Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V. 790 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠЫРЫҪЛЫҠ
биргән, ҡырыҫланмаҫ булған. Халыҡ ижадынан.
3. Ауыр шартлыға әйләнеү; ҡырыҫ булыу. □ Становиться суровым, тяжёлым, тягостным. Ҡырыҫланып китеу. Ҡырыҫланып ҡалыу. Тормош ҡырыҫланды.
4. Һауа торошоноң насар яҡҡа үҙгәреүе. □ Портиться, становиться суровым (о погоде). ■ [Рафиҡ Камалетдинович:] Бөгөн тәбиғәт ҡырыҫланды, Ер шары ярһый, иламһырай. Л. Яҡшыбаева. [Әхмәҙулла — Костяға:] Бына һауа ҡырыҫланып тора. Р. Низамов.
ҠЫРЫҪЛЫҠ (ҡырыҫлығы) (Р.: суровость; И.: severity; harshness; T.: sertlik) и.
1. Ҡырыҫ, ҡаты холоҡ. □ Суровость; крутость, строгость. Ҡырыҫлыҡ курһәтеу.
■ [Таиба әбей:] Ауырлыҡта, ҡаҡҡыла уҫкән балала [Бибештә] әҙерәк ҡырыҫлыҡ, томһалыҡ була инде ул. 3. Биишева. Начальниктың йөҙөндә ҡырыҫлыҡ ҡалһа ла, тауышында йылылыҡ һиҙелде. Ш. Янбаев. Хужабикәнең тәуҙәге ҡырыҫлығы һыпырып алғандай юғалды. Ә. Хәкимов.
2. Ауыр, ҡаты шарт. □ Суровость.
■ [Назаров] уҙенсә бер һығымта ла яһап ҡуйған: урман халҡы — сыҙам һәм баҫалҡы халыҡ, бәлки, әуәл-әуәлдән килгән тәбиғәт һәм тормош ҡырыҫлығы уларҙа ошондай характер тәрбиәләгәндер. Н. Мусин. Йыйында ваҡытлы ғына булһа ла куңелдәрен баҫҡан, донъя мәшәҡәттәрен онотоп торған уҫлаптай ир-егеттәрҙе лә иртәгә шыҡһыҙ тормош ҡырыҫлығы, ҡыҫынҡылығы көтә. Ғ. Хөсәйенов.
ҠЫРЫҪ-МЫРЫҪ I (Р. неприветливый; И.: unfriendly; T.: somurtkan) с.
Кеше менән мөғәмәләһе ыңғай булмаған, ҡырыҫ тәбиғәтле, киҫкен холоҡло; кирле-мирле. □ Неприветливый. Ҡырыҫ-мырыҫ кеше. Ҡырыҫ-мырыҫ ҡатын.
ҠЫРЫҪ-МЫРЫҪ II (Р: неприветливо; И.: in an unfriendly manner; T.: istemeyerek) р.
Кирле-мирле; бер тегеләй, бер былай.
□ Неприветливо; нехотя. Ҡырыҫ-мырыҫ һөйләшеу. ■ Рәзилә менән Йомағол урам юлына төшкәнсе, ул [Фәнилә] ҡырыҫ-мырыҫ атлап утеп тә китте. Н. Мусин. Төп-сөнә-соҡсона башлағас, башта бик өлтөрәп йөрөгән баш приказчиктың һөмһөрө ҡойолдо, ҡырыҫ-мырыҫ ҡылана башланы. Ғ. Хөсәйенов. [Ғөбәйҙуллин:] Бына кеше! Мин, алйот, ни өсөн уға [взвод командирына] ҡырыҫ-мырыҫ ҡарауымды аңламайым. Ул миңә ҡарағанда өҫтөн, белемлерәк бит. Я. Хамматов.
ҠЫРЫҪ ТА МЫРЫҪ I с. ҡар. ҡырыҫ-мырыҫ I.
ҠЫРЫҪ ТА МЫРЫҪ II р. ҡар. ҡырыҫ-мырыҫ П.
ҠЫРЫУ I (ҡыр-) (Р.: скоблить; И.: scrape; T.: kazımak) ҡ.
1. Үткер нәмәнең йөҙө менән ышҡып, ниҙеңдер өҫкө ҡатлауын алыу. □ Скоблить, соскабливать. // Скобление, соскабливание. Ҡырып алыу. Ҡырып биреу. Ҡырып сығыу. Ҡырып тороу. Иҙәнде бысаҡ менән ҡырыу. К Был өйҙөң тубәһе бейек, таҡта иҙәне һап -һары итеп ҡырып йыуылған, һ. Дәүләтшина. [Зөбәйҙә] стена, бурәнәләрҙе, иҙән-һикене һап-һары итеп ҡырып йыуҙы. Ғ. Лоҡманов.
2. Тешле йәки үткер ҡорал менән ышҡып ваҡлау. □ Тереть, натирать. Сөгөлдөр ҡырыу. Ҡишерҙе ҡырып ҡуйыу. Турамаға сырҙы ҡырып һалыу.
3. Тызыу, ышҡыу, ашау. □ Тереть, натирать. Ҡырып бөтөрөу. Ҡусәрҙе тәгәрмәс тимере ҡырған.
4. Үткер йәки ҡырлы нәмә менән ышҡып-ышҡып таҙартыу. □ Скоблить, скрести. Табаны ҡырыу. Тәҙрәгә туңған боҙҙо ҡырыу.
5. һауыт төбөндәге нәмәне ҡырсып, һепереп йыйыу. □ Выскрести. Әрйәне ҡырыу.
6. Үткер бәке менән сәс, һаҡалды алыу.
□ Брить, выстричь. // Бритьё, стрижка, һаҡалды ҡырыу. Башты ҡырыу. ■ Кис була башлағас, йунләп сыҡҡан һаҡалдар булмаһа
790