ҠЫРТЫШ
тыралар ҙа шул аснәҡәт малдар ер ҡыртышын кимереп бөтә. Н. Мусин. Беҙҙең машина тәгәрмәстәре йәй буйы тапап йоҡа ҡыртышын асҡан таш юлға төшкәс, [Мәүлиха инәй] тәрән көрһөндө. Ш. Янбаев. [Һундар] мал-тыуары, тимерләнгән тәгәрмәсле арбалары менән ерҙең ҡыртышын кимереп киләләр, кейеҙ өйҙәрен арбаларға ултыртып йөрөтәләр һәм шунда йәшәйҙәр, имеш. Б. Рафиҡов. Ерҙең ҡыртышын, агрономия теле менән әйткәндә, гумус өлөшөн һыҙырып ырғыталар. Р. Солтангәрәев. Йә-шенләп-күкрәп ямғыр ҡойоп үттеме, ер ҡыртышын тишеп, йәш үлән баш ҡалҡыта. Ә. Хәкимов. Хәле еткәне барынса мал-тыуар аҫрай, ер ҡыртышын йыртып, аҙ-маҙ иген игә. Ғ. Ибраһимов.
2. диал. Сиҙәм, һөрөлмәй ятҡан ер. □ Залежи; целина; новина, новь. Ҡыртыш бесәне.
♦ Ер ҡыртышын ашау {йәки йотоу, кимереү) ер өҫтөндә булған бөтә тереклекте ҡармап алырҙай булып ҡомһоҙланыу. □ Проявлять алчность, жадность; желать объять необъятное. fl [Сурағол:] Ҡолморҙа старшина менән Әкбәр доверенныйҙың ҡатҡан ҡорото, күгәргән икмәге, ҡалған ашы һимертә башлағандыр [Әлкәйҙе]. Шул күгәргән икмәк, ҡалған аш иҫәбенә ошаҡҡа бирелеп, ер ҡыртышын йоторға әҙер тора. Т. Хәйбуллин.
ҠЫРТЫШ II и. диал.
1. ҡар. тире. Өйрәк ҡыртышы. ■ Суртандарҙың ҡыртышы йоҡа һәм йомшаҡ була. С. Шәрипов.
2. Иттең өҫтөндәге ҡыртылдап торған ҡаты майы. □ Хрустящее во время еды сало на мясе. Майҙың ҡыртышы тәмле була. Ҡыртышты ҡыштырлатып ашау.
3. Йылҡының ҡаҙы ялы. □ Сало холки. Ҡаҙыға ҡыртыш һалыу. Ҡыртышты ҡырҡып алыу.
ҠЫРТЫШ III (Р: ягодицы; И.: buttocks; T.: kabaet) и. анат. диал.
Арт һан. □ Ягодицы.
ҠЫРТЫШ IV и. зоол. диал. ҡар. этеш. Ҡыртыш ҡармаҡлау. Ҡыртыш бешереү. Ҡыртыш ыуылдырығы.
ҠЫРТЫШ V (R: упрямый; И.: stubborn; T.: inatçı) с. диал.
Ныҡымыш, кире. □ Упрямый. Ҡыртыш малай, fl Ике-өс ай самаһы һиҙҙермәҫкә тырышып һыҙып ауырып йөрөнө ул [Нурби-кәнең ҡарты] башта, ғүмере буйы көсәнеп йөк тартып алға ынтылған ҡыртыш алаша-лай, ахырғаса бирешергә генә теләмәне. X. Тапаҡов.
ҠЫРТЫШ VI и. диал. ҡар. ҡаты-ҡото I. Ҡыртыш ашау. Ҡыртыш менән генә тамаҡ туйҙырыу.
ҠЫРТЫШ VII (Р.: волокно конопли; И.: hemp fibre; T.: kendir lifi) и. диал.
Тарма сүсе. □ Волокно конопли. Ҡыртыш ҡушыу. Ҡыртыш — ныҡлы материал.
ҠЫРТЫШ VIII и. диал. ҡар. ҡыртыш таҡта.
ҠЫРТЫШ IX (Р.: худой; И.: thin, slim; T: ince) с.
Ҡаҡса, йоҡа тәнле, ябыҡ, нәҙек. □ Худой; тонкий. ■ Ирендәрен ҡымтып, күҙҙәрен нәфрәтле ҡыҫа биреп, ишек алдында тапаныусы ағайым, үҙенең киҫәү ағасылай ҡыртыш аяғын юрый һуҙып, әсәйҙең юлын бүлде. М. Садыҡова.
ҠЫРТЫШ ҠУҢЫҘҘАРЫ (Р.: заболон ники; И.: cambium beetles; T.: kabuk böceği) и. зоол.
Күпселектә ылыҫлы ағастарҙың ҡабығы аҫтындағы ҡыртыш өлөшөндә йәшәй һәм шуның менән бик ныҡ зарар килтерә торған ҡоротҡос ҡуңыҙҙар. □ Заболонники (лат. Scolytus).
ҠЫРТЫШ ҠЫРҠЫУ (ҡыртыш ҡырҡ ) (Р.: произнести, прочитать молитву для оберега домашнего скота; И.: say a player to protect cattle; T: dua etmek) ҡ.
Мал-тыуарҙы бәлә-ҡазанан һаҡлар өсөн доға уҡытыу. □ Произнести, прочитать молитву для оберега домашнего скота от опас-
780