ҠЫРЛЫ ҠАМЫШ
көлтәләрегеҙҙе унар-унар итеп ҡырлыҡҡа ҡуя бараһығыҙ. И. Ғиззәтуллин. Арта-баныраҡ, кәлтә ҡырлыҡтары сыбарлаған тирәлә, бер нисә кеше бил яҙмай иген ура. Н. Мусин. Ел туғайҙағы ҙураттарға ултыртылған, ҡырлыҡҡа баҫылған ашлыҡтарҙың көлтәләрен осороп төшөрә һәм туҙаҡа-йын туҙҙырып боларта. Ж. Кейекбаев.
ҠЫРЛЫ ҠАМЫШ (Р: камыш трёхгранный; И.: rush species; T.: üç yüzlü kamış) и. бот.
Дымлы урындарҙа үҫә торған ҡыяҡ япраҡлы, оҙонлоғо 50—100 сантиметрға еткән ҡамыш төрө. □ Камыш трёхгранный (лат. Scirpus triquetef). Ҡырлы ҡамыш һаҙлыҡта үҫә. Ҡырлы ҡамышты сабып алыу.
ҠЫРЛЫҠ Л АНЫУ (ҡырлыҡлай-) ҡ. төш. ҡар. ҡырлыҡлау, страд, от ҡырлыҡлау. Ҡырлыкланған көлтәләрҙе ташыу.
ҠЫРЛЫҠЛАТЫУ (ҡырлыҡлат-) ҡ. йөкм. ҡар. ҡырлыҡлау, понуд. от ҡырлыҡлау. Ш Көлтәләрҙе ҡырлыҡлатырға кәрәк, көндәр боҙолорға тора. Картотека фондынан.
ҠЫРЛЫҠЛАУ (ҡырлыҡла-) (Р.: складывать снопы в суслон; И.: stack sheaves; T.: demetleri uzunca yığına yığmak) ҡ.
Ҡырлыҡ (II) итеп өйөү. □ Складывать снопы в суслон (из четырёх или шести снопов). Көлтәләрҙе ҡырлыҡлау. Ҡырлыҡлап бөтөу.
ҠЫРЛЫҠЛАШЫУ (ҡырлыҡлаш-) ҡ. урт. ҡар. ҡырлыҡлау, взаимн. от ҡырлыҡлау. Көлтәләрҙе ҡырлыҡлашырға ярҙам итеу.
ҠЫРЛЫҠ ОНО (Р: мука из лебеды; И.: goose-foot flour; T: kaz ayağı otundan yapılan un) и. диал.
Алабутаны тартып яһалған он. □ Мука из лебеды. Икмәкте ҡырлыҡ ононан бешереу. Ҡырлыҡ онон ҡушыу. Ҡырлыҡ оно тартыу.
ҠЫРЛЫ ҠУРАЙ (Р.: порезник; И.: kind of perennial grass; T.: sinir otu) и. бот.
Сатыр сәскәле, ҡыйғас япраҡлы, көпшә һабаҡлы күп йыллыҡ үлән. □ Порезник (лат. Plant ago). ■ Хәлил бабай ҡырлы ҡурай
ҡырҡып алды. Уның ике башын да тигеҙләп ҡырҡып, нәҙек остан өс-дурт тишек тишеп, өрөп ҡараны. Т. Килмөхәмәтов. Ҡурай үләйенең дә төрлөһө бар: айыу ҡурайы, көпшә ҡурайы, балтырған ҡурайы, сул ҡурайы, һаҙ ҡурайы, ҡырлы ҡурай. Ғ. Хөсәйенов. Ни ғиллә менәндер шул йәшел хәтфә балаҫты тишеп сығып көнгә урләгән ҡырлы ҡурайҙар, дәртле маҡтанышып, эре генә унда-һанда иҫеп ҡуйған еләҫ елдә бәүелешеп ҡуялар. Д. Бүләков. Таҡыя ла башлы ҡырлы ҡурай — ялан ғына ерҙең межаһы. Халыҡ йырынан.
ҠЫРЛЫ-МЫРЛЫ I (Р: ребристый; И.: ribbed, finned; T.: kaburgah) с. һөйл.
1. Тигеҙһеҙ, ҡыр, һырҙары ҡалҡып сығып торған. □ Ребристый, неровный. Ҡырлы-мырлы таш. Ҡырлы-мырлы юл.
2. кусм. Тупаҫ, тотороҡһоҙ тәбиғәтле.
□ Резкий, неуравновешенный. Ҡырлы-мырлы характер. ■ [Ғәлиәхмәт] ҡырлы-мырлы һүҙҙәр менән әллә нәмәләр бутап бөтөрҙө. И. Насыри.
ҠЫРЛЫ-МЫРЛЫ II (Р: резковато; И.: rather harshly; T: sertçe) р. диал.
1. Кирле-мирле. □ Резковато, неровно. Ҡырлы-мырлы тороу.
2. Тупаҫ. □ Резко. Ҡырлы-мырлы әйтеү. Ҡырлы-мырлы яуап биреу. ■ Мин дә уның [ҡыҙ] кеуек ҡырлы-мырлы һөйләнергә тотондом. Ә. Бикчәнтәев.
ҠЫРМА I (Р: опушённый; И.: edged/ trimmed with fur; T: kürklü) с.
Йәнлек тиреһе менән ситләнгән; ҡырпыулы. □ Опушённый, отороченный мехом; с опушкой, с меховой оторочкой. Ҡырма бүрек. Ҡырма кәпәс кейеу. ■ Аллаяр һикегә һалмаҡ ҡына килеп ултырҙы, ҡырма буркен һалды. Ф. Иҫәнғолов. Өс өй аша йортоңдан арыҡ атҡа атланып, ҡырма кәпәс башыңда, башың үргә ҡаҡайтып, ҡайҙа юлың тоҫҡаның? Халыҡ ижадынан. Был хәлгә ихлас көйөнгән әсәйемдең сәбәләнеп йөрөуенә лә ҡарамаҫтан, олатай, ҡырма буркен түбәтәйе өҫтөнән ашығыс кейеп, яғаһыҙ тунының
770