ҠЫҪАН
аттарҙы һайт-һайтлап ҡыҫтап, Кук Ҡорт Урал эсенә йомолдо. Ә. Хәкимов.
ҠЫҪАН Ш с. диал. ҡар. ҡыҫынҡы I, 1—4. Ҡыҫан урын. ■ Уны [ҡамғаҡ уләнен] дала яҡтарында утын итеп яғалар йәки элек мал аҙығына ҡыҫан ҡышҡы айҙарҙа дөйәгә ашатҡандар. Б. Бикбай. Эй, был ҡыҫан тормош!.. һаҡ даирә... Тарыҡтыра тынды ул дамы? Хаталарым — хәтер ҡалдырырға ҡамсы, буғай, һаман ҡулдағы. X. Назар. Ерҙе бысраҡ аяҡтары менән тапап йәмен боҙалар, донъя ҡыҫан тойолғандай, ят кургәндәрен тәрән ярлауға этеп төшөрөр өсөн, ҡот осҡос яманлыҡтар ҡылып, мәкер ауҙары ҡоралар. Ғ. Ибраһимов. [Фролинко:] Шулай шул, бабай, был арала аҡса яғы ҡыҫаныраҡ булып китте. А. Таһиров.
ҠЫҪАНЪЯҒА АЛЫУ (ҡыҫанъяға ал-) ҡ. диал. ҡар. ҡыҫмаҡҡа алыу. М Шул балаңды ҡыҫанъяға ал бер аҙ, юҡһа бик шаша башланы. Б. Бикбай.
ҠЫҪАНЫС с. диал. ҡар. ҡыҫынҡы 1,1—4. Аҙыҡ-тулеккә ҡыҫаныс саҡ. М [Оморҙаҡ — Илмырҙаға:]һуғым һуйып килмәгәнмен, ошонан арттыра алмайым. Аҡсаға бик ҡыҫаныс саҡ. Ш. Бикҡол.
ҠЫҪАНЫСЛЫҠ (ҡыҫаныслығы) и. ҡар. ҡыҫынҡылыҡ. ■ Фекер ҡыҫаныс-лығына көнкурештәге ҡытлыҡ та өҫтәлеп, ҡәләм оҫталарының кубеһе сит-ят илдәргә кусеп китергә мәжбур булды. Ә. Хәкимов.
ҠЫҪҠА (Р.: короткий; И.: short; brief; T.: kısa) с.
1. Оҙонлоғо бер саманан кәм; киреһе — оҙон. □ Короткий; краткий. Кыҫҡа ҡойроҡло. Ҡыҫҡа итәк. Кыҫҡа юл. М Тимербулат урынында мыштырлап әйләнә. Үҙенең ҡыҫҡа мылтығын һыйпап ҡуя ла билендәге револьверын шыуҙыра, һ. Дәүләтшина. Азамат ҡыҫҡа тунын һалып ташланы. Ш. Янбаев. Кыҫҡа ҡойроҡ, шеш ҡолаҡ ҡуяны куп Уралтау. Ҡобайырҙан. • Кыҫҡа еп бәйләргә етмәй. Мәҡәл.
2. Буйы, бейеклеге урта саманан түбән; бәләкәй. □ Короткий, низкий, низкорослый. Кыҫҡа буйлы. Кыҫҡа улән. М Кыҫҡа буйлы, йыуантыҡ кәуҙәле кеше, алан-йолан ҡаранып, яр буйындағы тал араһынан килеп сыҡты ла ҡулы менән иҙәй башланы. К. Мәргән. Булмә ишеген шаҡығас, киң битле, ҡыҫҡа буйлы бер ҡатын ишекте асты. Ғ. Хәйри.
3. Ваҡыт араһы бәләкәй; дауамһыҙ. □ Короткий, непродолжительный, кратковременный, недолгий. Кышҡы ҡыҫҡа көн. Кыҫҡа ваҡыт. М И, ҡыҫҡа шул йәшлек ғумере! Ғ. Рамазанов. Йәйҙең ҡыҫҡа һалҡынса төнө яланды ҡапланы, һ. Дәүләтшина. Көҙгө ҡыҫҡа көндәр — ҡуйы, яҡты йондоҙло оҙон ҡараңғы төндәр, оҙон-уҙама быҫҡаҡ ямғырҙар ҡуйы томандар менән алмашынып уҙгәреп уҙып торалар. Ғ. Дәүләтшин. Йәйге оҙон көндәрҙе ҡыҫҡа төндәр алыштырҙы, бала саҡтағы ише иртән иртук әтәстәр ҡысҡырышты, көтөусенең сыбыртҡыһы шартланы, һыйырҙар мөнрәне. Т. Ғиниәтуллин.
4. Йөкмәткеһе, эстәлеге ҙур булмаған, бәләкәй күләмле. □ Короткий; краткий; лаконичный, сжатый. Кыҫҡа һуҙ. Кыҫҡа яуап. Кыҫҡа әҫәр. Кыҫҡа доклад. М Кыҫҡа ғына шиғыр таштарға ҡағылып шыбырлаған тулҡын, елгә ҡыштырлаған япраҡтар менән ҡуша сыл-тыр-р-р итеп кенә ағып китте. Ғ. Хисамов. Әллә айыуға ҡағылышлы мажараны ҡыҙыҡ курҙем, әллә элекке ике ауылдаштың сәйер мөнәсәбәте асылына төшөнөргә теләнем, нисек булғандыр, әммә әңгәмәбеҙ аныҡ һорауға ҡыҫҡа яуап рәуешендәрәк барҙы. С. Шәрипов.
♦ Ҡулы ҡыҫҡа кемдеңдер нимәлер эшләргә булдыра алмағанын белдереү өсөн әйтелә. □ соотв. Руки коротки, кишка тонка, пороху не хватает, не под силу. ■ Дәуләтхан байҙарҙың тәкәббер боронғо ауылын бик тә баҫып китер, ажар ҡосағына йолор ине, бик тә дер ҡалтыратып тотор ине — ҡулы ҡыҫҡа. Р. Камал. • Наҙандың ҡулы ҡыҫҡа.
798