Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V. 777 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠЫРТ
әйтелгән һуҙ ине. Я. Хамматов. Намыҫын һатыусы әҙәмдәрҙе атып бөтөрөргә ҡырсынған кешегә хыянатсы бисәһен бер тапкыр куреу ҙә бик ауырҙыр, моғайын. Н. Мусин.
ҠЫРСЫНЫУ II (кырсын-) ҡ. диал. ҡар. янау. Ҡырсынып йөрөу.
ҠЫРСЫУ (ҡырсы-) (Р.: чистить; И.: clean; peel; scrub; T.: temizlemek) ҡ. диал.
1. Йәбешкән, йәбешеп ҡатҡан нәмәне ҡырыу. □ Чистить. Картуфты ҡырсыу. ■ Сәлиха, балыҡтарҙы шештән алып, бысаҡ менән көмбәҙен ҡырсый башланы. Ж. Кейекбаев. Тире иләу, ҡайыш ҡырыу майлы бутҡа тугел икән ул. Ҡырғыслап ҡырсый-ҡырсый, кирбесләп ышҡый-ышҡый йән тирҙәрең сыға. Й. Солтанов.
2. диал. ҡар. киртеү. Ағасты ҡырсыу.
ҠЫР СӘЙЕ I (Р.: буквица; И.: betony; Т.: kestere) и. бот.
Дүрт ҡырлы йөнтәҫ һабаҡлы, ҡапма-ҡаршы япраҡлы, ҡуйы ҡыҙыл сәскәле күп йыллыҡ үлән. □ Буквица, чайная трава (лат. Betonica officinalis). Ҡыр сәйе төнәтмәһен быуындар һыҙлағанда әсәләр.
ҠЫР СӘЙЕ II (Р: чай на природе; И.: teaparty in the country; T.: çay partisi) и.
Яланда усаҡ яғып ҡайнатылған сәй эсеү. □ Чай на природе. ■ Кумәкләшеп, ҡыр сәйенә өңөлдөк. Й. Солтанов. [Барсын-бикә — Көнһылыу ға:] Бөгөн ҡатын-ҡыҙ Ҡарға бутҡаһына сыға, ҡунаҡты ер-һыу, уҙе-беҙҙең йолаларыбыҙҙы курһәтеп, ҡыр сәйе эсереп йөрөтөп алып ҡайтайыҡ. Т. Ғарипова.
ҠЫР СӘСКӘЛӘРЕ (Р: цветы полевые; И.: field flowers; T.: kır çiçekleri) и.
Ялан-ҡырҙа үҫкән сәскәләр. □ Цветы полевые. ■ Ҡыр сәскәләре шәлкеме вагон тәҙрәһе төбөндәге өҫтәлдә, Таңһылыуҙың беләгенә һалынған башы осонда бәуелеп, хуш еҫ бөркөп килә. М. Садыкова. Булмәгә саф һауа менән бергә ҡыр сәскәләре, кипкән улән һәм һалам еҫтәре — ауыл кисенә генә хас морон ҡытыҡлаусы хуш еҫтәр бәреп инде. Яр. Вәлиев. Тирә-яҡта ағастарҙы тирбәлде
реп ҡоштар һайрай, ә уҙем ҡыр сәскәләренең хуш еҫенә иҫереп киләм. М. Сәғитов.
ҠЫРҪ с. диал. ҡар. ҡырыҫ I, 4. Йәй бигерәк ҡырҫ булды.
ҠЫРҪАУ (Р: медлительный; И.: sluggish; T.: ağır) с.
Тәбиғәте, булмышы менән ялҡау, ығыш (малға ҡарата). □ Медлительный; ленивый. Ҡырҫау мал. Ҡырҫау угеҙ.
ҠЫРҪЛА и. зоол. диал. ҡар. ҡыҫала 1,1.
ҠЫРТ I (Р: хруп!; И.: crunch!; T: kıtırtı) оҡш.
Ҡаты, мурт нәмәне өҙә ҡырҡҡанда сыҡҡан тауышты белдергән һүҙ. □ Хруп! (подражание хрусту, хрупанью, лёгкому треску). Ҡырт иттереп өҙөу. Ҡырт итеу. ■ Аҡйондоҙҙоң ҡыҙыл һаплы йылтыр урағы беренсе ҡабымын ҡырт иттереп тешләп өҙҙө. М. Кәрим. Ҡырт иткән тауыш баҫылып өлгөрмәй, ураҡсының ҡулына, уҙлегенән һарылғандай, яңы усма килеп инә. Ә. Хәкимов.
ҠЫРТ II (Р.: резко; И.: sharply; abruptly; T: ani) р.
Ҡапыл, киҫкен хәрәкәт менән. □ Резко; вдруг, внезапно. Ҡырт булеу. Ҡырт туҡтатыу. Ҡырт ҡына һорау. В Уйлай инем мин, йырымдың һуңы ошо булыр, тип, уйламай инем ваҡиға шулай ҡырт боролор, тип. Т. Арслан. Һалдаттар ҡапҡаға еттеләр ҙә, ҡырт ҡына боролоп, әле һаман тамаҡтарын яра-яра ярһып өргән эттәрҙе яҡ-яҡҡа һибеп, кире тороп саптылар. Ғ. Лоҡманов. Әле генә йомолоп ҡасҡан төркөм, арттарынан эҙәр-ләуселәр куренмәгәс, ҡырт боролоп, кире һуғыш яланына ҡайтты. Р. Байымов.
ҠЫРТ III (Р: резкий; И.: sharp; harsh; T: keskin) с.
1. Эш, мөнәсәбәттә ҡәтғи, киҫкен. □ Резкий; категоричный. Ҡырт ир. М [Зәлифә:] Атайыңдың бик ҡырт ғәҙәте лә була торғайны. С. Агиш.
777