ҠЫРҠЫУЛАШЫУ
ты: майорҙың урманын ҡырҡырға сығыусылар исемлеген алдан әҙерләп ҡуйғайны; өлкән приставҡа шуны бирҙе лә, сирләп тороуына һылтанып, был эштә артабан ҡатнашмаҫ булды, һуңғы ваҡытта бик уҫалланған халыҡ менән араны ҡырҡыулаштырғыһы килмәй ине. Н. Мусин. Мөнәсәбәттәрҙе утә ҡырҡыулаштырып ебәрергә ярамағанлығын аңлай ине Йәғәфәров. Р. Байымов.
ҠЫРҠЫУЛАШЫУ (ҡырҡыулаш-) (Р.: обостриться; И.: become aggravated; T.: keskinleşmek) ҡ.
1. Ҡатмарлы, көсөргәнешле, киҫкен төҫ алыу; киҫкенләшеү. □ Обостриться. // Обострение. Мәсьәлә ҡырҡыулаша. Проблема ҡырҡыулаша бара. Конфликт ҡырҡыулаша. М Хәл ҡырҡыулаша бара ине. Казармаларға тылдан ата башланылар. Яр. Вәлиев. Хәл ҡырҡыулашты, телселәр араһында бәхәс ҡыҙҙы. Л. Якшыбаева.
2. Ҡәтғи һәм ҡатыға әйләнеү, ҡәтғи булыу (тауыш һ.б. ҡарата). □ Становиться резким, вспыльчивым (о голосе и т. д.). Тауыш ҡырҡыулашты. ■ Каштар емерелә, йоҙроҡтар төйнәлә, тауыштар ҡырҡыулаша. Б. Рафиҡов.
ҠЫРҠЫУЛЫ (Р: нарезанный; И.: sliced, cut; T.: kesilmiş) с.
Ҡыркып әҙерләп ҡуйылған. □ Нарезанный; нарубленный. Кырҡыулы туҡмас. ■ [Юлдыбикә әбей:] Торһам — утыным ҡырҡыулы, ут тоҡандырһам — сырам булды, кәштер-көштөр, кәштер-көштөр килеп, рәхәтләнеп донъя көттөк. Т. Хәйбуллин.
ҠЫРҠЫУЛЫҠ (ҡырҡыулығы) (Р: резкость; И.: sharpness; T: keskinlik) и.
1. Ҡырҡыу (II, 1—4) булыу сифаты. □ Резкость, острота. Еҫтең ҡырҡыулығы. Тәмләткестең ҡырҡыулығы. Елдең ҡырҡыулығы. ■ Кыш уртаһы ауа килә ауырыу тәуге ҡырҡыулығын юғалтты. 3. Биишева.
2. Тупаҫ мөғәмәлә, ҡаты ҡылыҡ. □ Грубость, резкость. Тауыштың ҡырҡыулығы. Кырҡыулыҡ курһәтеу. М Әхтәриҙең ҡарас
ҡыл, томһа йөҙөнән дә, йоҙроҡтай ҡалҡып торған бит-яңаҡтарынан да — бөтә төҫ-килбәтенән тупаҫ бер ҡырҡыулыҡ, ҡырыҫлыҡ бәрелеп тора. Ғ. Лоҡманов. Тимерғәле ҡарт Ҡотлоярҙың ҡырҡыулығын йомшартырға тырышты, һ. Дәүләтшина. Кырҡыулыҡ юҡ һуҙҙәрендә, әйтһә — ташыңды яра. X. Ғиләжев. Рифҡәт тә ҡайһылай батырайып киткән. Төҫөндә шундай етди ҡырҡыулыҡ. Яҡын да юларлыҡ тугел. Ф. Иҫәнғолов. Хәйер, Бураншиндың, тауышына ҡырҡыулыҡ өҫтәп, ҡаҙаҡ ҡаҡҡандай, киҫкен хәрәкәт менән ҡул болғауы, ниндәйҙер дошмандарҙың ҡаршылығына ымлауы, янауы артыҡ ине. Ә. Хәкимов.
3. Эш-хәлдәге көсөргәнешлек, киҫкен хәл. □ Обострённость, напряжённость, натянутость; острота. Халыҡ-ара мөнәсәбәттәрҙә ҡырҡыулыҡ. М Төмумән, Зөһрә Бура-ҡаеваның әҫәрҙәрендәге проблемалылыҡ, сюжеттың ҡырҡыулығы заман ағышы, дә-уер һулышынан айырылғыһыҙ. Был иһә — бик мөһим. 3. Әлибаев.
ҠЫРҠЫУСЫ (Р: стригаль; И.: sheepshearer; T.: koyun kırkıcı) и.
Һарыҡ, ҡуй, дөйә йөнөн алыусы. □ Стригаль. Кырҡыусы эше. Кырҡыусылар өмәгә йыйылды. Кырҡыусыға ҡайсы әҙерләу.
ҠЫРҠЫШЫУ (ҡырҡыш-) ҡ.
1. урт. ҡар. ҡырҡыу I, 2, 5—8. взаимн. от ҡырҡыу I, 2, 5—8. Ағас ҡырҡышыу. Туҡмас ҡырҡышыу. Һарыҡ ҡырҡышыу. Ш Каскындар ярлыларға .. уҙҙәре яулап алған йәнлек тиреләрен биргәндәр, сабынлыҡта бесән сабышҡандар, урманда утын ҡырҡышҡандар. Н. Иҙелбай. Фәғилә әбей яҙлы-көҙлө һарыҡ, ҡуй, дөйә йөндәре ҡырҡышырға, кәзә тарашырға байҙарға йөрөй. Һ. Дәүләтшина.
2. Үҙ-ара бер-береһе аша үтеү; киҫешеү. □ Пересекаться. // Пересечение. Кырҡы-шыу нөктәһе. Кырҡышҡан һыҙыҡтар.
3. кусм. Ҡаршылашып, һүҙ көрәштереү; еңешеү. □ Спорить, пререкаться. Курше
766