ҠЫСЫУ
ha — күстәнәскә. Һынамыш. Табан ҡысыһа — юлға сығырһың, һынамыш. [Алдар батыр:] Уң ҡулымдың усы ҡысып, кем менәндер күрешер һымаҡ йөрөй инем, һин килергә булған икән, Имән батыр. Н. Мусин. Ус ҡысыһа — күрешеүгә. Башҡорт мифологияһынан.
♦ Ҡайһы ерең ҡысый шул уҡ ҡайһы ерең ҡысыта (ҡар. ҡысытыу). М Өләсәйем ташҡа һыу һалып ебәрҙе, ҡайһы ерең ҡысый, түҙ генә! Р. Низамов. Улар [бал ҡорттары] айыуҙарҙың еҫен тойоп, аяуһыҙ сағырға тотоналар. Ҡайһы ерең ҡысый. Әкиәттән. Ҡул ҡысыу 1) һуғышырға теләп ҡысынып тороу. □ Руки чешутся у кого (подраться). Ш Беҙҙең ҡул ҡысый, йоҙроҡ йомарлана барҙы. М. Кәрим; 2) берәй эште эшләргә ашҡынып тороу. □ Руки чешутся у кого (сделать что-л.). Н [Байгилде — Тимербайға:] Иҫәнбәткә барып, Ҡормош бай кеүектәр менән иҫәп-хисапты өҙөргә минең күптән ҡул ҡысып тора. 3. Биишева. Ҡысыған ергә тейеү (йәки ерҙе ҡашыу) шул уҡ ҡысытҡан ергә тейеү (ҡар. ҡысытыу). Тел ҡысыу кәрәкмәгәндә лә әйтергә ынтылып ҡына тороу. □ соотв. Язык чешется (сказать). ■ Бөтә нәмә — һинең күңел өсөн, шайтан алһын кәйеф ҡытлығын! «Бир!» тиергә телең ҡысып тора, «Мә» тиергә .. ҡала тотлоғоп. Ш. Бикҡол. Ул [Гөлшан] Илғужаға боролоп ҡарай, күҙҙәре түңәрәкләнгән, үҙе, теле ҡысып торғанды һиҙҙермәҫкә теләһә лә, түҙеп тора алмай. Д. Бүләков. Малайҙың әсәһенә ниҙер әйтергә теле ҡысып тора ине. Ф. Иҫәнғолов.
ҠЫСЫУ II (Р: чесотка; И.: scabies; Т.: uyuz (hastalığı) и. мед.
1. Ҡутырлап, һап-һары булып сейләнеп сыҡҡан тире ауырыуы. □ Зуд, чесотка. / Чесоточный. Ҡысыу аҙа. Ҡысыуҙан дауаланыу. Ҡысыуҙан дарыу.
2. Яраланған, сыйылған ерҙә барлыҡҡа килгән ҡутыр. □ Болячка; струп. Тәнгә ҡысыу сыҡҡан. М Тәнем боҙолоп, баштан-
аяҡ ҡысыу баҫҡан, хатта Ҡаҙаҡҡол больницаһына һалырға мәжбүр булғандар. М. Ямалетдинов.
3. миф. Тире ауырыуҙары эйәһе. □ Дух кожных болезней. М Тәнгә ҡысыу сыҡһа, эйәһен артыш ағасы менән төтәҫләп ҡыуалар. Башҡорт мифологияһынан.
ҠЫСЫУЛАТЫУ (ҡысыулат-) (Р: допускать покрытие болячками; И.: let it itch; T.: kabuklanmak) ҡ.
Ҡысыу (II) менән ҡаплатыу, ҡысыу сығырға ирек ҡуйыу. □ Допускать покрытие болячками, струпьями. Ҡулды ҡысыулатыу. Бармаҡ араларын ҡысыулатыу.
ҠЫСЫУЛАУ (ҡысыула-) (Р: покрываться болячками; И.: get covered with sores; T.: kabuklanmak) ҡ.
Ҡысыу (II) менән ҡапланыу, ҡысыу сығыу. □ Покрываться болячками, струпьями. Ҡысыулап алыу. Ҡысыулап бөтөү. Ҡысыулап тороу. Бармаҡ аралары ҡысыулаған. ■ [Вазифа:] Арыған, асыҡҡан, йонсоуҙың аръяғына сыҡҡан, ҡысыулап бөткән балағынам. «Йәшлек», 8 ғинуар 2011.
ҠЫСЫУЛЫ (Р: паршивый; И.: mangy; scabby; T.: uyuz) с.
Ҡысыу булған, ҡысыу менән ҡапланған.
□ Паршивый, шелудивый. Ш Шунан әбей энәне, мүктән алып, һелкеп-һелкеп ҡуя. Энә үҙе бысраҡ, үҙе ҡысыулы ла ҡутырлы бер кешегә әйләнә. Әкиәттән. • Таҙ ҡысыулыны яратмаҫ. Әйтем.
ҠЫҪА I (Р: скрепа; И.: clamp; T: bağlaç) и.
1. Нимәнелер ҡыҫып бәйләй торған ике таяҡ йәки ярыҡ сыра. □ Скрепа, скрепка. Ҡыҫа менән ҡыҫыу. Ҡыҫаға ҡуйыу.
2. Ҡыҫтырып тоттора торған ике йәпле ҡорал. □ Клешня, зажим.
3. Ҡуша уратып тота торған тимер.
□ Тиски; хомут. Ҡыҫа менән нығытыу.
4. диал. ҡар. ҡыҫан I. Ҡыҫаға быяла ҡуйыу.
5. күсм. Нимәнеңдер сиге, сите. □ Край чего-л. ■ Ҡотороп дулаған аҫау айғыр
796