ҠЫРЫҪЛАНЫУ
мый, застенчивый, неприступный. Ҡырыҫ кеше. ■ [Биби апай:] Беҙҙең Юлдаш бигерәк ҡырыҫ. Ауыҙынан бер һуҙ сыҡмай. 3. Биишева.
3. Ҡулға эйәләшеп бөтмәгән; ҡырағай. □ Дикий, неприступный. Ҡырыҫ ат. ■ [Иҙеукәй — Ыласынға:] Йәнлек һуҡмай, уҡ атмай йөрөгән Ыласын булһаң һин, ҡырыҫ аттан ҡурҡмаған, айыуҙы тотоп туҡмаған Иҙеукәй дуҫың булам мин. «Иҙеүкәй менән Мораҙым». Ете йәше еткәндә, ниндәй ҡырыҫ атты ла ҡурҡмай менеп сапҡан ул [Салауат]. «Юлай менән Салауат».
4. Ҡаты, һалҡын. □ Суровый. Ҡырыҫ ел. Ҡырыҫ ҡыш. ■ Ҡуйынында меңәр йылдар буйы купме сер, иҫәпһеҙ байлыҡ һаҡлап ятҡан ҡырыҫ тауҙар. Ф. Иҫәнғолов. Ойоҡ-һоп ҡына һибәләгән ҡар ҡатыш һирәк ямғыр менән өҙөп-өҙөп иҫкән ҡырыҫ ел иһә яҡынлашып килгән дауыл тураһында хәбәр иткәндәй. Ә. Хәкимов. Был ваҡытта ҡышҡы ҡыҫҡа көн уҙып, ҡырыҫ ҡояш куптән тау артына, уҙенең йылы ояһына төшөп йоҡларға ятҡан, тирә-яҡты эңер ҡараңғылығы ҡаплаған ине.
3. Биишева.
5. Көнкүреш өсөн ҡыйын, йәшәү өсөн ауыр, уңайһыҙ. □ Суровый, тяжёлый, тягостный. Ҡырыҫ яҡ. ■ Зәлифә уны [Тәлғәтте] эш хаҡына төньяҡ проценттары ла ҡушыла торған ҡырыҫ яҡтарға китергә өгөтләй. М. Садыҡова. Ҡырыҫ климатлы был крайҙа йылдың дурт айын ғына файҙалы эш менән уткәрәләр. М. Өмөтбаев. Тыуған яҡтар! Шунда урман киҫеп, бесән сабып, иген сәсәбеҙ... Ҡырыҫыраҡ, тиҙәр, беҙҙең яҡты, тик ул беҙгә — наҙлы әсәбеҙ. Р. Ғарипов.
6. Ҡыйын кисерелгән; күңелгә ҡыйын, ҡайғылы булған; ауыр. □ Суровый, тяжёлый, тягостный. Ҡырыҫ тормош. Ҡырыҫ яҙмыш. ■ Яңғыҙ тирәк, гуйә, хафанан бер шыбырлап ала, бер тына, аҙмы кешеләр бында әрнене, яуап тапмай ҡырыҫ тормоштан. М. Ғәли. Ҡырыҫ тормош бәләкәс кешене куп нәмәгә өйрәтергә өлгөргәйне, курәһең. Б. Рафиҡов.
ҠЫРЫҪ II (Р.: сурово; И.: harshly; T.: pek sert)р.
1. Ҡаты, ҡырҡыу итеп; етди. □ Сурово, резко; круто. Ҡырыҫ һөйләшеу. Ҡырыҫ булыу. К Унан [Януҙаҡ ҡарттан] аҙаҡ һуҙ алыусылар Ғаббас Сынбулатовтың колхозсылар алдында уҙен ҡырыҫыраҡ тотоуы, урынһыҙға бөгөп ебәреуе, башҡаларҙың кәңәшенә ҡолаҡ һалырға теләмәуе хаҡында әйтеп ут-теләр. М. Тажи. Ғималетдин, ҡашы аҫтынан һөҙөп ҡарап, ни өсөндөр ҡырыҫ ултырҙы. Ш. Янбаев.
2. Ҡаты, һалҡын булып. □ Сурово.
■ Ҡырыҫ килде быйыл ҡыш. Яр. Вәлиев.
ҠЫРЫҪАЙЫУ (ҡырыҫай-, ҡырыҫая) ҡ. ҡар. ҡырыҫланыу. ■ Сәғиҙәгә егеттең ҡыланыш-килбәттәре, хәрәкәттәре нисектер ҡырыҫайып киткәндәй куренде. Й. Солтанов. [Рәхимә — Ғәзимәгә:] һин уға [Ҡотлоярға ] алып ҡайтып булһа ла ашат инде. Үҙе бына саҡырғанды көтмәй ошонда килеп ураңғышып йөрөһә, бик ярар ине лә бит, әллә ни нәмәһенә уныһы ла ҡырыҫайып китте. Һ. Дәүләтшина.
ҠЫРЫҪЛАНЫУ (ҡырыҫлан-) (Р: становиться суровым; И.: become harsh; T: sertleşmek) ҡ.
1. Ҡатҡыл, ҡырҡыу мөнәсәбәтлегә әйләнеү; ҡырыҫ булыу. □ Становиться суровым, крутым (по характеру). Ҡырыҫлана барыу. Ҡырыҫлана төшөу. Ҡырыҫланып бөтөу. Кешегә ҡырыҫланыу. ■ Алпаровтың йөҙө йәнә ҡырыҫлана төштө. Яр. Вәлиев. Етди, ҡатмарлы бер һорауға яуап эҙләгәндәй, уның [ирҙең] ҡаштары бергә тоташа, ҡыҙҙарҙыҡы кеуек тигеҙ аҡ маңлайы өҫтөндә тәрән һырҙар теҙелә, сырайы, уҙенә хас булмағанса, ҡырыҫлана, тупаҫлана. Ғ. Лоҡманов.
2. Ҡырағайға, ҡырыҫҡа әйләнеү; ҡырыҫ булыу. □ Становиться диким, одичать. Быҙау ҡырыҫланған. ■ Бейә Аҡйеләкте өҫкә сөйгән, ергә алып һуҡҡан, әммә егет уны ҡулынан ыскындырмаған. Шунан бейә буй
789