Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V. 791 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠЫСҠЫРТҠЫС
ла, бәпкә йөндәрен ҡырған булдыҡ. Д. Юлтый. Оҙон мыйыҡлы, һаҡалын ҡырған, майланып бөткән фуражка кейгән, өҫтөнә кейгән кейемдәре лә майға мансылған, биттәре ҡоромға буялған, урта кәүҙәле берәү килеп инде лә күҙен тура Сурағолға ташланы. Т. Хәйбуллин.
7. күсм. Ватып-емереп юҡ итеү; ҡыйратыу. □ Рушить. Донъяны ҡырыу, һауыт-һабаны ҡырыу. М [Ярлыманов:] Азаматов ул донъяны ҡырмаҡсы була. Ә донъя тиҙ генә ҡырылмай бит. Ә. Вәли. Ауылдарҙа аҙыҡ табып булмай, алдан үткән ғәскәрҙәр бөтәһен дә ҡырып, һыпырып бөтөп киткән булалар. Д. Юлтый.
8. күсм. Күпләп үлтереп, юҡ итеү.
□ Уничтожать, истреблять, морить. // Уничтожение, истребление, мор. Ҡомаҡтарҙы ҡырып бөтөрөү. ■ [Салауаттың] ҡалҡанҡайы һәлмәк, уғы мәргән, батша яуын ҡырҙы шаулатып. Халыҡ йырынан. Туҡтамаҫтан, Хоҙай ҡушһа, барайым мин, ул йыртҡысҡа заман ахыры һалайым мин, ундай йыртҡыс януарҙарҙың бик уҫалын ғүмеремдә ҡырғайным бер талайын мин. Халыҡ ижадынан. Алпамыша алмас ҡылысы менән дошман ғәскәрен ҡырырға тотондо, ти. «Алпамыша».
9. диал. Өйкәү, сейләндереү. □ Натирать. Итек аяҡты ҡырған.
10. мед. Хирургик әмәлиәт (операция).
□ Выскабливание. Диагнозлау йәки ауырыуҙы асыҡлау маҡсатында ҡырыу операцияһы үткәрелде.
11. Ниндәйҙер эш башҡарыу. □ Делать, вершить. ■ Ҡолмырҙа старшина ниҙер ҡырғандай булып, түрҙә, мендәр өҫтөндә, бер ҡулын тубығы өҫтөнә сәнсеп ҡуйҙы. Т. Хәйбуллин.
♦ Йөрәкте ҡырыу ныҡ борсоу, тынғыһыҙлау (күберәк уй-хистәр хаҡында). □ Беспокоить. Күҙгә ҡырып һалырлыҡ бик әҙ, саҡ ҡына. □ Очень мало. Кәйефте ҡырыу кәйефте боҙоу, кәйефте алыу. □ Испортить
настроение; огорчать. ■ Килешһеҙ, ят исем ғүмер буйы кешенең кәйефен ҡыра, оялта. Ә. Бейешев. Ҡырып түгеү тотош юҡ итеү. □ Уничтожить полностью. ■ [Фәхри:] Их, был Мәҡсүт муллаларын, береһен ҡалдырмай ҡырып түгергә ине. Б. Бикбай.
ҠЫРЫУ II (ҡыр-) ҡ. диал. ҡар. асыуланыу. Ҡырып йөрөү. Юҡҡа ҡырыу.
ҠЫРЫУ СТАНОГЫ (Р.: токарный станок; И.: lathe, turning machine; T.: torna (tezgahı) и. тех.
Махсус бысаҡтар ярҙамында ағасты ҡырып, төрлө һындар эшләү өсөн ҡулланыла торған ҡорамал. □ Токарный станок. Ҡырыу станогын яйлау. Ҡырыу станогында эшләү. Ҡырыу станоктарын яңыртыу.
ҠЫРЫШТЫРЫУ (ҡырыштыр-) ҡ. диал. ҡар. асыуландырыу. Хужаны ҡырыш-тырыу.
ҠЫРЫШЫУ (ҡырыш-) ҡ.
1. урт. ҡар. ҡырыу 1—5. взаимн. от ҡырыу 1—5. Кишер ҡырышыу. Турамаға сыр ҡырышыу.
2. күсм. Буйһондорорға, тыйырға тырышып, еңешеү. □ Упорствовать. М [Урман батыр:] Ана теге ат һуйҙырмай тулап китте, шуның менән ҡырышып йөрөгәндә, аңламаҫтан бысаҡ ҡаҙалды. Әкиәттән. • Эшкә тиһәң — ҡырыша, телгә тиһәң — ярыша. Әйтем.
ҠЫР ЭЙӘҺЕ (Р: дух поля; И.: field’s spirit; T.: Kır iyesi) и. миф.
Ялан-ҡыр эйәһе. □ Дух поля.
ҠЫСҠЫЛЫҠ ТОТОУ (ҡысҡылыҡ тот-) ҡ. диал. ҡар. осҡолоҡ тотоу. Ҡысҡылыҡ тотоп йонсота. Ҡысҡылыҡ тотһа, һыу эсергә кәрәк.
ҠЫСҠЫРТҠЫС (Р.: гудок; И.: horn; beep; T: klakson) и. тех.
Машинаның ҡысҡыртып тауыш бирә торған ҡулайламаһы. □ Гудок, клаксон. Машинаның ҡысҡыртҡысы. Ҡысҡыртҡысҡа баҫыу. Ҡысҡыртҡыс емерелеү.
791