Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V. 795 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠЫСЫУ
ҡуйыу. Ҡысынып тороу. ■ [Ғимай:] Куҙгә куренер-куренмәҫ нәҙек, энә осо һымаҡ, бер һоро ҡорт була ул. Әгәр ҙә бер урында эттең йөнөнә йәбешеп сығып, тәненә урләй башлаһа, хәҙер ҡысынырға тотона, ышҡына башлай. И. Насыри. • Телгә килһә — осонған, эшкә килһә — ҡысынған. Әйтем.
2. кусм. Нимәлер эшләргә ҡыҙышыу; ҡырсыныу. □ Намереваться делать что-л. Юҡҡа ҡысыныу. ■ [НКВД начальнигы — Фазылға:] Тейешһеҙгә ҡыҫылып йөрөмә, бик ҡысынһаң, бында һиңә лә урын табылыр. Ә. Хәкимов. Егет уҙе лә ҡыҙҙың исемен һорарға ҡысынып тора ине. Яйы сыҡҡанға шатланды. М. Хужин. [Туйбикә — Байдәуләткә:] Мир һыйларға сығып барған малың бармы ла, ҡунаҡ һыйларға ҡысынып торған бисәң бармы? М. Буранғолов.
ҠЫСЫНЫШЫУ (ҡысыныш-) ҡ. урт. ҡар. ҡысыныу 1. взаимн. от ҡысыныу 1. Ҡысынышып тороу, һыйырҙар ҡысынышып торалар.
ҠЫСЫҢҒЫС и. мед. диал. ҡар. ҡысынма. Ҡысыңғыс йоҡтороу.
ҠЫСЫТҠАН ГӨЛӨ и. бот. диал. ҡар. кесерткән гөл. Ҡысытҡан гөлө ултыртыу.
ҠЫСЫТМА и. диал. мед. ҡар. ҡысынма. Ҡысытма йоғоу. Ҡысытманы дауалау.
ҠЫСЫТТЫРЫУ (ҡысыттыр-) (Р.: вызывать зуд; И.: cause itching; T.: kaşındırmak) ҡ.
Тәндә ҡысытыу барлыҡҡа килтереү, ҡымырйытыу. □ Вызывать зуд, желание почесать. Ҡысыттырып алыу. Ҡысыттырып ҡуйыу. Ҡысыттырып тороу. Йөн ойоҡ аяҡты ҡысыттыра. ■ [Фатихтың] елкәһенә ҡойолған бесән ваҡтары, уның арҡаһын ҡысыттырып, тырнап торалар ине. Б. Ишемғол. Фәрзәнә куптән инде тел осон ҡысыттырып торған хәбәрен әйтеп һалды. Ф. Әсәнов.
ҠЫСЫТЫУ (ҡысыт-) ҡ. ҡар. ҡысыу I. Танау ҡысыта. Ҡул ҡысыта. Ҡысыта биреу. Ҡысытып алыу. Ҡысытып китеу. Ҡысытып ҡуйыу. Ҡысытып тороу. ■ Радионан бе-
йеу көйө ишетелдеме — өҫкө ҡаттан кемдеңдер аяғы ҡысыта башлай. Ғ. Байбурин. Сәңгеп өшөп бөткән ҡул бармаҡтары, эҫе һыуға тыҡҡас, зымбырлап ҡысыта, сәнскеләй, һ. Дәүләтшина. • Әйтмәҫ ерҙә ауыҙың тый, ҡысытмаҫ ерҙә ҡулың тый. Мәҡәл.
♦ Ҡайһы ерең ҡысыта бик ныҡ ҡыҫымға алыу, туҡмау, дөмбәҫләү тураһында һөйләгәндә әйтелә. □ Только держись; дать как следует, доел. Где только чешется. Я Ярты минут утмәгәндер, тотондолар атырға мылтыҡтан, пулемёт-тан, бомбомёттан, ҡайһы ерең ҡысыта. А. Таһиров. Ҡысытҡан ергә тейеү (йәки ерҙе ҡашыу) кешенең йомшаҡ урынын табып алып, әсе тәнҡитләү, фаш итеү. □ Уличать, разоблачать, изобличать кого-что. // Уличение, разоблачение, изобличение.
ҠЫСЫУ I (ҡысы-) (Р.: чесаться; И.: itch; T: kaşınmak) ҡ.
1. Тәндә нимәлер йөрөгән һымаҡ булыу; ҡымырйыу. □ Чесаться, зудеть, свербеть; першить (в горле). Танау ҡысыу. Тамаҡ ҡысыу. Я [Тауыҡтар] .. ҡыш буйы тибә алмай ҡысып торған тырнаҡтарының ҡысыуҙарын ҡандырғылары килгәндәй, кәлдән тиреҫкә, тиреҫтән кәлгә йугерәләр. Ғ. Дәүләтшин. Инде миндек туҙып бөтөр сиккә еткәйне, Гәрәй, ҡайышланған арҡаһының ҡысыуы ҡанды, буғай, Шәуәлиҙең ҡулынан тотто. Б. Бикбай. • һөйгән ерҙән куҙ китмәҫ, ҡысыған ерҙән ҡул китмәҫ. Әйтем. Тәкәнең, тауға менмәһә, тояғы ҡысый, ти. Әйтем.
2. кусм. Тик тороп сыҙамай ҡыҙышыу. □ Чесаться, һөйләргә тел ҡысый. Эшләргә ҡул ҡысый. Ни ерең ҡысып, уларға ҡаршы һуҙ әйттең?
3. миф. Ниндәйҙер хәл-ваҡиғаны алдан белдереп, ҡайһы бер тән ағзалары ҡымырйыу. □ Чесаться (примета, предвещающая какое-л. событие). Табан ҡысыу. Танау ҡысыу. Ус ҡысыу. Н Танау ҡысы-
795