөлгән сәсенә ҡыҙығып ҡарай ине. 3. Биишева.
10. Нимәнелер аша үтеп, икегә айырыу; бүлеү. □ Срезать, прорезать. Юл тауҙы ҡырҡып үтә.
11. Ерҙең бер өлөшөн бүлеп айырыу.
□ Разделить, резать (землю). Ерҙе ҡырҡып алыу. ■ Батша хөкүмәте иң яҡшы ерҙәрҙе баярҙарға ҡырҡып бирҙе. һ. Дәүләтшина.
12. Бер өлөш бүлеп алыу, алып кәметеү.
□ Урезать, уменьшать. Эш хаҡын ҡырҡыу. ■ Хужалар, кассаның таланыуына һылтанып, ваҡытлыса эшләүселәрҙең эш хаҡтарын ҡырҡтылар. 3. Ураҡсин. [Тракторсылар:] Хисапсы яңылыш үлсәй, беҙҙең эш хаҡыбыҙҙы ҡырҡа. Й. Солтанов.
13. күсм. Кимереп, йырып ашау. □ Проедать, изъедать, съедать. Тунды көйә ҡырҡып бөтөргән. Тоҡто сысҡан ҡырҡҡан. ■ [Әнүәр:] Беҙҙең өләсәйҙең йөндәре менән өй түбәһе туп-тулы. Ул үҙе лә: «Көйә ҡырҡып бөтөрәлер инде шуларҙы», — тип һөйләнә, тик фә-ҡирерәк кешеләргә таратып биреү хаҡында уйламай. М. Садыҡова. Бына үҫһен инде картуфың! Әсе көл ипләп кенә картуфыңдың тамырын ҡырҡһын әле. Халыҡ ижадынан.
14. Химик тәьҫир менән уйыу, ашау.
□ Есть, разрушать, разъедать, изъедать (химически). Кислота туҡымаларҙы ҡырҡа.
15. күсм. Әсеттереп, яндырып ауырттырыу. □ Резать (об острой боли). Төтөн күҙҙе ҡырҡа. ■ Тоҙ саңы, бит-муйындар ураулы булһа ла, танауға, ҡолаҡ тишектәренә тула, тамаҡҡа ултыра, күҙҙе ҡырҡа, тәнде энәләр менән сәнскәндәй әсеттерә. 3. Ураҡсин.
16. күсм. Баҫып, өйкәп ауырттырыу.
□ Нарезать; причинить боль (давлением, трением). Н Артмаҡтың ҡайыш бауҙары иңбаштарҙы ҡырҡты. Картотека фондынан. Рогаткалар яурынды баҫа, яурын һөйәген ҡырҡып төшә. Д. Юлтый.
17. күсм. Әрнетеп ғазапландырыу.
□ Глодать, терзать. Йөрәкте асыу ҡырҡа.
■ һыҙлата, бәғеремде ҡырҡа эскә батҡан күҙҙәрең. Т. Йәнәби.
18. күсм. Булмышын, барышын өҙөп, юҡ итеү. □ Уничтожить, рубить на корню, сводить на нет. Маҡсатты ҡырҡыу. М Улар [баҙарҙағы һатыусылар] Аҡназарҙың өмөтөн ҡырҡырға, күңелен һүрелтергә, ҡарыуын ҡайтарырға аҙаплана. Ғ. Дәүләтшин.
19. Хәл ҡылымдың -п формаһында килеп, эш-хәрәкәттең ҡәтғилеген белдерә. □ В форме деепричастия на -п обозначает категоричность действия. Кырҡып әйтеү.
■ [Таиба:] Кем белә донъяны... Иртән ҡалай булырыңды, нимә теләреңде улай анһат ҡына ҡырҡып әйтеп булһа ине. 3. Биишева.
♦ Аҫтан ҡырҡып, өҫтән ямау аҫтыртын яуыз эш эшләп, яҡшы булып күренеп йөрөү. □ доел. Снизу подрезать, сверху латать. Аҫтан ҡырҡыу йәшереп кенә зыян эшләү. □ Вредить исподтишка. ■ Үҙе ғәйепле [Ихсанбай]. Сысҡан кеүек аҫтан ҡырҡып, боҫоп йәшәй белмәне. Т. Ғарипова. • Аҫтыртын кеше аҫтан ҡырҡа. Мәҡәл. Йылан аяғын ҡырҡҡан уҫаллыҡҡа, хәйләгә ныҡ өйрәнгән; үткер. □ Видавший виды. доел. Отрезавший ноги змеи. Ҡанатын ҡырҡыу көсөн, дәртен ҡайтарыу; ауыр хәлгә ҡуйып, күңелен төшөрөү. □ Подрезать крылья кому. Ҡырҡмаға ҡараһы юҡ бик ныҡ һимеҙ (иткә ҡарата). □ Слишком жирный (о мясе). М Колондоң итен ашап кинәндек, һимеҙ килеп тороп. .. Итенең ҡырҡмаға ҡараһы юҡ. һ. Дәүләтшина. Ҡырҡһаң, ҡаны сыҡмаҫ бик ныҡ һаран. □ Скряга, скупой. ■ Йыһанурҙың ҡырҡһаң ҡаны сыҡмаҫ һаран булғанлығын белгәнгә, һорап телемде әрәм итмәҫкә уйланым. Н. Мусин. Шәкерт сағынан уҡ һаранлығы, ҡомһоҙлоғо беленгән Әптелғәлим ҡырҡһаң ҡаны сыҡмаҫ хужаға әйләнде. Ф. Иҫәнғолов. Тамырын ҡырҡыу бөтөрөү, юҡҡа сығарыу. □ Искоренить что; уничтожить кого. ■ Ишми ишан — ысын дошманың, ул диндең тамырын ҡырҡырға торған сысҡаның. Ш. Бабич. Үлсәп ҡырҡҡан
763