ҠЫРЫЛЫШ
баҫыуының уталып бөтмәуен кургас, Ишбулдиндың тағы эсе ҡырылып китте. Ә. Вәли.
ҠЫРЫЛЫШ (Р.: массовая гибель; И.: mass loss of life; T: kırılma) и.
Халыҡтың күпләп үлеүе (афәт йәки һуғыш арҡаһында). □ Массовая гибель (в результате разных причин, например, войны или бедствия)’, бойня, резня. М Баш бирмәҫ башҡорт яу артынан яуға кутәрелә иркен яҡлап. Үлеш, ҡырылыш, ҡан ҡойош китә. Ғ. Хөсәйенов. [Йософ — батшаға:] һигеҙ ҡара һыйыр — һигеҙ йыл аслыҡ, ҡырылыш булыр; һигеҙ ҡыҙыл һыйыр тигәнең — аслыҡтан һуң туҡлыҡ килер. «Йософ менән Зөләйха». Нисек тә Ҡотлоярҙың мәкерле уйын Боғараға еткерергә, ҡырылыштың алдын алырға тейеш ине ул [Илтуған]. Ә. Хәкимов. Әгәр ҙә уның [Субай ту рәнең] шундай аҡыллы, баҫалҡы һәм сабыр хөкөмө булмаһа, әллә ниҙәр килеп тыуасаҡ ине. Үлеш, ҡырылыш башланыр ине, етмәһә, Аҡназар хан әһелдәре ҡабат-ҡабат килеп илде туҙҙырыр ине. К. Мәргән.
ҠЫРЫЛЫШЫУ (ҡырылыш-) ҡ.
1. урт. ҡар. ҡырылыу 4. взаимн. от ҡырылыу 4. ■ Был хикәйәт тамам булды ошо урында, даим ырыуҙар ҡырылышҡан бик боронда. Халыҡ ижадынан. [Хөснөлхаҡ:] Закир, уҙең беләһең, донъя бик боларҙы. Кешеләр аҡтарға, ҡыҙылдарға буленеп ҡырылышырға тотондо. 3. Биишева. Шул юлда ыҙғыштар сыға, яуҙар ҡуба, шуның арҡаһында һуғышалар, ҡырылышалар. Ғ. Ибраһимов.
2. кусм. һөйл. Үҙ-ара әрләшеп, талашып бөтөү. □ Переругаться, перессориться. Ҡырылышып барыу. ■ Дәуләтбай ағай менән Мәстурә еңгәнең улай һуғышып, ҡырылышып китеу тугел, бер-береһенә ауыр һуҙ ҙә әй-тешмәуен һәр кем белә ине. Ғ. Лоҡманов. [Әсәйем — Ырыҫбикә инәйгә:] Ете малай бит, әйтеуе генә еңел. һуғышмаһалар ҙа ул тиклем булмаҫ ине, саҡ куҙ яҙлыҡтырҙыңмы, ҡырылышып баралар. Ш. Янбаев.
ҠЫРЫМ ТАТАРЫ (Р.: крымские татары; И.: Crimean Tatar; T: Kırım Tatarı) и. этн.
Ҡырым территорияһында (Рәсәй, Украина, Төркиә, Болгария һ. б.) йәшәүсе халыҡ һәм шул халыҡтың бер кешеһе (телдәре төрки телдәр ғаиләһенә ҡарай, диндәре — ислам). □ Крымские татары. М Йылғыр ҡырым, татары майор Мурадов кеҫәһендәге сигеуле янсыҡтан шәм филтәһенең зәғиф яҡтыһында ялтлап киткән йондоҙ сығарҙы. Р. Өмөтбаев. [Алдарбай — Шоңҡарға:] Ҡырым татарҙары, ҡарағалпаҡтар, Ҡаф тауы яғындағы мосолмандар ҙа батша властарының ҡыҫымы менән риза тугел, улар ҙа баш кутәрергә йыйына икән. Н. Мусин.
ҠЫРЫМҺАҒЫҘ (Р.: крым-сагыз; И.: krym-saghyz’, T: kök sakızı) и. бот.
Каучук бирә торған күп йыллыҡ үҫемлек. □ Крым-сагыз (лат. Taraxacum hybemum). Ҡырымһағыҙ көҙ көнө сәскә ата. Каучукты ҡырымһағыҙҙың тамырынан алалар.
ҠЫРЫН I (Р.: наклонный; И.: inclined; slanted; T: eğik) с.
1. Бер яҡҡа ауыш, иңкеү. □ Наклонный, покатый. Ҡырын яр. ■ [Айсыуаҡ] тиҙ генә бығаулы тышауҙы сисеп, атты ҡырын таҡта буйлап өҫкә мендерә лә, тышҡа һикертеп, сабып сығып та китә. Риүәйәттән. Икенсе көнөнә иртук тейәлеп, аттарҙы артмаҡлап тау аша арып-талып кусенеп барғанда — суп өҫтөнә сумәлә — Этҡолдоң етәкләгән аты, ҡырын ергә яҙа баҫып, йөгө-ние менән ауҙы китте. Ғ. Хөсәйенов.
2. Бер яҡҡа ҡыйыш; ҡыя. □ Косой, кривой. Ҡырын сәс.
3. Төп йүнәлештән, оло юлдан тайпылышлы; сит. □ Противоположный; в стороне от основного направления, дороги. Ауыл ҡырын яҡта, тауҙар, урмандар араһында ята.
4. кусм. Дөрөҫ йүнәлештән, тейешле тәртиптән тайпылышлы; яраҡһыҙ, насар.
784