Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V. 778 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠЫРТАЙЫУ
2. Өҙөп кенә, аныҡ ҡына итеп әйтелгән. □ Резкий; категоричный. Ҡырт яуап. Ҡырт һуҙ.
ҠЫРТАЙЫУ (ҡыртай-, ҡыртая) (Р: смотреть краешком глаза; И.: look from the corner of one’s eye; T.: göz ucuyla bakmak) ҡ. диал.
Күҙ ҡырыйы менән ҡарау. □ Смотреть краешком глаза. Ҡыртайып ултырыу. Оҡшатып етмәй, ҡыртайыу.
ҠЫРТАЛАШЫУ (ҡырталаш-) (Р: упорно добиваться чего\ И.: seek hard; T.: ısrarla elde etmeye uğraşmak) ҡ. диал.
1. Маташыу, тырышыу. □ Упорно добиваться чего, упорствовать. ■ Билсән! Сәселмәй уҫкән яуыз ҡый! Шулай ҙа ул, ер һутын имергә уҙен оятһыҙ рәуештә хаҡлы һанап, тамырын ергә батыра, ер ҡоро булған һайын, тәрәнерәк батыра. Ул йәшәу өсөн ҡырталаша. Ф. Иҫәнғолов.
2. Ҡаршылыҡ күрһәтеү. □ Противиться, сопротивляться. ■ Юлдың иҙелмә балсығы шыйылдап, тәгәрмәстәргә уралып, сат йәбешеп ята, әйтерһең, туған тупраҡ уҙенең кескәй ҡыҙын ситкә ебәрергә теләмәй ҡырталаша. 3. Биишева. [Аҫылбай:] Ҡантон хәҙрәт, улар бит мине һоратып алдырҙылар. Мин бармаҫҡа ҡырталашһам да булдыра алманым. Д. Юлтый. Ул [Сәлмән] ҡырталашмай ғына ҡалаға юл тотто. С. Шәрипов.
3. Телләшеп, ҡаршылыҡ күрһәтеү, ныҡ тартышыу. □ Ссориться, пререкаться. ■ [Хөс-нөлхаҡ — Закирға:] Үлеп-ҡырылып бөтәсәк беҙҙең халыҡ! Ер-Һыуынан, мал-тыуарынан мәхрум ҡалғас, бөтмәй ҡайҙа барһын?! Етмәһә, беҙ уҙебеҙ, бай ҙа ярлы, тигән булып ҡырталашабыҙ. 3. Биишева. Сәғиҙә тәҙрә янынан тиҙ генә китмәне, комендант менән һаман ҡырталашты: «һеҙ мине алдайһығыҙ. Ул бер ҡайҙа ла оҙатылмаған, бында ултыра бит!» М. Тажи.
ҠЫР ТАРАҠАНЫ и. зоол. диал. ҡар. еңгәсәй II.
ҠЫР ТАУЫҒЫ и. зоол. диал. ҡар. ағуна. Ҡыр тауығы аулау. Ҡыр тауығы ите. Ҡыр тауығы ҡысҡыра.
ҠЫР ТИБЕҮ (ҡыр тип-) (Р: обижать; не принимать; И.: ignore, hurt; T: hiçe saymak) ҡ. диал.
Үҙ итмәү, ситләтеү, яҡын һанамау. □ Обижать, не принимать. Баланы ҡыр тибеу. Йәтимде ҡыр тибеу.
ҠЫРТ КИҪЕҮ (ҡырт киҫ-) (Р: оборвать; И.: cut short; T: kesmek) ҡ.
Өҙә генә әйтеү, ҡәтғи ҡарарға килеү. □ Оборвать, обрезать, отрубить. Ҡырт киҫеп әйтеу. Беренсе һуҙҙән ук ҡырт киҫеу. М Емеш йырының аҙағын ҡырт киҫеп туҡтатты ла көйәнтә башы менән йоҡа ғына боҙҙо сайрата һуғып мәке асты. 3. Биишева. Сәләхетдин фронттан ҡайтҡас: «Етәрлек атыштым, мылтыҡты кургем дә килмәй», — тип ҡырт киҫте. Ә. Хәкимов. Әх-мәҙи Фатиманың ҡайтыу мәсьәләһен ҡырт киҫкәс, Факиһа был хаҡта ҡабат ауыҙ ҙа асманы. Ж. Кейекбаев. Һәйбәтләп әйткән һуҙ аңлашылмай икән, мәсьәләне ҡырт киҫергә тура килә. М. Садыҡова.
ҠЫРТ-ҠЫРТ I (Р: хруп-хруп; И.: crunch!; crackle!; T: çıtırtı) оҡш.
Ҡабат-ҡабат ҡырт иткән тауышты белдергән һүҙ. □ Хруп-хруп (подражание многократному хрусту, треску). Ҡырт-ҡырт итеу. Ҡырт-ҡырт сәйнәу. Ҡырт-ҡырт килеу. ■ Аттың ҡырт-ҡырт атауынан һәм һирәкләп бышҡырыуынан башҡа бер тауыш та юҡ. М. Ғафури. [Үлмәҫбай:] Яуапты тапҡыр ҡайтарам: ғәфу итегеҙ мине, немец башын ҡырт-ҡырт ҡырҡа — ана шул башҡорт инде. М. Кәрим.
ҠЫРТ-ҠЫРТ II (Р: резко; И.: sharply; abruptly; T.: ani) р.
Ҡапыл-ҡапыл булған киҫкен хәрәкәтте белдергән һүҙ. □ Резко; внезапно, вдруг. Ҡырт-ҡырт баҫыу. ■ Ул [барыня], уҙенең янында торған әлеге приказчигына ҡарап,
778