Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V. 792 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠЫСҠЫРТТЫРЫУ
ҠЫСҠЫРТТЫРЫУ (ҡысҡырттыр-) ҡ. йөкм. ҡар. ҡысҡыртыу, понуд. от ҡысҡыртыу. а [Хасбулат олатай:] Салауат батыр уҙенең ғәскәрҙәрен һуғышҡа саҡырған саҡта ошо борғоно ҡысҡырттыра торған булған. 3. Биишева.
ҠЫСҠЫРТЫУ (ҡысҡырт ) ҡ.
1. йөкм. ҡар. ҡысҡырыу 1, 4. понуд. от ҡысҡырыу 1,4. Баланы ҡысҡыртыу. ■ [Ти-мерғәле:] Иллә, йығылһам, йығылдым, айҙы куккә сығарҙым, тигәндәй, Ныязғолдоң ауыртҡан еренән тотоп ҡысҡырттым әле. Һ. Дәүләтшина. Урядник Ғәйзулланы ҡысҡыртып әсәһенән тартып алды. Я. Хамматов. Байгилде ағай уны [Апанасты] ҡысҡыртып, аҡыртып, ҡулы талғансы туҡманы ла, ҡайтанан, санаға ултырып, атты юлға төшөрҙө. 3. Биишева.
2. Тауыш бирҙереү; тауышландырыу. □ Давать сигнал, трубить, гудеть, свистеть. Ҡысҡырта биреу. Ҡысҡыртып алыу. Ҡысҡыртып тороу. Радионы ҡысҡыртыу. Музыканы ҡысҡыртып ҡуйыу. М Ҡаланың электр станцияһы туғыҙынсы яртыға ҡысҡырта башланы. С. Агиш. [Айсыуаҡтың] ҡолағына барабандар ҡаҡҡан, борғо ҡысҡыртҡан тауыш ишетелгәндәй тойолдо. Ш. Янбаев. Буҙйегеттәр бында бик шатланып бер аҙна торалар. Гармундар тартып, музыкалар ҡысҡырталар. «Буҙйегет». Паровоз пар өҫтәне лә ҡысҡыртмай ғына китеп барҙы. И. Ғиззәтуллин.
ҠЫСҠЫРЫҠ (ҡысҡырығы) и. ҡар. ҡысҡырыш. Ҡысҡырыҡты ишетеу.
ҠЫСҠЫРЫҠЛАУ (ҡысҡырыҡла-) (Р.: кричать вновь и вновь; И.: shout again and again; T: haykırmak) ҡ.
Ҡабат-ҡабат ҡысҡырыу. □ Кричать вновь и вновь. ■ [Малай] ҡысҡырыҡлап, ағас атын ҡамсылап, урамға сығып йугерҙе. һ. Дәүләтшина.
ҠЫСҠЫРЫНЫУ (ҡысҡырын ) (Р.: покрикивать; И.: shout (at); T: arada bir bağırmak) к.
1. Үҙ алдыңа йәки кешегә асыуланып ҡысҡырыу; екеренеү, аҡырыныу. □ Кричать, покрикивать на кого. // Крик, окрик. ■ Гәли, ситлеккә ябылған йыртҡыс шикелле, куҙҙәрен ҡотһоҙ аҡайтҡан да һелтәнә, ҡысҡырына, бөтә кәуҙәһе менән алға ынтыла. Ғ. Лоҡманов. Батша быны ишеткәс, ҡыҙарынған, буртенгән, ҡысҡырынған, екергән, батырҙарына ҡарап. «Урал батыр». Халыҡ төрлө яҡтан ҡысҡырынып ҡуйҙы. М. Тажи. Саҡ ҡына уныңса [Сәлимсә] булманымы, ғауға кутәрә, ҡысҡырынырға тотона. Яр. Вәлиев. Бай купме генә ҡысҡырынмаһын, .. тауышын ишеткән кеше лә булманы, ти. Әкиәттән.
2. Тауышланыу, тауыш сығарыу. □ Орать, шуметь. // Ор, шум, крики. Ҡысҡырынып йөрөй.
ҠЫСҠЫРЫУ (ҡысҡыр-) (Р: кричать; И.: shout; T: haykırmak) ҡ.
1. Көслө тауыш сығарыу. □ Кричать, орать. // Крик; выкрик; окрик, ор. Ҡысҡырып ебәреу. Ҡысҡырып тороу. Ҡысҡырып ҡуйыу. Ҡысҡырып йөрөу. Ҡысҡыра биреу. Ҡуршегә ҡысҡырыу. ■ Ҡолтаба шатлығынан ҡысҡырып ебәрә. «Алпамыша». Разия улем әсеһе менән әрнеп ҡысҡырған, бер ҡулы һынған Таһирҙы һөйрәп сығарҙы. Н. Ҡәрип. Ҡанға мансылып тыуған бер иртәне, дошман уткәс тапап илдең сиктәрен, ҡысҡырҙы Ватан изге яу оранын, шул оранды ҡабатланы Уралым. М. Кәрим. Яппар ҡарт, таяғын болғап, уға [Мөнирәгә] ниҙер ҡысҡырҙы, бик ҡабаланып бата-сума уның артынан йугерҙе. Ғ. Лоҡманов. • Ни ҡысҡырһаң, шуны ишетерһең. Мәҡәл. Былтыр ҡыҫҡанға быйыл ҡысҡырмайҙар. Мәҡәл. Ҡилер ҡаза ҡысҡырмай килер. Мәҡәл. Тинтәк тиккә ҡысҡырыр. Мәҡәл.
2. Тауыш биреү (төрлө механизмдарға ҡарата). □ Гудеть (о различных механизмах). Алыҫта пароход ҡысҡыра. ■ Медсестра ҡыҙыҡай, [Зөфәрҙең] бармағын спирт менән мазуттан таҙартып, йод ҡына һөртә
792