Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V. 782 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠЫРШАН
при резке, надкусывании чего-л.). Ҡырш иттереп ҡырҡыу. Ҡырш итеп ҡыяр тешләү.
ҠЫРШАН и. бот. ҡар. диал. боланут 1. Ҡыршан япрағы. Ҡыршан тамыры.
ҠЫРШАУ I и. диал. ҡар. ҡоршау II. ■ Киндер күлдәк, ҙур, ҡалын табанлы итек кейгән егеттәр утыҙ-ҡырҡы бергә тотоношоп, киң ҡыршау яһайҙар. А. Таһиров. Ауыл хужалығында ел эрозияһынан һаҡлау өсөн тирәкте яландарҙа ҡыршау итеп ҡулланалар. Интернет селтәренән.
ҠЫРШАУ II и. диал.
1. ҡар. балитәк. Ҡыршау ҡуйып күлдәк тегеү. Күлдәгенә дүрт ҡыршау һалды.
2. ҡар. таҫма. Ҡыҙыл ҡыршау. Ҡыршау менән сәс үреү. Ҡыршау тағыу.
ҠЫРШАУЛАУ (ҡыршаула-) ҡ. диал. ҡар. ҡоршаулау. Ҡыршаулап алыу. Ҡыршау-лап бөтөү. Ҡыршаулап ҡуйыу. Ҡыршаулап сығыу. М [Көтөүсе] үҙенең ҡарайып бөткән, еп менән ҡыршаулап бөтөргән кәсәһе менән һыу эсереп, минең ярылып барған тамаҡтарымды сылатыр ине. Б. Ишемғол. Еңһеҙ, ҡыҫҡа, сыбар күлдәк кейгән ҡыҙҙар баштарын сәскәләр менән ҡыршаулағандар. А. Таһиров.
ҠЫРШАУЛЫ I с. диал. ҡар. ҡоршаулы. М [Айрат ҡарт:] Алтын ҡыршаулы күҙлеген еп менән ҡорап бөтөп йөрөүсенең, йә ул яҡҡа, йә был яҡҡа берәй мәрәкәһе барҙыр, һин уның әҙенән яҙмаҫҡа тырыш, Мостафа. А. Таһиров.
ҠЫРШАУЛЫ II с. диал. ҡар. балитәкле. Ҡыршаулы күлдәк.
ҠЫР ШЕБЕШЕ и. зоол. диал. ҡар. ағуна. Ҡыр шебеше йомортҡаһы.
ҠЫРШ-ҠЫРШ (Р.: вжик-вжик!; И.: swish!; T: kesme sesi) оҡш.
Ҡабат-ҡабат ҡырш иткән тауышты белдергән һүҙ. □ Вжик-вжик. Кырш-ҡырш сабыу. Кырш-ҡырш итеп ҡырҡыу.
ҠЫРШЛАТЫУ (ҡыршлат-) ҡ. йөкм. ҡар. ҡыршлау, понуд. от ҡыршлау. Ҡыршлатып өҙөү. Ҡыршлатып сабыу.
ҠЫРШЛАУ (ҡыршла-) (Р.: хрупать; И.: crunch; T: kıtırdamak) ҡ.
Ҡырш тигән тауыш сығарыу, ҡырш-ҡырш килеү. □ Хрупать, хрустеть. Ҡыяр ҡыршлап тора. Урман үләнен сапҡанда ҡыршлап тора.
ҠЫРШ ТА ҠЫРШ оҡш. ҡар. ҡырш-ҡырш.
ҠЫРШЫЙ КҮҘ (Р: глаза навыкате; И.: bulging eyes; T: fırlak / patlak gözler) и. диал.
Аҡыш күҙ. □ Глаза навыкате. Ҡыршый күҙле ҡыҙ.
ҠЫРШЫЛДАТЫУ (ҡыршылдат-) ҡ. йөкм. ҡар. ҡыршылдау, понуд. от ҡыршылдау. Ҡыршылдатып бесән сабыу. М Кәзәкәй-ҙәр, һарыҡ, бәрәскәйҙәр ҡыршылдатып үлән өҙҙөләр. Б. Вәлид. Ҡыран батырҙың ағалары ҡыуыштарынан сығалар ҙа, ҡустыбыҙҙы сәнсәбеҙ тип, серек түмәрҙе ҡыршылдата сәнсәләр. Әкиәттән.
ҠЫРШЫЛДАУ (ҡыршылда-) (Р: хрупать; И.: crackle; T: kıtırdamak) ҡ.
Ҡырш-ҡырш тигән тауыш сығарыу, ҡырш-ҡырш килеү. □ Хрупать, хрустеть. Ҡыршылдап тороу. Ҡырҡҡанда ҡыршылдап тора.
ҠЫРШЫЛЫУ (ҡыршыл-) (Р.: изнашиваться; И.: wear out; T: yıpranmak) ҡ.
1. Ышҡылып ҡырылыу, туҙыу. □ Изнашиваться, износиться, быть потёртым. ■ Өҫтөнә иҫке генә бушлат, башына ҡыр-шылып бөткән һоро ҡолаҡсын кейгән йонсоу ҡиәфәтле кеше, Касҡынтау итәгендә туҡтап, йәйпәк ташҡа ултырҙы ла ҡарашын күп тигәндә бер саҡрымдағы ауылға төбәне. Ә. Хәкимов.
2. Үтмәҫләнеү, үтмәҫ булыу. □ Зазубриваться, притупиться. В Һай, йәлләне Алдар ҡылысын. Ҡылыс ҡына түгел, йәшен ташы ине. Булаты утта ҡыҙған, һыуға һалмай, ат елдереп, елдә сыныҡҡан, һәр саҡ бергә булды. Ул дуҫ ине, йән һаҡлаусы, еңеүсе. Үҙе лә һуң тамам ҡыршылған. Ғ. Ибраһимов.
782