Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V. 787 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠЫРЫНЫУ
Пыран-заран килтереү. □ Разнести в пух и прах. Өйҙө ҡырын-заран итеу.
ҠЫРЫН ЙӨҘӨҮСЕЛӘР (Р: бокоплавы; И.: Amphipoda, side-swimmers; T.: Amfi-potlar) и. зоол.
Ер йөҙөнөң бөтә өлөштәрендә осрай торған ваҡ ҡыҫала һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған йән эйәләре. □ Бокоплавы (лат. Amphipodd). Ҡырын йөҙөуселәр диңгеҙҙәрҙә һәм сөсө һыуҙа йәшәй.
ҠЫРЫНЛАТЫУ (ҡырынлат ) (Р: кренить; И.: heel; T.: yana yatırmak) ҡ.
1. Ҡырын яҡҡа йүнәлтеү. □ Кренить, накренить. Ҡырынлатып китеу. ■ [Ҡаһым турә] ишеккә һыймағас, кәуҙәһен ҡырынлатып инер булған. «Башҡортостан», 24 апрель 2012.
2. кусм. Кинәйәләп, уратып килтереп ишара яһау; ситләтеү. □ Говорить намёками, обиняком, иносказательно. Ҡырынлатып һөйләу. ■ Рабиға менән Зәки хатта был темаға [мөхәббәт темаһына] ҡырынлатып, ситләтеп кенә булһа ла яҡын килмәнеләр. С. Агиш.
ҠЫРЫНЛАУ (ҡырынла-) (Р: крениться; И.: list; roll; T.: yana yatmak) ҡ.
1. Ҡырын, ҡыя йүнәлеш алыу. □ Крениться, накрениться. Ҡырынлап килеу. Ҡырынлап ҡуйыу. Ҡырынлай төшөу.
2. кусм. Үсегеп, үпкәләп киреләнеү.
□ Противиться, упрямиться (из-за обиды). ■ Уңмайҙыр йунһеҙ әҙәм ҡырынлаған, усле менән тирмән тартып дырылдаған. М. Аҡмулла.
3. кусм. һөйл. Ниәтләү, иҫәп тотоу.
□ Намереваться, рассчитывать. Ҡалала ҡалырға ҡырынлап йөрөу. ■ [Мәскәй — Ҡу-ҙыйкурпәскә:] Был кешеләр һинең ырыуҙарыңды сағып, уларҙың мейеһендә төҙәлмәҫ ағыуҙарын ҡалдырырға ҡырынлап килгән йылан һымаҡтар. «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу».
ҠЫРЫН-МЫРЫН I (Р: плохой; И : bad, poor; T.: kötü) с.
Тейешле тәртиптә булмаған, насар. □ Плохой. ■ [Яппаров] ҡырын-мырын эш тураһында белеп ҡалһа, бөттө инде, кем алдында, ҡайҙалығына ҡарамай, хәбәрҙе яра ла һала. Д. Бүләков.
ҠЫРЫН-МЫРЫН II (Р: вкривь и вкось; И.: slantwise, unevenly; T.: eğri büğrü) p.
1. Тегеләй-былай, ҡыйыш. □ Вкривь и вкось; неровно. ■ Унан [ҡыҙҙар] кем уҙарҙан ҡыр кәзәләре шикелле ҡырын-мырын һикерешеп, тауға менеп тә киттеләр. 3. Биишева. [Туҡтығәзе] бейәһенең бөйөрөнә типте лә, ти, ҡырын-мырын ырғыттырып китте лә, ти. «Иҙеүкәй менән Мораҙым».
2. кусм. Боҙоҡ төҫ менән, риҙаһыҙ, ғәйепләп; кирле-мирле. □ Резко, грубо, дерзко, неодобрительно. Ҡырын-мырын ҡарау. ■ Ҡырын-мырын торған асыулы хужа кеше менән һөйләшеу, уйланған кәңәш-теләк яйына көйләнеп китә алманы. Ғ. Хөсәйенов. Өлкә-нерәк ҡатындар Кинйәгә һуҙ тейҙергәне өсөн [Маһитапҡа] ҡырын-мырын ҡарап алдылар. Ғ. Ибраһимов. Ике яҡтың береһе ҡырын-мырын килеп, танау сөйөп маташманы. М. Кәрим. Бибисара абыстайҙың кәйефе, ысынлап та, яҡшы тугел ине. Ул Емеш яғына, екһенгәндәй итеп, ҡырын-мырын ҡарап алды.
3. Биишева.
ҠЫРЫНЫУ (ҡырын-) (Р: бриться; И.: shave; T: tıraş olmak) ҡ.
һаҡал, мыйыҡты ҡырыу. □ Бриться. // Бритьё. Ҡырынып алыу. Ҡырынып бөтөу. Ҡырынып ҡуйыу. Ҡырынып тороу. Электр ҡырынғысы менән ҡырыныу. ■ [Ишмырҙа] сәйнугенә һыу эҫетеп алды ла, һабын иҙеп, ҡырынырға ултырҙы. Н. Мусин, һалдаттар таҙа итеп ҡырынып, йыуынып алған, булдыра алғанса өҫ-баштарына ла байрамса төҫ биргән. Р. Байымов. Алпамыша йәһәт кенә ҡырынып, йыуынып-сайҡанып ала ла, тимер кейемдәрен кейеп, ҡоралланып тышҡа сыға. Әкиәттән. • Һалдат беҙ менән ҡырыныр, төтөн менән йыуыныр. Мәҡәл.
787