Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V. 779 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠЫРТЫШ
бер нисә һуҙ әйтте лә ҡырт-ҡырт баҫып, һарайына инеп юғалды, С. Ҡудаш.
ҠЫРТЛАТЫУ (ҡыртлат-) (Р.: хрупать что, чем; И.: crunch; T.: kıtırdamak) ҡ.
Ҡырт иттереү, ҡырт иткән тауыш сығарыу □ Хрупать что, чем, хрустеть чем. ■ [Заһит — Саматҡа:] Штурвал тотҡан ҡулдың ҡалай дерелдәуен кургәнең бармы? Иген ҡамылын ҡыртлатып киҫкән салғы ауырлығын тойоп шулай дерелдәй ул — оһо! Яр. Вәлиев.
ҠЫРТЛАУ I (ҡыртла-) (Р.: хрупать; И.: crackle; T.: kıtırdamak) ҡ.
Ҡырт итеү, ҡырт иткән тауыш сығыу.
□ Хрупать, хрустеть. Еп ҡыртлап өҙөлә. Ҡыртлап тороу. Ҡыртлап ҡуйыу.
ҠЫРТЛАУ II (ҡыртла-) (Р: квохтать; И.: cluck, cackle; T.: gurk gurk etmek) ҡ.
Тауыҡтың йомортҡа баҫырға ултырырға йыйынып, өҙөк-өҙөк тауыш сығарыуы.
□ Квохтать. Ҡыртлап алыу. Ҡыртлап ултырыу. Ҡыртлап йөрөу. Я Мәликә инәй тауыҡтарҙың башҡаларын ояға индермәйенсә, бер уҙе ҡыртлап баҫып ятыусы тауығын баҙға япты. И. Ғиззәтуллин.
ҠЫРТ-МЫРТ I оҡш. ҡар. ҡырт-ҡырт I.
Ҡырт-мырт сәйнәу. Ҡырт-мырт килеу.
ҠЫРТ-МЫРТ II р. ҡар. ҡырыҫ-мырыҫ II. Я Сәлмән Вәлимәнең тел төбөнә бик ук төшөнөп етмәне, шуға яңынан уға ғәжәпләнеп бакты. Тегеһе ҡырт-мырт килеберәк уҙе һуҙ башланы. С. Шәрипов. [Рәшиҙә] яурындарын һикертеп, ҡырт-мырт баҫып мәктәпкә инеп китте. М. Тажи.
ҠЫР ТУРҒАЙЫ (Р: воробей полевой; И.: sparrow, species; T: orman serçesi) и. зоол.
Түбәһе асыҡ көрән, тамағында һәм сикәләрендә ҡара таптар булған, һырты ҡара таплы һарғылт көрән, өҫ яғы аҡһыл һоро, йорт турғайы ҙурлығындағы ултыраҡ ҡош.
□ Воробей полевой (лат. Passer monta-nus). Я Ҡыр турғайы яҙғыһын, зарарлы бө -жәктәрҙе ҡырып, файҙа килтерһә, көҙгөһөн игенгә зыян итә. Э. Ишбирҙин.
ҠЫРТ ҺЫНЫУ (ҡырт һын-) ҡ. диал. ҡар. сурт һыныу. Тәртәһе ҡырт һынған. Я Беҙгә ҡаршы кутәрелгән куп ҡылыстар беҙҙең ҡылыстарға һуғылып ҡырт һынды. С. Ҡудаш.
ҠЫРТЫЛДАТЫУ (ҡыртылдат-) ҡ. йөкм. ҡар. ҡыртылдау, понуд. от ҡыртылдау. Ҡыртылдатып ашау. Ҡыярҙы ҡыртылдатып сәйнәу. Я Аттар, урман ҡултығындағы аҡланды иңләп-буйлап, таңғаса рәхәтләнеп улән ҡыртылдата. Ә. Хәкимов.
ҠЫРТЫЛДАУ (ҡыртылда-) (Р.: хрупать; И.: crunch; T: kıtırdamak) ҡ.
Ҡырт-ҡырт тигән тауыш сығарыу, ҡырт-ҡырт килеү. □ Хрупать, хрустеть. Ҡыртылдап тороу. Сәйнәгәндә алма ҡыртылдап тора.
ҠЫРТЫМ I (Р.: разносящий сплетни; И.: spreading gossip; T.: dedikoducu) c.
1. Ғәйбәт һөйләп, кеше араһын боҙған. □ Разносящий сплетни, клевету. Ҡыртым ҡатын.
2. Һүҙ менән әүрәтеп, халыҡты ҡуҙғы -тыусан. □ Подстрекатель, провокатор. Ҡыртым кешене тыңлама.
ҠЫРТЫМ II (Р: сплетник; И.: gossip; T.: dedikoducu) и.
1. Ҡотҡосо, юҡ һүҙҙе һөйләп, кеше араһын боҙоусы әҙәм. □ Сплетник; подстрекатель, провокатор.
2. Кеше араһын боҙоу, коллективты таратыу маҡсаты менән ҡоролған һүҙ, ғәйбәт, ҡотҡо. □ Подстрекательство, провокация. Я [һабрау:] Таҡ аҫтында уй куреу — яҡшыны яман курһәтеп, ҡыртым менән көн куреп, ике йөҙлө йөрөусе кешенең эше, оло хан. «Иҙеүкәй менән Мораҙым».
ҠЫРТЫШ I (Р: верхний твёрдый слой чего-л.; И.: hard top layer; T.: üst katman) u.
1. һәр төрлө нәмәнең иң өҫкө йоҡа ҡатлауы. □ Верхний твёрдый слой чего-л.; корка; оболочка; дёрн. Икмәк ҡыртышы. Я Ауыл әйләнәһенә ялан яҡтарындағы колхоздарҙың һыйырҙарын килтереп тул
779