Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V. 767 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠЫРЛАС
менән ҡырҡышыу. ■ Шәукәтов оҙаҡ ҡына ҡырҡышыу, һатыулашыу буласағын көттө. Ф. Иҫәнғолов. Атайым бик оҙаҡ һатыулашып, бик оҙаҡ ҡырҡышҡандан һуң ғына кәзәне ике һум егерме биш тин көмөшкә һатып ебәрҙе һәм, ике һум аҡса ту ләп, Сәрби әбейҙең тушәген алды. М. Ғафури.
4. диал. Маташыу, тырышыу. □ Пытаться. // Попытка. ■ Зилский уҙенсә айныҡ булырға ҡырҡышып, һуҙ һөйләргә маташһа ла, теле тотлоғоп, һөйләр һуҙен һөйләй алмай, урындыҡҡа барып ултырҙы. Ғ. Дәүләтшин. Мотаһарҙың куҙ алдары ҡараңғыланып, устары менән стенаға тотонорға ҡырҡышты. Й. Солтанов.
ҠЫРЛА I и. ҡар. ҡырлас II. Ҡырлаға ме-неу. ■ Ерәнсә сәсән шунан ҡырла буйлап йән-фарман елеп килә лә тау битләуендәге ҡаянан һыбай көйө һикерә. «Бәндәбикә менән Ерәнсә сәсән». Яубаҫар шулай, хыялдарға бирелеп, яңғыҙы ҡырлаға йөрөнө. Р. Низамов. [Генерал, картаға курһәтеп:] Дошман позицияһы йылға аръяғындағы ошо ҡырла буйлап утә. Ҡ. Ибәтуллин.
ҠЫРЛА II (Р.: бабка; И.: kind of sheafstack; T.: yığın) и. диал.
1. 10—12 көлтәнән торған өйөм. □ Бабка (вид суслона из 10—12 снопов, складываемых разным образом вместе, до своза их в копны или в одонья). Ҡырлаға һалыу. Ъ Бәйләнгән көлтәләрҙе ҡырлаға һалғанда оҙон арыш араһында Гәлимәнең матур кәуҙәһен куреп, ул [Габдулла] тәрән көрһөнөп ҡуя ине. Д. Исламов.
2. диал. Бер буйға теҙеп өйөлгән бесән күтәремдәре; ҡыра. □ Длинный ряд сгребённой высохшей травы. Ҡырланы йыйыу. Ҡырланы әйләндереу. Ҡырлаға ямғыр утеу.
ҠЫРЛАЙ и. ҡар. кырҡтартмасы. Ҡыр-лайҙан алып ҡалыу. Ҡырлай тартмаһы.
ҠЫРЛАЙСЫ (Р: старьёвщик; И.: utility refuse collector; T.: hurdacı) и. иҫк.
Алам-Һаламға ваҡ-төйәк нәмә алмашып, ауыл һайын йөрөгән һатыусы. □ Старьёв
щик. ■ Хәйруллин менән беҙ аптырабыраҡ ҡалдыҡ: ниндәй яңы һәнәр һайларға? Был өйәҙ халҡы «ҡырҡтартмасы» йәки «ҡырлайсы» тип йөрөтә торған ваҡ спекулянт булып китергәме? А. Карнай.
ҠЫРЛАН (Р: карниз; И.: ledge; T: korniş) и.
1. Йорттоң ҡыйығы аҫтынан буйҙан-буй киртләсләп ҡағылған таҡта. □ Карниз (дома), һырлы ҡырлан. Киртләсле ҡырлан. Ҡырлан эшләу. Ҡырлан ҡағыу.
2. Мейестең иң өҫкө киртләсле өлөшө.
□ Карниз (печи). Мейестең ҡырланы. Ҡырланды буяу.
ҠЫРЛАНЫУ (ҡырлан-) ҡ.
1. төш. ҡар. ҡырлау I. страд, от ҡырлау
I. Ҡырланған таш. Ҡырланған гәлсәр. Ҡырланған стакан.
2. Ҡырлыға әйләнеү, ҡырлы булыу.
□ Иметь край. Ҡырланып тороу. ■ Һулдан киң тәрән Энәк йылғаһы йәйрәп ята, уңдан ҡырланып куккә һуҙылған ҡая тау. 3. Биишева. Һуңғы көндәрҙә ул [Касим] ябығып китте: текә танауы тағы ла нығыраҡ ҡырлана төшкән кеуек, яңаҡ һөйәктәре ослайып беленеп тора. Н. Мусин. Арыҫланғәленең танауы ла бер аҙ уҫкән һымаҡ, төҙ, ҡырланып тора. Ғ. Дәүләтшин.
ҠЫРЛАП бәйл. диал. ҡар. буйлап. Яр ҡырлап. Умырзая тау ҡырлап уҫә. Ҡырлап барыу. М һәубән яр ҡырлап ҡына шыуышып барып ҡараһа, бер ҡыҙ сәс тарап ултыра, ти. «Аҡбуҙат». Ауыл һыртынан тау ҡырлап Темәс яғына һуләм юл утә. «Башҡортостан», 18 октябрь 2011. Шоссе ҡырлап барып туҡтау ына, уның [автобустың] эсенән шау-шыулы төркөм ағылды. И. Ноғоманов.
ҠЫРЛАС I (Р: гребнистый; И.: ridgy, crested; T.: sırtlı, düz) c.
1. Ҡырланып торған; ҡырлы. □ Гребнистый. Ҡырлас may. ■ Ниндәй may улы мин, ҡурҡыр булһам төпһөҙ упҡын, ҡырлас ҡаянан! Ә. Әхмәт-Хужа. [Яуға китеуселәрҙең әйткәне:] Сусаҡ сағыл, ҡырлас тауҙар менән
767