ҠЫРЫНАЙТЫУ
тәулек һалҡын вагонда ултырып сыҡҡандан һуң, Һарун Сәғиткә ҡырын ҡуҙ менән ҡарай башланы. И. Ғиззәтуллин. Ҡунаҡтар теге һанатҡа ҡырын куҙ менән ҡарай башлағандар. Әкиәттән. • Ҡартайғас, ҡарсығың да ҡырын ҡарай. Әйтем. Ҡырын тейәү (йәки һалыу) спиртлы эсемлек эсеп алыу. □ Выпить. ■ Ғәли ҡарт кистән арыу ғына ҡырын тейәгәнгә оҡшай. С. Шәрипов. Монтёр Морат йоп-йомшаҡ атлап ҡына, йөрөп ята ҡырын тейәп саҡ ҡына. М. Кәрим. Ҡырын һуғыу ниндәйҙер эште алып барып сығарыуға ныҡ ҡамасаулау. □ Мешать, препятствовать. ■ Йылға уҙенең бөгөлдәрендә бурәнә-ләрҙе ҡороға сығарып ташлаған кеуек, Сәғи-ҙәнелә тормош ағымы ҡырын һуҡты. Ш. Янбаев.
ҠЫРЫНАЙТЫУ (ҡырынайт-) ҡ.
1. йөкм. ҡар. ҡырынайыу, понуд. от ҡырынайыу. Ҡәмәне ҡырынайтыу. Башты ҡырынайтыу. Ҡырынайта барыу. Ҡырынайта биреу. Ҡырынайтып ебәреу. Ҡырынайтып ҡуйыу. Ш Оҙон сәс толомдарын алға төшөрөп һалып, матур башын ҡырынайта биреберәк шелтәле ҡарап торған Дилбәр [Ҡәбирҙең] куҙ алдына килеп баҫты. Яр. Вәлиев. Артыҡйән ҡарт,.. ямаулы буркен ҡырынайта төшөп, таҡыр башын ҡашып алды. Ф. Әсәнов. Писарь, ҡулындағы шаҡмаҡ шәкәрен сәйгә манып сылатып алғас, башын бер яҡҡа ҡырынайтып, шәкәрҙе яйлап ҡына имеп алды. Ғ. Хәйри.
2. Ҡырыҫ мөнәсәбәт белдереү, кире ҡарау. □ Смотреть косо, коситься, относиться недружелюбно. ■ Ир, һөҙөшөргә йыйынған тәкәләй, уға [Сергейға] куҙен ҡырынайтты. И. Абдуллин.
ҠЫРЫНАЙЫУ (ҡырынай-, ҡырыная) (Р.: крениться; И.: list; roll; heel; T.: yana yatmak) ҡ.
Ҡырын (1,1, 2) хәлгә килеү. □ Крениться, накреняться. Ҡырынайып тороу. Ҡырыная барыу. Ҡырыная төшөу. Ҡырынайып китеу. Ҡырынайып ҡалыу. Арба йөгө ҡыры
найҙы. В Тәгәрмәс канауға төшөп, экипаждары ҡырынайғас, ҡыҙыл иренле ҡатын, йығылыуҙан ҡурҡҡандай, ҡысҡырып ебәрҙе лә Әмирҙең муйынына һарылды. Ғ. Лоҡманов. Сәхибә, итәктәрен йыйнап, ҡырыная бирҙе. Ғ. Хәйри. Сана табаны түңгәккәме, ҡабарып ятҡан туң ергәме тыҡ итеп бәрелде һәм ҡырынайҙы, баярҙың оло кәүҙәһе бүре толоптан һурылып, ҡарға әйләнеп барып та төштө. 3. Ураҡсин.
ҠЫРЫНҒЫС (Р.: бритва; И.: razor; Т.: ustura) и.
һаҡал, мыйыҡ ҡыра торған ҡорал. □ Бритва, бритвенный прибор. Электр ҡырынғысы. ■ [Сәмиғ] һеңлеһенән иң кәрәкле кейем-һалымы һалынған сумаҙанын, электр ҡырынғысын, теш таҙартыу щёткаһын алып килде. Т. Ғиниәтуллин. Дәүәй, машинаға барып килеп, өҫтәлгә сәс алғыс, ҡырынғыс, бәләкәй көҙгө һалды. Й. Солтанов.
ҠЫРЫНДЫ (Р: оскрёбок; И.: scrapings; T.: artık) и.
Нимәнелер ҡырып йыйғанда сыҡҡан ҡалдыҡ. □ Оскрёбок, оскрёбки. Бал ҡырындыһы. Тоҙ ҡырындыһы. ■ [Сәғит] бесәнде тейәгәс, ҡырындыһын бер ергә өйөп, атаһы өйрәткәнсә, тәуҙә ике тороҡтан аран эшләне. С. Шәрипов.
ҠЫРЫНДЫҠ I (ҡырындығы) (Р: маленький хлеб, испечённый из остатков теста; И.: small loaf; T.: küçük ekmek) и. диал.
Ҡамыр ҡырындыһынан бешерелгән бәләкәй икмәк. □ Маленький хлеб, испечённый из остатков теста. Ҡырындыҡ бешереу. Ҡырындыҡ телеү. Ҡырындыҡты мейестән алыу.
ҠЫРЫНДЫҠ II с. диал. ҡар. кинйә 1.
ҠЫРЫНДЫҠҠА ҺАПЛАУ (ҡырындыҡҡа һапла-) ҡ. ҡар. кирегә һаплау. Гел генә ҡырындыҡҡа һаплап ултырыу.
ҠЫРЫН-ЗАРАН ИТЕҮ (ҡырын-заран ит-) (Р: разнести в пух и прах; И.: defeat decisively; break / smash to pieces; T.: yerden yere vurmak) ҡ. диал.
786