Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V. 773 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠЫРПАҠ ҠАР
[ирҙәр], ҡырмыҫҡа иләүенә таяҡ тыҡҡандай, уғата ҡуҙғырышып киткәндәр. М. Тажи.
ҠЫРМЫҪҠА КИСЛОТАҺЫ (Р: муравьиная кислота; И.: formic acid; T: karınca asidi) и. хим.
Ғәҙәти шарттарҙа ҡырҡыу еҫле, төҫһөҙ шыйыҡса рәүешендәге химик берләшмә. □ Муравьиная кислота. М [Курай еләгенең] емеше составында шәкәр, пектин; алма, ҡырмыҫҡа кислоталары, минераль тоҙҙар; В, РР, С витаминдары, каротин һ. 6. биологик актив матдәләр бар. В. Ғүмәров.
ҠЫРМЫҪҠА МАЙЫ и. хим. ҡар. ҡырмыҫҡа кислотаһы. Ҡырмыҫҡа майы кесерткәндә бар.
ҠЫРМЫҪҠА ОЯҺЫ и. ҡар. ҡырмыҫҡа иләүе. ■ [Әхмәт] китеп бара, китеп бара, бер ҡырмыҫҡа ояһына барып етә. Әкиәттән. Лагерь, туҙҙырылған ҡырмыҫҡа ояһылай, ҡайнаша башланы. Ғ. Лоҡманов. Бигерәк тә ҡарттар, һуғыш ветерандары пенсия алған саҡта ауыл ҡырмыҫҡа ояһы ише мыжғып китә. Т. Ғиниәтуллин.
ҠЫРМЫҪҠА СПИРТЫ (Р. муравьиный спирт; И.: formic spirit; T: karınca ispirtosu) и. хим.
Ҡырмыҫҡа кислотаһының спиртлы ҡушылмаһы (1,4%). □ Муравьиный спирт. Ҡырмыҫҡа спирты ҡушыу. Ҡырмыҫҡа спирты һортоу.
ҠЫР МӘГЕ (Р: мак-самосейка; И.: field poppy; T: gelincik) и. бот.
Матур ҡыҙыл, аҡ йәки алһыу сәскәле, орлоғо ҡойолоп, үҙенән-үҙе сыға торған бер йыллыҡ үҫемлек. □ Мак-самосейка (лат. Papaver rhoeas). ■ [Ғәйнулла:] Кем бынау ҡыр мәген күберәк ашай, шул батыр була. Яр. Вәлиев.
ҠЫРНАҠАЙ (Р.: бритва; И .: razor; T: ustura) и. диал.
Сәс бәкеһе. □ Бритва. Үткер ҡырнаҡай. Кырнаҡай менән сәс алыу.
ҠЫРНАШЫУ (ҡырнаш-) ҡ. диал. ҡар. буталыу 5. Ҡырнашып йөрөү.
ҠЫРПА (Р: белуга; И.: beluga; T: mersin morinası; beluga ) и. зоол.
Бикреләр ғаиләһенә ҡараған ҡиммәтле, аҡ буҙ төҫтәге иң эре диңгеҙ һәм йылға балығы. □ Белуга. / Белужий (лат. Huso huso). Ҡырпа ыуылдырығы. Тоҙло ҡырпа ите. М Уйын иң ҡыҙған бер мәлдә бәләкәсерәк кәмә оҙонлоғо ҡырпа балыҡ һыу ярып килеп сыҡты ла айыуҙың алғы уң тәпәйенән эләктереп алды. М. Кәрим.
ҠЫРПАҒАЙ (Р.: ноябрь; И.: November; T.: Kasım) и.
Йылдың ун беренсе айының исеме. □ Ноябрь.
ҠЫРПАҠ (ҡырпағы) (Р: пороша; И.: newly fallen snow; T.: yeni yağmış kar (tabakası) u.
1. Ер туңғас төшкән йоҡа йәш ҡар. □ Пороша. Ҡырпаҡ төшөү. ■ Ҡырпаҡ төшкәс, халыҡ һуғым һуйғас, .. ебәреп тор күстәнәстәр. Б. Вәлид.
2. Шул ҡар төшкән миҙгел. □ Пороша. М Көҙгө ҡырпаҡта утын ташып ҡалайыҡ. Т. Морат.
3. күсм. Сәскә төшкән сал. □ Седина. М Йәшлек үтә. Сәскә ҡырпаҡ төшә, килә сал бөркөттәй сал ҡартлыҡ. X. Кәрим. Хәстәрем бар, хәстәрем бар, ҡырпаҡ төшкән сәстәрем бар. М. Кәрим. Сәскә ҡырпаҡ яуҙы, маңлайыма ятты тәрән юлаҡ. А. Игебаев.
ҠЫРПАҠ ҠАР и.
1. ҡар. ҡырпаҡ 1. Ҡырпаҡ ҡарҙан барыу. ■ Уларҙың [фонарҙарҙың] тоноҡ яҡтыһында көслө ел һары, кипкән япраҡтарҙы ҡырпаҡ ҡар менән аралаштырып ҡосағына ала ла, ҡайҙалыр илтеп ташларға ашыҡҡандай, осорта-осорта урам буйлап ҡыуалай. Ғ. Лоҡманов. Ер өҫтөнә ҡырпаҡ ҡар төшкәндән бирле, өлкән ҡара урмандың эсенә әҙәм аяғы баҫмаған. Ғ. Дәүләтшин.
2. ҡар. ҡырпаҡ 3. М Коңғорт ҡара сәстәремә ҡырпаҡ ҡарҙар сәсте заман. А. Игебаев.
773