Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V. 799 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠЫҪҠАРТМА
Мәҡәл. Ҡыҫҡа тотоу 1) оҙаҡҡа һуҙмай, тиҙләтеү (һөйләшеүгә ҡарата). □ Долго не тянуть (разговор). Я Сәғит күп һөйләмәне, ҡыҫҡа тотто. И. Ғиззәтуллин. Әфтәх тағы ла әллә нәмәләр һөйләргә, үҙе хаҡында зарланырға йыйынғайны, һарун һүҙҙе ҡыҫҡа тотто. М. Тажи; 2) иркенлек бирмәй, ҡаты тотоу. □ Держать в строгости. ■ Хакимдар иһә Ғәҙелбәк Насирҙың зшен ҡыҫҡа тоттолар, ығы-зығы, бола ҡубып китмәһен өсөн, алдан әҙерләнгән ғәйепләүҙәргә дәлилдәр ҙә, шаһиттар ҙа таптылар. 3. Ураҡсин. Эште ҡыҫҡа тоторға яратҡан Алдарбай сарығын кейергә кереште. Н. Мусин. Ҡыҫҡа һуғыу ҡар. ҡырт киҫеү.
ҠЫҪҠА БӘКӘЛ ҺӨЙӘГЕ (Р.: кость венечная; И.: small bone in a horse leg; T.: kemik türü) и. анат.
Йылҡының һәм башҡа тояҡлы хайуандарҙың бәкәлендә тояҡ һөйәге менән оҙон бәкәл һөйәге араһында ята торған ҡыҫҡа һөйәк. □ Кость венечная. Ҡыҫҡа бәкәл һөйәген һындырыу.
ҠЫҪҠА ВАҠЫТЛЫ ХӘТЕР (Р.: память кратковременная; И.: short term memory; T.: kısa süreli hafıza) и. махе.
һиҙеү ағзалары аша һәм оҙайлы хәтерҙән алған мәғлүмәттәрҙе тиҙ генә тотоп алыуҙы, үҙгәртеүҙе тәьмин иткән хәтер. □ Память кратковременная.
ҠЫҪҠА КӨЙ (Р.: песенный жанр; И.: short, brief tune (song); T.: oyun havası) и.
Йыш ритм менән ҡыҫҡа итеп йырлана торған көй. □ Песенный жанр (плясовые, частушки). Ҡыҫҡа көй уйнау.
ҠЫҪҠАҠ с. диал. ҡар. ҡыҫҡа. ■ Һырттағы ҡыҫҡаҡ үләндәрҙең ысығын һирпелдереп йөрөнө лә йөрөнө Ғәйсәр. Н. Мусин. Ул [Аҡтырнаҡ] ҡыуанып бер өрә, бер шәп итеп алдан йүгереп китә, бер ҡыҫҡаҡ ҡына аяҡтары менән һикереп тананың ауыҙын яламаҡсы була. Картотека фондынан.
ҠЫҪҠАЛЫҠ (ҡыҫҡалығы) (Р: краткость; И.: brevity; T.: kısalık) и.
1. Ҡыҫҡа булыу, оҙон булмау сифаты. □ Краткость. Сәстең ҡыҫҡалығы. Я Һәр йүнәлештең ыңғай яҡтары ла, етешһеҙлектәре лә бар ине. Юлдың ҡыҫҡалығын уйлағанда, тәүгеһе ни, икенсеһе ни — берҙәй ҡулайҙар. Ә. Хәкимов.
2. Буй, бейеклек яғынан бәләкәй булыу сифаты. □ Низость (о высоте), короткость. Н Аяғымдың ҡыҫҡалығы мине йәйәү атлағанда йылғыр тәгәрмәс аҫтында тапалып ҡалыуҙан һаҡлай: юл өҫтөндә ялпыл-дауымды шофёрҙар алыҫтан уҡ абайлай. Й. Солтанов.
3. Оҙаҡҡа һуҙылмау, дауамлы булмау сифаты. □ Непродолжительность, сжатость. Каникулдарҙың ҡыҫҡалығы. Ваҡыттың ҡыҫҡалығы. Я Ҡышҡы көндәрҙең ҡыҫҡалығы кеше организмына ла йоғонто яһай. «Йәшлек», 22 ғинуар 2009. Ғалимдар иҫәпләүенсә, ир-аттарҙың ғүмер ҡыҫҡалығы ҡандары иртә «ҡартайыуға» ла бәйле икән. Ә. Үтәбай.
4. Аҙ һүҙлелек, ыҡсымлыҡ. □ Лаконизм; краткость, сжатость. Мәҡәлдәргә ҡыҫҡалыҡ хас. Я Кыҫҡалыҡ — йомаҡ жанрының да характерлы бер үҙенсәлеге. Ф. Нәҙершина. Таҡмаҡтар үҙҙәренең ҡыҫҡалығы, ритмик аныҡлығы менән айырылып тора. С. Галин. Ҡыҫҡалыҡты һәм йыйнаҡ композицияны яратҡан Чехов, мәҫәлән, үҙенең күпселек хикәйәләрен туранан-тура тө-йөнләнеүҙән башлап алып китә. К. Әхмәтйәнов. • Ҡыҫҡалыҡта — оҫталыҡ. Мәҡәл.
ҠЫҪҠАРТМА (Р: сокращение; И.: abbreviation; T.: kısaltma) и.
1. Китап, яҙманың өлөш-өлөш ҡыҫҡар-тылышы. □ Сокращение. Ҡыҫҡартма яһау. Я 1915 йылда, Ш.Мәржәниҙең тыуыуына 100 йыл тулған көндәрҙә, Ҡазан университетының Тарих, археология һәм этнография йәмғиәте, ошо «ҡыҫҡартманан
799