Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V. 783 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠЫРЫЛЫУ
ҠЫРЪЯҒАЛАУ (ҡыръяғала-) ҡ. диал. ҡар. үҙһүҙләнеү. М Ҡыръяғалай бит бер эш булһа. Экспедиция материалдарынан.
ҠЫРЫЙ I и. диал. ҡар. ҡыр II, 1—3.
■ Гузәл ҡарашын тау ҡырыйында, бер ҡарыштай булып ҡалҡып ҡына килгән йәш улән өҫтөндә тәмәке көйрәтеусе кешегә кусерҙе. И. Ғиззәтуллин.
ҠЫРЫЙ II с. диал. ҡар. ҡырағай. Ҡырый ҡаҙҙар.
ҠЫРЫЙТЕШ и. анат. диал. ҡар. ҡаҙыҡ теш. Ҡырыйтеште һурҙырыу. Ҡырыйтеш һыҙлай.
ҠЫРЫҠҠАН с. диал. ҡар. еңмеш. Ҡы-рыҡҡан бала. Ҡырыккан кеше.
ҠЫРЫЛЫУ (ҡырыл-) ҡ.
1. төш. ҡар. ҡырыу I. страд, от ҡырыу I. ■ [Ныязғолдоң] еп кеуек кенә ҡалдырып ҡырылған нәҙек мыйығы ла ҡатындар ауыҙына оҡшаған йоҡа ирендәре өҫтөндә ҡарайып һыҙылып ята. Һ. Дәүләтшина. Бер нисә көн уткәс, ҡырылған башына узбәк эшләпәһе, аяғына йыртыҡ ботинка, өҫтөнә буйлы-буйлы ебәк тышлы халат кейгән, дөм ҡара янған Таһир комиссия ағзалары алдына килеп баҫа. Р. Өмөтбаев.
2. Ышҡылып, өйкәлеп ашалыу. □ Протираться, стираться. Ең осо ҡырылған. Кул-дәктең яғаһы ҡырылған. Итектең табаны ҡырылды. V Ҡамсат ҡына бурек туҙмай, тиҙәр, ҡырылып уҡ ситенән туҙа икән. Халыҡ йырынан. Билал салбарының ҡырылған, шымарған тубығын ентекләп ҡарай. А. Таһиров. Ҡырылып, ойпаланып бөткән пинжәге менән салбарын һыйпаҡлап көн уҙғара [Әсҡәт]. Н. Мусин.
3. Емерек хәлгә әйләнеү, боҙолоу. □ Разваливаться, разрушаться, ломаться. ■ [Гөлсөм — Хөрмәтуллаға:] Етем кешенең ни, шул, моң да зар тигәндәй, аҙбар ҡапҡам ҡырылып төштө бит. Төҙәтеп кенә бирсе, зинһар. Ғ. Лоҡманов.
4. кусм. Күпләп үлеү (бәхетһеҙлек, афәт нәтижәһендә; мал-тыуар, кешегә ҡарата).
□ Гибнуть (во множестве)', вымереть. Йоттан ҡырылыу. Бешмәнән ҡырылыу. ■ Был юлы һуғыш бик яман ҡыҙып китте, ти, алты көн, алты төн һуғышып, һәр ике яҡтан хисапһыҙ куп кеше ҡырылды, ти. Әкиәттән. Ярты ғәскәр яуҙа йығылған, ҡый уләндәй дошман ҡырылған. М. Кәрим. • Буре лә туҡ булһын, мал да ҡырылмаһын. Мәҡәл.
5. кусм. Ныҡ йонсоу; хәлһеҙләнеү.
□ Быть усталым, разбитым. Тән ҡырылып барыу. S Ҡуп ваҡыттан йоҡламай юлда ҡырылып килгән Айтуған башы мендәргә тейеу менән йоҡоға китте, ти. Әкиәттән.
♦ Күңел ҡырылыу кәйеф боҙолоу.
□ Испортиться (о настроении). ■ Рөстәм уҙенең куңеле ҡырылып китеуен һис тә йәшерә алманы. Р. Өмөтбаев. Бөгөн Рәшиттең, ҡыҙыл вымпелын елберләтеп, уҙҙәре янынан ғорур ғына ҡарап уҙып китеуен кургәс, Алтын-бөртөктөң куңеле ҡырылды. Ф. Әсәнов. Кәйеф ҡырылыу кәйеф насарланыу, күңелһеҙләнеү. □ Испортиться (о настроении). М Атаһының кәйефе ҡырыла барыуын һиҙеп, Хәкимйән хәҙер ундай һорауҙарҙы бирмәй башланы. Д. Исламов. Ҡырҡ эш ҡырылып ятыу эшләйһе ашығыс эш бик күп булыу. □ Очень много (о невыполненной работе). ■ [Вәсилә:] Самауыр ҡуя-йыммы, ҡыҙҙар? Ҡырҡ эшебеҙ ҡырылып ятмай әле. Иркенләп бер һөйләшеп ултырырбыҙ. Ф. Әсәнов. Мәңгелек улы — ҡояш гел янһа ла, ҡырҡ эшем ҡырылып ятып ҡалһа ла, һуғыр аҡтыҡҡы сәғәтем бер заман, һәм мин китеп тә барырмын донъянан. М. Кәрим. Себен кеүек ҡырылыу күпләп үлеү. □ соотв. Мрут как мухи. ■ Ә беҙ [һалдаттар], аңралар, көн-төн йоҡламай, ас, яланғас ут эсендә йөрөйбөҙ, һис бер маҡсатһыҙ, себен кеуек ҡырылабыҙ. Д. Юлтый. Эс ҡырылыу күңел әрнеү, болоҡһоу. □ Огорчаться, щемить, ныть (о сердце; по поводу чего, кого). ■ Минең дә эс ҡырыла ҡырылыуын, тик быны Сәлимәгә генә белгертмәйем. Теште ҡыҫып туҙәм. И. Ғиззәтуллин. Бойҙай
783