Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V. 785 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠЫРЫН
□ Неверный, ложный. Ҡырын һуҙ. ■ Рәмил ҡырын эш өҫтөндә тотолған бур һымаҡ ҡыҙара биреп ҡуйҙы. Р. Ҡол-Дәүләт. [Зәки Вәлиди — Аҫылбайға:] Минһаж кеүектәр ҙә һәр ҡырын эшебеҙҙе күреп ҡабартырға, бер-беребеҙ менән талаштырырға ғына торалар. Р. Байымов. Бында [йылға буйында] ҡыҙға, малайға айырып бер-береһенә ҡул тейҙереү, ҡурҡытыу, оялтыу йәки берәй ҡырын һүҙ әйтеү кеүек әҙәпкә һыймаған бер генә нәмә лә юҡ. 3. Биишева. • Ҡырын эш ҡырҡ йылдан һуң да беленә. Мәҡәл.
5. күсм. Кәрәкле яйға, тейешле ыңғайға килешһеҙ; кире. □ Упрямый, неуступчивый. Ҡырын кеше. • Ҡырҡ кеше бер яҡлы, ҡырын кеше бер яҡлы. Мәҡәл.
♦ Ҡырын иҙеү тиҫкәре холоҡло кеше. □ Упрямый, своенравный человек. Бигерәк ҡырын иҙеү булды был күрше.
ҠЫРЫН II (Р: набекрень; И.: aslant, tilted; T.: çalık, yana) p.
1. Бер яҡҡа ауыш, ҡыя рәүештә. □ Набекрень, набок; косо, криво. Ҡырын ҡуйыу. Ҡырын кейеү. Сәсте ҡырын тарау. Ҡырын ултырыу. Ҡырын тешләү. Я [Сәләхет-диндең] төлкө кәпәсен ҡырын һалып, һиртмәле кырандаста урамдан үткәнен күрһәң, элекке байҙарҙан ҡайтышы юҡ. Ә. Хәкимов. [Хәйҙәр] ҡыҫҡа ғына ҡалдырып алдырған һарғылт сәсен тигеҙ итеп ҡырын тарап ҡуйғайны. Ф. Әсәнов. Аҡтүш тигән бәләкәйерәк айыу ары-бире тапанды ла, артына ултырып, ал аяҡтарын түшенә ҡаушырҙы, уйға сумған шикелле, башын ҡырын һалып, тынып ҡалды. Н. Мусин. Ҡуҙы яурын, ҡорос башаҡ, бәлдәгәндә тайшанып, ҡырын китһәң, һиңә хурлыҡ. Ҡобайырҙан. • Ҡырын ултырһаң да, тура һөйлә. Мәҡәл.
2. Ҡемгәлер йәки нимәгәлер бер яҡ менән. □ Боком, бочком. ■ [Хәмзин]ҡыры-ныраҡ әйләнеп бер иңбашын йәтеш кенә итеп һикертеп алғас, көс-ҡеүәтен күрһәтеп, өҙә баҫты. И. Ғиззәтуллин. Уҡыусым! Һин Ағар-
күл эргәһенә туҡта, ҡулдарыңды бөйөрөңә ҡуйған килеш, ҡырын ғына баҫып, яр ситенән уны ҡара! Ғ. Хәйри.
3. күсм. Тейешле тәртиптән тайпылып, насар. □ Неправильно, неверно. Ҡырын эшләү. Ҡырын йәшәү. Ҡырын һөйләү. Н [һомай —Уралға:] Егет, һүҙем тыңласы, һүҙем ҡырын һалмасы. «Урал батыр». Тура ҡарап, ҡырын һөйләр замандар уҙған инде. Б. Бикбай. • Тура ҡарап, ҡырын һөйләшмәйҙәр. Мәҡәл.
4. күсм. Кире килеп, уңай булмайынса. □ Неблагоприятно, неладно. Ҡырын килеү. ■ Донъя Зәйнәпкә гел ҡырын килеп, бер ҙә асыҡ йөҙ күрһәтмәгәс, уның күңеле, ҡайҙа булһа ла, риза булырға ғына тора ине. М. Ғафури.
5. күсм. Күҙ сите (ҡырыйы) менән, тура түгел. □ Косо, искоса. Ҡырын ҡарау. ■ Садиҡ .. Нуруллаға, күҙенең ағы менән ҡырын ҡарап, маңлай тирен һыпырҙы. Ш. Янбаев. Уның [Андрейҙың] ҡырыныраҡ ҡарап, күҙ ҡойроҡтары аша атҡан шелтәһе, утлы уҡ булып, Таңһылыуҙың йөрәгенә тейҙе. М. Садыҡова. Фазила фырт ҡына кейенгән ҡыйғас мыйыҡлы егеткә ҡырын ғына ҡарап алды. С. Шәрипов.
♦ Ҡырынға һаплау ыңғай һүҙҙе, эш-ҡылыҡты тиҫкәрегә тартыу, ҡапма-ҡаршы мәғәнә сығарыу. □ Истолковать совсем по-другому. ■ [Һалдат — Иштуғанға:] Юҡ, мырҙа, һин улай, тура һорауҙы ҡырынға һаплама әле. 3. Биишева. Ҡырын ҡағыу кемделер йәки нимәнелер ситкә тибеү. □ Отчуждать кого-что. ■ [Байыҡ сәсән:] Мин дә әйтһәм берәй һүҙ, туйға килгән ир һымаҡ, һүҙем ҡырын ҡаҡмаҫһыҙ, ҡағырҙай ир юҡ һымаҡ. Ҡобайырҙан. Ҡырын <күҙ менән> ҡарау 1)күҙ сите менән ҡарау. □ Смотреть косо. ■ Дуҫтар була: ыскындырмаҫ ҡырын һүҙ ғүмеренә. Хатта ҡырын күҙ менән дә ҡарамаҫ бер-беренә. Ғ. Байбурин; 2) ҡырыҫ мөнәсәбәт белдереү, кире ҡарау. □ Смотреть косо, коситься, относиться недружелюбно. ■ Ике
785