Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V. 775 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠЫРСЫН
Тау итәктәрендә, урман һыҙаларында күпләп үҫкән аҡ сәскәле, ҡыҙыл емешле, шыма япраҡлы ҡышлыҡлы ҡыуаҡ һәм уның емеше. □ Вишня степная (лат. Cerasus fruti-cosa). ■ [Ҡыр сейәһе] апрель-май айҙарында аҡ сәскә ата, емеше июнь-июлдә өлгөрә. В. Ғүмәров.
ҠЫРСЕНСЕК (ҡырсенсеге) (Р.:голен-ная кость; И.: shin bone; T: incik kemiği) и. диал.
Енсек һырты. □ Голенная кость. Ҡырсен-сегем һынған. Ҡырсенсегем һыҙлай.
ҠЫРСИГӘ (Р.: казанок; И.: small cauldron; T: kazan) и.
Ҡалайҙан, баҡырҙан сигәләп эшләнгән бәләкәй ҡула ҡаҙан. □ Казанок. Ҡырсигә ҡылысы. Ҡырсигә төбө. Ҡырсигәлә былау бешереу.
ҠЫР СУСҠАҺЫ (Р: кабан; И.: wild boar; T: yaban domuzu) и. зоол.
1. Ҡыҫҡа аяҡлы, йомшаҡ томшоҡло, шырт йөнлө, айыры тояҡлы имеҙеүсе ҡырағай хайуан; ҡабан сусҡа. □ Кабан; вепрь; свинья дикая (лат. Sus scrofd). ■ [Хәмит:] Атай ҡартлас менән ҡыр сусҡаһына һунарға барғаны бар [Рәмзилдең]. Д. Бүләков.
2. кусм. Тәртипһеҙ, тәрбиәһеҙ кеше тураһында. □ Свинья, кабан (о невоспитанном человеке). Ҡыр сусҡаһы булып сыҡты был әҙәм.
ҠЫРСЫ (Р: полевод; И.: field crop grower; T: tarım işçisi) u.
Ҡыр, баҫыу эшсеһе. □ Полевод, полевой работник. ■ Эшсе улдар завод эсенән эшелонға тауар килтергән, ә ҡырсылар баҫыу мәрйенен центнер-центнер тоҡҡа тултырған. Ә. Ихсан.
ҠЫРСЫЙ (Р.: чешуя; И.: scales; T: pullar) и. диал.
Балыҡ тәңкәһе. □ Чешуя (рыбы). Балыҡтың ҡырсыйын таҙартыу.
ҠЫР СЫЙЫРЫ и. зоол. диал. ҡар. мышы I. Ҡыр сыйыры мөгөҙө. Ҡыр сыйырын атыу.
ҠЫРСЫҠ I (ҡырсығы) (Р.: рыбья чешуя; И.: fish scales; T: pullar) и. диал.
Балыҡ тәңкәһе. □ Рыбья чешуя. Ҡырсыҡ таҙартыу.
ҠЫРСЫҠ II с. диал. ҡар. ҡырыҫ I. Ҡырсыҡ кеше. Ҡырсыҡ бала.
ҠЫРСЫ Л Д АУ I (ҡырсылда-) ҡ. диал. ҡар. көйәләнеү. Ҡырсылдап йөрөу. Ҡырсыл-дап тороу.
ҠЫРСЫЛДАУ II (ҡырсылда-) ҡ. ҡар. ҡылсылдау. Ат ҡырсылдай.
ҠЫРСЫЛЫҠ (ҡырсылығы) и. ҡар. баҫыусылыҡ. Ҡырсылыҡ бригадаһы. ■ Иркенләп һөйләшер, аңлашыр өсөн мәле уңайлы тугел: Мәҙинә ҡыҙҙары менән йәйләуҙә, Әп-теләхәт иһә ҡырсылыҡ эштәренән бушамай. Т. Ғарипова. Хөсәйенов иптәштең йөрәген оло хәуеф ҡоршауы ҡыҫып ауырттырҙы — колхоздың ҡырсылыҡ бригадаһы бригадиры Дәуәй менән МТС-тың трактор бригадаһы бригадиры Сибаев иптәштәргә генә тугел, ә өлкәнең башҡарма рәйесе Карасиков иптәштең уҙенә сәйәси йәһәттән хәтәр оҙон телен тейҙерә бит. Й. Солтанов.
ҠЫРСЫН I (Р: галька; И.: shingle; T: çakıl (taşı) и.
1. һыу буйындағы шымарып бөткән ваҡ таш. □ Галька; гравий. / Галечный; гравийный. Ҡырсын юл тушәу. ■ Бына бөгөн Айбулат менән Асатайҙың ҡыуып әйҙәп алып килгән көтөуе, Ырғыҙ буйының йомшаҡ уләндәр, сәскәләр менән ҡапланған уйпатын утеп, тау сауҡалары, ҡомло ҡырсындар ҡапланған еренә килеп төштө. һ. Дәүләтшина. Яр ситенә етәрәк тояғы ҡырсынға тейгән ат бышҡырып ебәрҙе. Ш. Янбаев. Ерҙе йыуып сығарған ҡырсындарҙы тәгәрәтә-тәгәрәтә ағып ятҡан ҡар шишмәһе уға [Булатҡа] бала саҡтарҙы иҫкә төшөрҙө. Р. Солтангәрәев.
2. Шул таштар менән ҡапланған урын. □ Галечный берег; усыпанное галькой место. ■ Һаҙмыт тугел, ҡырсын төп, өйрәк, аҡҡош, ҡыр ҡаҙы йөҙөп йөрөй — шундай куп. «Урал батыр». Беҙҙең юлдаштарыбыҙ бейек
775