Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V. 768 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠЫРЛАС
Урал армытына ла, ай, һыйынған, һай, илкәйем, наҙлы еркәйем. Риүәйәттән.
2. Тура, нәҙек, ҡылыс (танауға ҡарата).
□ Тонкий, прямой (о носе). Ҡырлас танаулы малай. ■ Өҫтәлдең арғы башында оҙонса битле, ҡара сәсле, ҡырлас танаулы бер кеше гармун уйнай. И. Көҫәпҡол. Бөркөттөң ҡыу суҡышын хәтерләтеп бер яҡҡа кәксәйеңкерәгән ҡырлас танау ғына, күрмәлеклегә иҫәпләнер йөҙҙө йәмһеҙләп, урынһыҙ ҡалҡып сыҡҡан суйырташтай сосайған. X. Тапаҡов.
ҠЫРЛАС II (Р: гребень; И.: crest; T: sırt) и.
Тауҙың ҡырлы һырт буйы. □ Гребень. Тау ҡырласы буйлап барыу. Я Ҡаршылағы ҡырластың битләүендә, ялҡын бөркөп янған костёр төҫлө, елп-елп килеп уйнаған һағымға ҡарап тора торғас, аяҡ быуындары дерелдәп, [Сәғиҙә] ергә ултыра төштө. М. Тажи. Шунда Йүгерек батыр иргәйелдең артынан төшөп тә алған, ә тигәнсе тауҙың ҡырласына менеп тә еткән. Әкиәттән.
ҠЫРЛАС III (Р: пора зимних холодов; И.:winter frost season; Tıkış soğukları) и. диал.
Ҡыштың иң һыуыҡ сағы; ҡышҡы селлә. □ Пора зимних холодов. Ҡырлас һыуығы. Ҡырлас башланыу. Быйыл ҡырлас оҙаҡҡа һуҙылды.
ҠЫРЛАСА и. диал. ҡар. ҡырлыҡ II. Ҡыр-ласаға һалыу. Ҡырласаларҙы ташыу.
ҠЫРЛАС КҮКРӘКЛЕЛӘР (Р: птицы килевые; И.: birds with a keel; T: karinalı kuşlar) и. зоол.
Түш һөйәгендә ҡанаттарҙы хәрәкәткә килтереүсе ҡырлығы булған осар ҡоштар.
□ Птицы килевые (лат. Carinatae). ■ Бөтә осар ҡоштар ҡырлас күкрәклеләр ғаиләһенә ҡарай. Интернет селтәренән.
ҠЫРЛАТЫП бәйл. ҡар. буйлап. Тау ҡырлатып барыу. Яр ҡырлатып килеү. Я Ике яҡ тауҙың итәген ҡырлатып, ҙур канауҙар ҡаҙҙырылып, алтын фабрикаһы өсөн һыуҙар ағыҙыла. Т. Хәйбуллин. Беҙҙең
тәҡдим шул ине: полкты һулға бороп, туғай ҡырлатып барып, дошмандың һул флангыһына ут асырға. Й. Солтанов.
ҠЫРЛАТЫУ (ҡырлат-) (Р: двигаться по краю; И.: move along an edge; T: kenardan yürümek) ҡ.
1. Нимәнеңдер ситенән, ҡырынан буйлатыу. □ Двигаться по краю, вдоль края, краем чего. Тау ҡырлатыу. Яр ҡырлатыу. Ҡырлатып барыу.
2. диал. ҡар. бауырлау 2. Я Ерәнсәкәй аттың, ай, елеше ер ҡырлатып осҡан ҡош кеүек. Халыҡ йырынан.
3. күсм. Кинәйәләп, уратып килтереп ишара яһау. □ Говорить намёком, намёками, обиняком, иносказательно. Ҡырлатып һорашыу. Ҡырлатып әйтеү. Я Был һүҙҙе ишетеүгә, баянан бирле, нисегерәк итеп ҡырлатып әйтһәм, йәплерәк килеп сығыр икән, тип баш ватҡан [Ғәббәстең] ҡайнағаһы ҡыуанып ҡуйҙы. «Башҡортостан», 9 август 2011.
ҠЫРЛАУ I (ҡырла-) (Р: гранить; И.: facet; T.: tıraş etmek, yontmak) ҡ.
Сит-ситтән юнып, ҡыр яһау. □ Гранить, точить грани; окантовать. // Гранение; окантовка. Бүрәнәне ҡырлау. Алмас ҡырлау. Гәл-сәр ҡырлау. Ҡырлап алыу. Ҡырлап бөтөрөү. Ҡырлап ҡуйыу. Ҡырлап тороу. Я Ысын талант — ысын мәғәнәһендә бөтә халыҡ байлығы, ысын ынйы. Ләкин ынйыны ла таный белергә һәм, ерҙән күтәреп алып, ҡырлап шымарта белергә кәрәк бит әле. Ғ. Әхмәтшин.
ҠЫРЛАУ II (ҡырла-) (Р: двигаться по краю; И.: go along an edge; T.: kenardan yürümek) ҡ.
1. Нимәнеңдер ситенән, ҡырынан буйлау. □ Двигаться по краю, вдоль края, краем чего. Яр ҡырлау. Тау ҡырлау.
2. күсм. Уранғылап һағалау; тирәләү. □ Крутиться, вертеться около кого. Малай атаһын ҡырлап йөрөй. Я [Морат:] Былтыр һабантуйҙа ул малайҙы мин бит туҡмай яҙҙым, беләһеңме? Фәйрүзәне ҡырлай икән был тип, минең асыу яман ҡабарғайны.
768