Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V. 793 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠЫСҠЫРЫШЫУ
башлағайны, машина ҡысҡырғаны ишетелде. Д. Бүләков. Дәуләкән стансаларында паровоздар ҡысҡыра, Дәуләкән ҡыҙҙары матур, иҫкә алабыҙ йыш ҡына. Таҡмаҡтан.
3. Тауыш биреү, һайрау (ҡоштар тураһында ). □ Петь; кукарекать; кричать. // Пение (о птицах, о петухе). Әтәс ҡысҡыра. ■ Сацҡ-сацҡ ҡына итеп, ай, ҡысҡырған шоцҡар ҡоштар, тауҙың бөркөтө. Халыҡ ижадынан. Иртән тороп тышҡа сыҡһам, ҡаҙ ҡысҡыра аҙбарҙа; [Фәхретдин] ике башмаҡ алып ҡайтты уҙ башына ҡазаға. Бәйеттән. Әтәстәр ҡысҡыра берҙәм, ҡытҡылдаша тауыҡтар. Ф. Рәхимғолова. • Ала ҡарға алдан ҡысҡыра. Мәҡәл. Ҡысҡырырға әтәсең булмаһа, ҡуналҡала тауыҡ йырлай. Мәҡәл. Әтәс ҡысҡырмаһа ла, таң ата. Мәҡәл. һандуғас һайрай тип, ҡарға ҡысҡырған. Мәҡәл. Иртә ҡысҡырған кәкуктең башы ауырта. Мәҡәл.
4. Төрлө ауаздар сығарыу (хайуандар тураһында). □ Кричать (о животных). Һыйырҙар көтөуҙән ҡысҡырып ҡайталар.
5. Хәл ҡылымдың -п формаһында «бөтә кеше ишетерлек, бик көслө тауыш менән» мәғәнәһен бирә. □ В форме деепричастия на -п выступает в значении наречия «громко», «громогласно»; «вслух». Ҡысҡырып уҡыу. Ҡысҡырып һөйләшеу. Ҡысҡырып йырлау. Ҡысҡырып һорау. Ҡыскырыбырак ҡабатлағыҙ. М Бары тик бер ургә, бер тубәнгә йөҙөп уткән караптарҙан, дымһыу елгә ҡушылып, ҡойроҡсоларҙың тамаҡ төбө менән ҡысҡырып хәбәрләшеуе генә ишетелеп ҡала. Ә. Хәкимов. Бына бит тәнәфес ниңә оҙонға һуҙылған: [Нәсимә апайҙың] куҙҙәренә йәш тулыу ҙа, теге шиғырҙы асыу-ярһыулы ҡысҡырып уҡыуы ла шуға булған икән. Н. Мусин. Егеттең шатлығы эсенә һыймай хәҙер, йөрәгендә бөтмәҫ-төкәнмәҫ әллә ниндәй әйтеп бирә алмаҫлыҡ бер дәрт ҡайнай. Уның ҡысҡырып йырлағыһы килә. Ж. Кейекбаев. • Аҡыллыға аҡыл бирһәң, купте белер, аҡылһыҙға аҡыл бирһәң, ҡысҡырып көлөр. Мәҡәл. Дошманым алыҫ
тип ҡысҡырып һөйләмә: ҡолағына һалыр ҙа, куңеленә алыр. Мәҡәл.
6. миф. Яуыз көстәрҙе ҡыуыу ысулы. □ Кричать (магический способ отгона нечистой силы). М Нәнәйем ҡайраҡ менән төртә лә «ҡайт» тип йәки «ал» тип эт тешләгән һымаҡ ҡысҡыра ине имләгәндә. Башҡорт мифологияһынан.
♦ Ер йыртып (йәки ярып) ҡысҡырыу ғауға һалыу (бик ҡаты итеп). □ Орать, кричать. я Иҙел, Үҙән, һәләуек, Нөгөш бөтә туғайҙарҙы ҡаплап ағып ятҡанда, таң ҡыйылып атҡан миҙгелдә, йоҡола ятҡан батырҙарҙың ҡолағына ер йыртып ҡысҡырып кешнәгән ат тауышы ишетелгән, ти. «Ҡара ат». Ир көсөн һалып тартыша, ер йыртып ҡысҡыра, ярҙам һораған кеуек халыҡҡа куҙен мөлдөрәтә. Т Хәйбуллин. Тамаҡ ярылғансы ҡысҡырыу ныҡ итеп ҡысҡырыу, һөрәнләү (куберәк кәрәкмәгәнгә). □ Драть глотку (горло). Я Ҡайһы саҡ Ихсанбайҙың .. бөтә донъяға һөрән һалғыһы, тамағы ярылғансы ҡысҡырғыһы килә. Т. Ғарипова. Әтәс булып ҡысҡырыу йәшереп ҡуйған, йыйған затлы нәмәнең, аҡсаның билдәле булыуына ҡарата әйтелә. □ Кричать (быть ярким свидетельством чего-л., указывать на что-л.). ■ Унан да былайыраҡ, кеҫәләге һары йомарсаҡ [алтын] әтәс булып ҡысҡырырға әҙер, әгәр артабан да бында ҡалһа, туҙҙермәҫ, телде ҡысыттырып тик торор. М. Ямалетдинов.
ҠЫСҠЫРЫШ (Р.: крик; И.: cry; hubbub; T.: bağırış) и.
Шау-шыу, оло тауыш. □ Крик, шум, гам. Ш Уңдараҡ ҡапыл ғына ҡысҡырыш, шау-шыу ҡупты. Ғ. Лоҡманов. Атласов-тың әллә һуҙҙәре, әллә уҙ-уҙен дорфа тотошо оҡшаманы, залда баяғынан да көслөрәк шау-шыу, ҡысҡырыш ҡупты. Р. Байымов. • Өйҙәш тә бер, көндәш тә бер: ҡысҡырыш та талаш. Әйтем.
ҠЫСҠЫРЫШЫУ (ҡысҡырыш-) ҡ.
1. урт. ҡар. ҡысҡырыу 1—4. взаимн. от ҡысҡырыу 1—4. Ҡысҡырыша биреу.
793