Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V. 774 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠЫРПАҠЛАНЫУ
ҠЫРПАҠЛАНЫУ (ҡырпаҡлан-) (Р.: покрываться порошей; И.: get covered with newly fallen snow; T: yeni yağmış kar ile kapanmak) ҡ.
1. Ҡырпаҡ ҡар менән ҡапланыу □ Покрываться порошей. Ҡырпаҡланған ялан. Тирә-яҡ ҡырпаҡланған.
2. Ҡырау төшөп ағарыу; ҡырауланыу □ Покрываться изморозью, заиндеветь. Ж Бер ике аҙнанан бирле көндән-көн ҡыйыҡ, ҡылый ҡарауын арттыра торған ҡояш, урман артынан күтәрелеп, көҙгө көндөң ҡырауы менән ҡырпаҡланған. А. Таһиров.
ҠЫРПАҠЛАУ (ҡырпаҡла-) (Р.: покрыть порошей; И.: cover with newly fallen snow; T.: yeni yağmış kar kapamak) ҡ.
Ҡырпаҡ ҡар менән ҡаплау. □ Покрыть порошей, запорошить. Туңған ерҙе ап-аҡ итеп ҡырпаҡланы. ■ Әле ҡырпаҡлап яуа башлаған ҡар Гөлйыһандың битенә килеп бәрелә лә ирей, әйтерһең, тәбиғәт үҙе илай. «Йәшлек», 4 май 2012.
ҠЫРПЫУ (Р: меховая оторочка; И.: fur trimming; T.: kürk) и.
1. Кейемдең сит-ситенә тирәсләп тегелгән тире йәки бәрхәт. □ Меховая оторочка, выпушка, опушка; околыш. Шәшке ҡырпыу. Бүреккә ҡырпыу тегеү. ■ [Сәләхетдин] төлкө кәпәс менән ҡырпыу яғалы тунды ла йылына бер-ике тапҡыр кейһә-кейәлер. Ә. Хәкимов. Ҡара ҡырпыу үңлегеңде нағышларбыҙ, юрғам. Халыҡ йырынан.
2. диал. ҡар. күрпә I. Ҡырпыуҙы өйгә алып инергә кәрәк, тышта туңып ҡуймаһын.
ҠЫРПЫУЛАНЫУ (ҡырпыулай-) ҡ. төш. ҡар. ҡырпыулау, страд, от ҡырпыулау. ■ Ҡуҙыйкүрпәс көрәшселәргә бәйге билдәләй. Беренсеһенә кәрмәзин елән ҡуя, икенсеһенә — ебәк фарсы билбауы, өсөнсө-һөнә — мәрйен теҙелгән ҡама ҡырпыулы таҡыя, дүртенсеһенә ҡара төлкө менән ҡыр-пыуланған ҡолаҡсын .. билдәләй. «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу».
ҠЫРПЫУЛАУ (ҡырпыула-) (Р: опушать; И.: edge/trim with fur; T.: kürk ile bezemek) ҡ.
Ҡырпыу менән тирәсләү. □ Опушать, оторачивать (мехом, тканью). Бүректе ҡырпыулау. Яғаны ҡырпыулау. Ҡырпыулап алыу. Ҡырпыулап бөтөрөү. Ҡырпыулап ҡуйыу. Ҡырпыулап сығыу. ■ Аҡ йорондан ҡырпыулаған кәпәс кейгән, билен ҡыҙыл билғау менән быуған .. Әлкәйҙең Ҡолморҙа старшина ҡапҡаһынан сығып .. киткәнен күрҙе [Сурағол]. Т. Хәйбуллин.
ҠЫРПЫУЛЫ (Р: с меховой оторочкой; И.: trimmed with fur; T: kürklü) c.
Ҡырпыуы (1) булған. □ С меховой оторочкой; отороченный, опушённый. Ҡырпыулы бүрек. Ҡырпыулы тун тегеү. ■ [Сәлимдең] олатаһы ҡама менән ҡырпыулы кәпәс кейеп йөрөй торғайны, шикелле. С. Шәрипов. Иҫке шинель, әллә нисә мәртәбә төпләнгән һәм көйә тишкеләгән һоро быйма, башына аҡ ҡырпыулы бүрек кейгән урта йәштәрҙәге кеше, Ниғмәтйән кабинетына инеп, тап уның ҡаршыһына — өҫтәлгә таянып ултырҙы. Ғ. Хәйри. Ул [Татлыбикә] хатта һәр ваҡыттағы затлы кейемдәрен, ҡашмау-түшелдеректәрен сисеп, өҫтөнә ҡыҫҡа ғына елән, башына ҡырпыулы кәпәс кейгән. Ә. Хәкимов.
ҠЫР САҒАУЫНЫ и. зоол. диал. ҡар. иңкеш I. Ҡыр сағауыны тешләү. Ҡыр саға-уынын тотоу. Ҡыр сағауыны ояһы.
ҠЫРСАЙЫУ (ҡырсай-, ҡыр сая) (Р: смотреть краешком глаза; И.: look from the corner of one’s eye; T: göz ucu ile bakmak) ҡ. диал.
Күҙ ҡырыйы менән ҡарау. □ Смотреть краешком глаза. Ҡырсайып тороу. Ҡүршеһе-нә ҡырсайыу.
ҠЫРҪАУ (ҡырса-) ҡ. диал. ҡар. ҡырсыу. Картуфты ҡырҫау. Балыҡты ҡырҫау.
ҠЫР СЕЙӘҺЕ (Р.: вишня степная; И.: wild cherry tree; T: vişne) и. бот.
774