ҠЫРҠЫУ
кеүек тап-таман. □ соотв. Тютелька в тютельку. Кулдәк улсәп ҡырҡҡан кеуек таман булды. ■ [Котлояр:] Хәҙер ҡатын-ҡыҙҙарҙың хоҡуғы ирҙәр хоҡуғы менән тип-тиң. Үлсәп ҡырҡҡан шикелле — артығы ла юҡ, кәме лә юҡ. Һ. Дәүләтшина.
ҠЫРҠЫУ II (Р.: резкий; И.: sharp/ poignant (smell); T.: keskin) c.
1. Тамаҡты, танауҙы ҡырҡырҙай әсе (еҫкә ҡарата). □ Резкий, сильный (о запахе). Ҡырҡыу еҫ сығыу. ■ Шунда [Тирәклегә] бер барғанында [Кукбуренең] моронона таныш, утә лә яҡын еҫ бәрелде. Әлбиттә, элек был еҫ ҡырҡыуыраҡ, әсерәк ине. Т. Ғарипова.
2. Артыҡ тоҙло, ныҡ әсе (аш һ.б. тураһында). □ Кисло-солёный; перекипевший (о супе и т. д.). Кырҡыу аш. ■ [Гөлгөл:] Ашың ҡырҡыу булмаһын, Мәрфуға апай. Кырҡыу ашты Шәриф ағай яратмай бит. И. Абдуллин. [Егеттәрҙең береһе:] Бәлешегеҙ ҡырҡыу булды, ҡыҙҙар, һыу ҙа эсерегеҙ әле. М. Садыҡова.
3. Әсе тәм ингән, әсегән. □ Перекисший, кислый. Кырҡыу ҡымыҙ. Кырҡыу ҡатыҡ. ■ [Әхмәҙиә — Басариевҡа:] Исмаһам, юлға ҡымыҙ алып китегеҙ, ҡырҡыу тугел, бер көнгә генә бирешмәҫ. Р. Солтангәрәев.
4. Үҙәккә үтерлек һыуыҡ, әсе (елгә ҡарата). □ Резкий, пронзительный (о ветре). Кырҡыу елдән ышыҡланыу. ■ Төньяҡтан әсе ҡырҡыу ел иҫә. 3. Биишева. Көн һыуыҡ. Үҙәктәргә утеп ҡырҡыу ел иҫә, ҡар ҡатыш ямғыр һибәләй. Ә. Хәкимов.
5. Ҡәтғи һәм ҡаты (тауыш һ.б. ҡарата). □ Резкий, грубый (о голосе и т. д.). Кырҡыу һорау. Кырҡыу һуҙ. Я Карапта ҡырҡыу команда ишетелде, һәм свейҙар бер юлы тиҫтәләгән кәбәктән яуап бирҙе. Б. Рафиҡов. Солан ишеген дөбөрләттеләр... «Асығыҙ!» — Кырҡыу тауыш яңғыраны. Ә. Әминев. Бер ҡарарға килгәс, ҡырҡыу һөйләшеуҙең тәьҫире таралды. Яр. Вәлиев.
6. Ҡәтғи, ҡырыҫ ҡыланыусан. □ Вспыльчивый, резкий, грубый. Кырҡыу ҡатын. Кыр
ҡыу холоҡло. ■ [Зәйнулла:] Мөхәббәттең төп хужаһы ҡайтты. Ә ул уҫал. Ҡылығы ҡырҡыу уның. М. Кәрим. Кырҡыу холоҡло Алдарбай тыйыла алманы, һуҙ яйы сыҡҡанда тип, әйтте лә һалды: «Бына мин, Торсонбай, шул һәйбәт йоланы яңыртайым тип килдем». Н. Мусин. Атаһының талапсан, ҡырҡыу булыуына бала сағынан кунегеп бөткән Жәлил уның ҡырыҫлығына упкәләмәне. Л. Якшыбаева.
7. Ҡатмарлы, көсөргәнешле; киҫкен. □ Острый; критический. Кырҡыу мәл. Кырҡыу көрәш. Кырҡыу мәсьәлә килеп тыуыу. К Ата-әсәһеҙ һәм торлаҡһыҙ ҡалған балаларҙың хәле аяныслы. Уларҙың тормош шарттарын еңеләйтеу, торлаҡ менән тәьмин итеу буйынса илдә байтаҡ эш башҡарылыуына ҡарамаҫтан, ҡырҡыу мәсьәлә хәл ителеуҙән бик алыҫ тора. Д. Арыҫланова. Хужа кеше, әлеге ҡырҡыу хәлде йәһәтерәк бөтөрөргә, онотторорға ашыҡҡандай, йомшаҡ сутерләй-сутерләй, батырҙарға берәр туҫтаҡ ҡымыҙ һондо, уҙе, араға инеп әйҙукләп, уларҙы тирмәһенә табан әйҙәне. Ғ. Хөсәйенов. Муса Мортазин яңынан һуҙ алып, илдә барған ҡырҡыу уҙгәрештәр менән таныштырҙы. Р. Байымов.
8. Ҡапыл булған, ҡыҙыу. □ Резкий, внезапный, порывистый. ■ [Кырымғужин] .. больницала дауаланып ятты, сыҡҡанында уға һәр төрлө тормош ығы-зығыларынан һаҡланырға, ҡырҡыу хәрәкәттәр яһамаҫҡа, ауыр әйбер кутәрмәҫкә ҡуштылар. Н. Мусин. Бына черкес, ауыҙынан ят өн сығарып, ҡырҡыу хәрәкәт менән Алдарға ынтылды. Н. Мусин.
ҠЫРҠЫУ III (Р: резко; И.: sharply; Т: aniden) р.
1. Көтмәгәндә, ҡапыл, кинәт. □ Резко, внезапно. Кырҡыу уҙгәреу. ■ Бик-бик һағынғайны Нурулла ауылды. Атын юлға ла ыңғайлатҡайны, теҙгенде ҡырҡыу ғына тартып, кире боролдо. Ш. Янбаев.
764