ҠЫРЫН-ЯРЫН
ҠЫРЫН-ЯРЫН (Р.: вкривь и вкось; И.: crookedly; on the slant; T.: eğri büğrü) р.
1. Тегеләй-былай ҡырынайып, ҡырын-мырын итеп. □ Вкривь и вкось. Ҡырын-ярын баҫыу. Ҡырын-ярын атлап китте.
2. кусм. Тейешле тәртип, йүнәлешкә яраҡһыҙ рәүештә; яҙа. □ Мимо. Ш [Хөсәйен:] Ана теге МТС-тан килеп йөрөй торған Саҙрыев кеуек бер ваҡытта ла: «Һеҙ ни беләһегеҙ?» — тип ҡырын-ярын һөйләнмәҫ [Ҡәбир]. Б. Дим. Әуәлдә ҡырын-ярын йөрөй ине, ахырында, ҡайтып, булды мөхиҡ мулла. М. Аҡмулла.
3. ҡар. ҡырын-мырын II, 2. ■ Юлға сыҡҡанда ла ирендәрен, ҡаш-керпектәрен театрға барғандағылай буяған, биҙәнгән-яһанған был ҡыҙға бөтәһе лә ҡырын-ярын ҡарап килделәр. Р. Солтангәрәев. Ул [Айнур] әкренләп тыныслана төштө, Хаҡбирҙин бер нисә тапҡыр дорфа өндәшеп, ҡырын-ярын ҡарап йөрөһә лә, уның менән ипле һөйләшергә тырышты. Н. Мусин.
ҠЫРЫН ЯТЫУ (ҡырын ят-) (Р: полулежать; И.: recline; T: yaslanmak) ҡ.
1. Терһәккә таянып, бер яҡ ҡабырғаға ятыу. □ Полулежать. ■ [Нәркәс — Һәубәнгә:] Атам аяҡ һуҙғанда, ҡул ҡаушырып торорһоң; атам тороп киткәндә, ҡырын ятып ҡалырһың. «Аҡбуҙат». Әбделхаҡ ағай терһәгенә таянып ҡырын ятҡан да, бармаҡтарына сынаяҡ аҫтын ултыртып, сәй һемерә. Ш. Янбаев.
2. кусм. Бер ни ҙә эшләмәү, ваҡытты тиккә уҙғарыу. □ соотв. Бить баклуши, гонять лодыря, сушить онучи. • Ҡырын ятҡан — ашһыҙ ҡалыр, эшләгән — көрәп алыр. Әйтем.
ҠЫРЫП-ВАТЫП р. ҡар. ҡырып-емереп. Ҡырып-ватып сығыу. Юлында осраған бар нәмәне ҡырып-ватып бара. Ҡырып-ватып бөтөу.
ҠЫРЫП-ЕМЕРЕП (Р: сокрушая; И.: crushing everything; T: silip süpürerek) р.
Тотош рәттән ҡыйратып. □ Сокрушая, сметая всё на своём пути. Ҡырып-емереп ташлау. М Бөтөн нәмәне ҡырып-емереп һалған терминаторҙар рухында, аяуһыҙ, бәғерһеҙ сит ил йәнһурәттәре геройҙары өлгөһөндә тәрбиәләнгән бөгөнгө йәштәргә кәрәкме тарих? 3. Ҡотлогилдина. Ҡуян йылында маҡсатыңа ирешер өсөн ҡырып-емереп утергә ярамай, ә уҙ-ара килешеп эш итеу яҡшыраҡ булыр. «Урал», 14 декабрь 2010.
ҠЫРЫП-СЫРЫП р. ҡар. ҡырып-һепереп. Аҡсаны ҡырып-сырып биреу. Н [Сәйҙеямал:] Ҡунәк төбөндәге ондоң аҡтығын, киләһе ризыҡты быуып ятмаһын тип, ҡырып-сырып баҫтым да ҡуйҙым инде. Я. Хамматов.
ҠЫРЫП-ҺЕПЕРЕП (Р: целиком; И.: wholly; T: tümüyle) р.
Бер нәмә ҡалдырмайынса, барыһын да, бөтә булғанынса, тотош. □ Целиком, полностью, дочиста. ■ Үҙе бер ҡарыш, һаҡалы мең ҡарыш ҡарт ҡаҙандағы итте һоғалана-һоғалана ҡырып-һепереп ашап бөтөргән дә сығып та һыҙған. Әкиәттән. Үҙҙәренең май-ҡаймаҡ ашап ултырғанын хәтерләмәй ҙә Гөлбаныу: булған ғына ризыҡтарын ҡырып-һепереп тапшырып торҙолар. Т. Ғарипова.
ҠЫРЫҪ I (Р: суровый; И.: stern; T: sert) с.
1. Кешегә булған мөнәсәбәттә ҡаты, ҡырҡыу. □ Суровый; строгий, крутой, резкий; недоступный. Ҡырыҫ сырай. Ҡырыҫ ҡиәфәтле. Ҡырыҫ ҡылыҡ. Ҡырыҫ холоҡло булыу. Н Оҙон буйлы, туңәрәк аҡ йөҙлө, ҡуңыр ҡашлы, һорғолт куҙле, төҙ танаулы Фариза еңгәһен Айбулат, Имайҙың бөтә ҡырыҫ уҫаллыҡтарына ҡарамай, ярата ине. һ. Дәүләтшина. Халыҡ бер мәлгә шымып алды. һәр кемдең асыулы, ҡырыҫ йөҙөнә ҡайғы, хафа бәреп сыҡты. Ғ. Лоҡманов. [Йыһаншаның] куңеле Сәлимгә ирер кеуек куренһә лә, кинйә улына ҡырыҫ көйө ҡалды. Ш. Янбаев.
2. Кешеләр менән аралашырға яратмаған, оялсан. □ Необщительный, нелюди-
788