Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V. 797 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠЫҪАН
һымаҡ булып ташҡан Тобол йылғаһының ташҡынлы көндәре үткән, һәм һыуы яр ҡыҫаһына төшкәйне инде. С. Ҡудаш. Ҙур яуаплылыҡ илаһилығы ҡыҫаһына килеп эләккән бындай айбарлы полктың офицерҙары ниндәй булырға тейеш һуң? С. По-варисов.
ҠЫҪА II (Р.: льномялка; И.: brake (for flax and hemp); T: keten tokmağı) и. диал.
Етен талҡыуыс. □ Льномялка. Ҡыҫала талҡыу. Ҡыҫаны таҙартыу. Ҡыҫаға һалыу.
ҠЫҪАЛ (Р.: разновидность круглых глистов; И.: variety of round worms; T: yuvarlak solucan türü) и. зоол.
Эсәк, ҡарында була торған аҡ селәүсен. □ Разновидность круглых глистов. Ҡыҫалдарҙы бөтөрөү.
ҠЫҪАЛА I (Р: рак; И.: crayfish; T.: tatlı su İstakozu) и.
1. зоол. Йоҡа ҡабырсаҡ менән ҡапланған оҙон быуынтыҡ кәүҙәле, йөҙгөс ҡойроҡло, ике ҡыҫҡыс аяҡлы сөсө һыу йәнлеге. □ Рак. / Раковый, рачий (лат. Astacus fluviatilis). Йылға ҡыҫалаһы. Ҡыҫала ояһы. Ҡыҫала тотоу. Ҡыҫала ҡыҫҡысы. ■ Салих-ты иң аптыратҡаны ҡыҫала булды. Һөҙгөнө ярға сығарған һайын әллә күпме ҡыҫала эләгә. Ғ. Хисамов. [Фин] үҙенең шүрәленекеләй оҙон ҡулдарының ҡыҫала ҡыҫҡысылай ҡаты бармаҡтары менән уның [Сәғиттең] боғаҙынан матҡып алды. Уны быуа башланы. И. Ғиззәтуллин. • Бер ҡыҫала бөтә күлде болғар. Мәҡәл.
2. (баш хәреф менән) астр. Зодиактың береһе (Игеҙәктәр һәм Арыҫлан йондоҙлоҡтары уртаһында урынлашҡан). □ Рак. Я Үләнде йыйыу һәм киптереүҙе Ҡояш Ҡыҫала йондоҙлоғонда саҡта, июнь айында, башҡарыу дөрөҫ булыр. Интернет селтәренән. Үҙе лә ул [Лоҡман] Ҡыҫала йондоҙлоғонда тыуған, күрәһең, ошондай тыныс ятыуҙарға мохтаж булыуы уның өсөн тыумышы тарафынан уҡ билдәләнгән. Т. Ғарипова.
3. этн. Бура уйынында: ҡарыш оҙонлоғондағы йыуан таяҡтарҙан төҙөлгән фигура. □ Рак (фигура в национальной игре).
ҠЫҪАЛА II и. зоол. диал. ҡар. айры-ғойроҡ. Ҡыҫала еүеш урындарҙы ярата. Ҡыҫала бал ҡорттарын йонсота.
ҠЫҪАЛАН I (Р: теснина; И.: gorge; Т.: boğaz) и.
Ике бейек тау араһы; ҡыҫыҡ. □ Теснина, узкое ущелье. Тау ҡыҫаланы. M [Гаңдыса] бейек-бейек, үрле-ҡырлы ятҡан тау ҡыҫаландары буйлап йөрөй торғас, ян-яғы ҡамаулы тигеҙ урынға барып сыға. «Ҡуңыр буға». Тау-ташлы, ҡыҫалан, юлһыҙ-элемтәһеҙ беҙҙең тирәлә илленсе йылдарҙың аҙағына тиклем урта мәктәп булманы. «Йәшлек», 30 ноябрь 2010.
ҠЫҪАЛАН II и. диал.
1. зоол. ҡар. ҡыҫала I, 1. Ҡыҫалан ҡыҫҡыстары.
2. ҡар. ҡабырсаҡ I, 1. Йылға ҡыҫаланы. Күл ҡыҫаланы.
ҠЫҪАЛА ҺЫМАҠТАР (Р: ракообразные; И.: Crustacea; T.: eklembacaklı kabuklular) и. зоол.
Быуынтыҡ аяҡлыларға ҡараған, тәне хитин менән ҡапланған һыу йәнлектәре төрө. □ Ракообразные (лат. Crustacea). М Ҡыҫала һымаҡтар, башлыса, һыуҙа йәшәй, амфибиотик һәм ҡоро ерҙә йәшәүселәре лә бар. Интернет селтәренән.
ҠЫҪАН I (Р: рама; И.: frame; T: çerçeve) и.
Эсенә нимәлер ҡуйыр өсөн хеҙмәт иткән тирәс. □ Рама, рамка; оправа. Алтын ялатылған ҡыҫан. Һүрәтте ҡыҫанға ҡуйыу. М [Гүзәл:] Нурислам, ҡара әле, Вадимдың Маҡтау ҡағыҙҙарын, дипломдарын ҡыҫанға ҡуйып, стенаға эләйек, ятмаһындар саңланып. Б. Ҡаһарманова.
ҠЫҪАН II и. ҡар. ҡыҫалан I. ■ Майҙан бөткәс тә, тау-таш ҡыҫаны, тарлауыҡ-шарлауыҡтар аша мал әйҙәп, йонсоу
797