Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V. 771 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠЫРМЫҘЫ САПАН
төймәләрен дә ҡаптырмайынса ҡайтып та китте. М. Садыҡова. Муйынына аллы-зәңгәрле ебәк шарф ураған, ҡырма буркен ҡырын һала биреп кейгән Кәримов Ғәзим дә, эре генә ҡыланып, йәштәр араһында ултыра ине. Ф. Әсәнов.
ҠЫРМА II (Р.: бритый; И.: clean-shaven; T.: tıraşlı) с. һөйл.
1. Ҡырып ҡуйылған, ҡырылған. □ Бритый. Ҡырма һаҡал. М Алдарбай көрһөндө, ҡырма мыйығын һыпырғылап ҡуйҙы. Н. Мусин. Куҙ ҡарашы у жар сәсеп торған, ҡап-ҡара ҡырма һаҡаллы, бөтә тәнен йөн баҫҡан, әҙәм затынан бигерәк, йәнлеккә оҡшағайны [Бәлуән]. «Алдар менән Зөһрә». Ҡырлас танауы аҫтындағы ҡырма мыйыҡ менән си-кә сәсе барып тоташҡан тоҡос һаҡал уға [Иҫәкәйгә] егетлек ҡиәфәте генә өҫтәй. Н. Мусин.
2. Ҡырып яһалған. □ Точёный. Кырма һауыт.
ҠЫРМА III (Р.: трёхгранный; И.: three-edged; T: üç yüzlü (temren) с.
Өс ҡырлы (уҡ башағына ҡарата). □ Трёхгранный (о наконечнике стрелы). ■ Ҡарабай, ғәйрәтләнеп, ҡырма башаҡлы уғын янына ҡуя ла, керешен тарта. «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу».
ҠЫРМА IV и. мед. һөйл. ҡар. трахома. Ҡырма менән ауырыу. Ҡырманы дауалау. Ҡырма йоҡтороу.
ҠЫРМАЛЫ I (Р: аллергия; И.: allergy; T: alerji) и. мед.
Организмдың ят матдәләр тәьҫиренә үтә ныҡ һиҙгерлеге һәм шуның һөҙөмтәһендә ауырыу кисереүе. □ Аллергия. М Ҡырмалы булһа, уткер әйбер менән имләйҙәр. Имләгәндә ошо әпсенде әйтәләр: «Ҡырмалы, ҡырмалы, тимер кәрәк менән ҡырырмын, тимер тырма менән тарармын, тимер балта менән турармын. Ҡырырмын, тарармын, турармын! Ҡит бынан, кит бынан!» Башҡорттарҙың им-том китабынан.
ҠЫРМАЛЫ II с. ҡар. ҡырма I. Ҡырмалы бурек.
ҠЫРМА САЛҒЫ (Р.: коса, у которой лезвие насажено вниз; И.: kind of scythe; T: tırpan) и. диал.
Йөҙө түбән һапланған салғы. □ Коса, у которой лезвие насажено вниз. Кырма салғы йөҙө. Кырма салғыны яныу. Ҡырма салғыны һаплау.
ҠЫРМАУ ЫҠ (ҡырмауығы) и. бот. диал.
1. ҡар. дегәнәк 1. Кырмауыҡ япрағы. Кырмауыҡ тамыры. Аттың ялына ҡырма-уыҡ йәбешкән. Кырмауыҡ майы.
2. ҡар. һырлан. Кырмауыҡ сәскәһе. Ҡыр-мауыҡ йәбешеу. Кырмауыҡ — ҡый уләне.
3. ҡар. бөрмәкәй I. Кырмауыҡ сәскәһе. Кырмауыҡ төнәтмәһе. Кырмауыҡ халыҡ медицинаһында ҡулланыла.
ҠЫР МИЛӘШЕ (Р: пижма; И.: tanacetum; T: pire otu) и. бот.
Ҡатмарлы сәскәлеләр ғаиләһенә ҡараған, һары төймә һымаҡ тажһыҙ сәскә атҡан күп йыллыҡ дарыу үләне; еҙтөймә. □ Пижма (лат. Tanacetum). Ҡыр миләше һары төймә һымаҡ тажһыҙ сәскә ата. Ҡыр миләшен аш тәмләткес итеп файҙаланалар. Ҡыр миләше дарыу уләне булараҡ билдәле.
ҠЫРМОРОН (Р: нос с горбинкой; И.: aquiline nose; T: kemerli burun) и. диал.
Ҡылыс, тура, нәҙек танау. □ Нос с горбинкой. Ҡырморонло малай.
ҠЫРМЫҘЫ [фарс. с. иҫк. ҡар. ҡыҙыл I. Ҡырмыҙы төҫ. Ҡырмыҙы сәскә.
ҠЫРМЫҘЫ САПАН (Р: красный ча-пан; И.: red gown; T.: kırmızı çapan) и.
Йоҡа ғына мамыҡ һалып һырыған боронғо ҡыҙыл сапан. □ Красный чапан. Я [Солтан ҡарт — әбейенә:] Заһитты ҡайныһына курештергәндә анау минең ҡырмыҙы сапанды яптырырбыҙ, һ. Дәүләтшина.
771