ҠЫРСЫН
ҡая ҡаршыһындағы ҡырсынға туҡтағандар. Ғ. Ибраһимов. Малайҙар балыҡты, ҡырсынға тугеп, булештеләр. Ш. Янбаев. Ҡыҙыл ғына буйы ҡыҙыл ҡырсын, ҡыҙыл ҡырсын буйлап йугерҙем. Халыҡ йырынан. Ҡырсынға сығып ятҡан ағастар йә һөйрәп, йә тәгәрләтеп килтерелә лә ағынға төшөрөлә, ярға ығышҡандары эскә төртөп ебәрелә. И. Ғиззәтуллин.
♦ Кәмә ҡырсынға тейеү эш бармай башлау, тотҡарлыҡҡа осрау. □ соотв. Сесть на мель. ■ Сәбәләнмә, эй, ҡырсынма, кәмә тейгән ҡырсынға. Т. Йосопов.
ҠЫРСЫН II и. мед. диал. ҡар. ҡорсаңғы I. Ҡырсын йоҡтороу. Һыулы ҡырсын. Ҡырсын баҫыу.
ҠЫРСЫНЛЫ (Р.: галечный; И.: pebbly; T.: çakıl (taşı) с.
Ҡырсыны булған, ҡырсын түшәлгән. □ Галечный; гравийный. Ҡырсынлы ер. М Ҡаты ергә баҫҡас, уҙ-уҙемә ышанмай торам. Ҡырсынлы ярҙы ҡосаҡланым да яттым. Р. Солтангәрәев. [Ҡом һайыҫҡаны] ҡырсынлы һәм ҡомло һөҙәк ярҙарҙа йәшәй. Интернет селтәренән.
ҠЫРСЫНЛЫҠ (ҡырсынлығы) (Р: галечник; И.: shingles; T.: bakla boyu çakıl) и.
Ҡырсынлы һыу сите. □ Галечник. ■ Бына ул [Емеш] әле лә, куҙ асып йомғансы, йылғаның ауылдан алыҫ бер бөгөлөндәге иҫ киткес матур, киң ҡырсынлығына барып сыҡты.
3. Биишева. Был тирә — ҡырсынлыҡ, һыу ҙа тыныс ағымлы, төбө батҡыл тугел. С. Шәрипов.
ҠЫРСЫН ТАЛ (Р: желтолозник; И.: purple willow; T.: çalıkavak) и. бот. диал.
Сыбыҡтары нескә һары тал. □ Желтолозник (лат. Salix purpurea). Ҡырсын тал көсөгө. Ҡырсын тал бөрөһө. Ҡырсын тал япрағы.
ҠЫРСЫНТАУ (ҡырсынта-) (Р: не слушаться; И.: disobey; T.: söz dinlememek) ҡ. диал.
Баш бирмәү. □ Не слушаться, ослушаться. Был ат ҡырсынтай бит. Малай тыңламай, ҡырсынтай.
ҠЫРСЫНТАШ (Р: щебень; И.: crushed stone; T.: kırma taş) и.
Йышылып, шымарып бөткән ваҡ ҡаты таш. □ Щебень, щебёнка, гравий, галька. / Щебённый, гравийный, галечный. Ҡырсынташ карьеры. ■ Яланда ялтыра-быраҡ ятҡан ҡырсынташ та ярты саҡрымдан куренә бит инде. Яр. Вәлиев. Ул [Гималетдин], ботинкаһына тулған ҡырсынташтарҙы ҡағып, усаҡ йылыһына киптерергә ҡуйҙы ла палаткаға Сәғиҙә әҙерләп ҡуйған ҡоро кейемдәрен кейергә инеп китте. Ш. Янбаев. Ғәлиәхмәт аяғына баҫып өлгөр-ҙөмө-юҡмы, тышҡа табан атылған тере ташҡын менән бергә уҡмашып, мәтәлә-мә-тәлә тубәнгә, шпалдар араһына һалынған ҡырсынташ өйөмө өҫтөнә барып төштө. Р. Байымов.
ҠЫРСЫНТАШЛЫ (Р: гаревый; И.: cinder; T.: kırma taşlı) с.
Ҡырсынташы булған, ҡырсынташ һалынған. □ Гаревый. Ҡырсынташлы юл. ■ Улар [ҡыҙҙар] Ырғыҙҙың Суҡайтауҙы әйләнеп аҡҡан бөгөлөнә ҡом ҡатыш ҡырсынташлы йәйпе ситенә, Мостаҡ ҡарттың балыҡ ҡармаҡлап ултырған ҡамышлыҡтары эргәһенә килеп сыҡтылар. Һ. Дәүләтшина. Тояҡтарҙың баҙыҡ тупырлашыуымы, тәгәрмәстәрҙең ваҡ ҡырсынташлы тигеҙ юлды шайлатып кундәм келтерләуеме, иртәнге саф һауаның иҫерткес наҙымы.. һалдаттарҙы рәхәт серемгә талдыра. Ә. Хәкимов.
ҠЫРСЫНЫУ I (ҡырсын-) (Р: намереваться делать что', И.: intend to do smth; T.: niyetlenmek) ҡ.
Берәй эш ҡылырға ҡыҙышыу. □ Намереваться делать что, настраиваться на что. Ҡайтырға ҡырсыныу. Эшләргә ҡырсыныу. ■ Хужаһы алдында бер ҡатлы кеше булып ҡыланыуы, Касьяновты ултерергә ҡырсы-ныуы Наҡышевты һынау өсөн генә юрамал
776