ҠЫҪҠАРТЫЛЫУ
ҡыҫҡартма яһап», бер мәҡәлә итеп эшләп, рус телендә баҫтырып сығара. Р. Шәкүр.
2. лингв. Ҡыҫҡартып яҙылған һүҙ (мәҫәлән, га, км). □ Сокращение, сокращённое слово. Ҡыҫҡартмалар исемлеге.
ҠЫҪҠАРТЫЛЫУ (ҡыҫҡартыл-) ҡ. төш. ҡар. ҡыҫҡартыу, страд, от ҡыҫҡартыу. Ҡыҫҡартыла барыу. Ҡыҫҡартылып бөтөу. Ҡыҫҡартыла тороу. Китаптың ҡыҫҡартылған варианты. Ҡыҫҡартылған салбар. Ҡыҫҡартылған эш көнө. Итәк ҡыҫҡартылды. Мәҡәлә ҡыҫҡартылды. Я Фольклор әҫәрҙәренең һөйләуселәр тарафынан теге йә был ере уҙгәртелеп йәки ҡыҫҡартылып һөйләнеуе тиктомалға булмай. Ғ. Амантай, һөҙөмтәлә китап, өстән бер өлөшкә ҡыҫҡартылып, насар ғына ҡағыҙҙа баҫылып сыҡты. Ә. Хәкимов. [Миңлеғәле] тиҙләтелгән курс тағы ла ҡыҫҡартылыуын белгәс кенә тынысланды. Я. Хамматов.
ҠЫҪҠАРТЫУ (ҡыҫҡарт-) (Р.: укорачивать; И.: shorten; T.: kısaltmak) ҡ.
1. Нимәнеңдер буй, ара үлсәмен кәметеү; ҡыҫҡа итеү. □ Укорачивать, сокращать. // Укорачивание, сокращение. Епте ҡыҫҡартыу. Юлды ҡыҫҡартыу. Кулдәкте ҡыҫҡартыу. Дилбегәне ҡыҫҡартыу. Ҡыҫҡартып биреу. Ҡыҫҡартып барыу. Ҡыҫҡартып ҡуйыу. Ҡыҫҡарта төшөу. Ҡыҫҡартып ебәреу. Ҡыҫҡартып алыу. Ҡыҫҡартып йөрөу. Ҡыҫҡартып бөтөрөу. Ҡыҫҡартып сығыу. Ҡыҫҡартып тороу. Я Ошо нурлы өмөт ҡанаттары Айбулаттың аҙымын еңеләйтте, юлын ҡыҫҡартты, һ. Дәүләтшина. Арлы-бирле һөйләшеп, [ҡустым менән] юл ҡыҫҡартып киләбеҙ. С. Шәрипов. Әйҙә, саптыр, осҡор ерән атым! һин бит минең ҡадир ҡанатым! Ос, дөлдөлөм, ҡыҫҡарт оҙон юлым, минут яһа ауыр сәғәтем! Д. Юлтый.
2. Ваҡыт араһын кәметеү. □ Сокращать. // Сокращение. Эш көнөн ҡыҫҡартыу. Я Сираев нисек тә ваҡытты ҡыҫҡартыу өсөн төрлө нәмәләр хаҡында уйлай. Н. Мусин. [Лозовой:] Бөтәбеҙ бер булып эш ташлайыҡ та эш шарттарын яҡшыртыуҙы, эш көнөн ҡыҫҡартыуҙы,
эш хаҡын арттырыуҙы талап итәйек. И. Ғиззәтуллин. Хужа ҡатын карауат эргәһендәге шаршау артына инеп кейенә башланы. Шул тынлыҡты ҡыҫҡартыу өсөн, мин тағы тәмәке төрҙөм. Д. Юлтый.
3. Нимәнеңдер күләмен, һанын кәметеү. □ Сокращать, урезать, сузить. // Сокращение. Сығымдарҙы ҡыҫҡартыу. Ҡулъяҙманың куләмен ҡыҫҡартыу. Ш Ул [Хәйҙәр] хәбәрҙәрҙе арҡыс-торҡос һыҙғылап, ҡыҫҡартып төҙәтә, уҙе ауыҙ эсенән генә мөңгөрләп шиғыр уҡый. М. Тажи.
4. махс. Штат кәмеү сәбәпле эштән сығарыу. □ Сокращать.//Сокращение. Эшселәрҙе ҡыҫҡартыу. Штатты ҡыҫҡартыу. Я Уның [Еимрандың], ут сыҡҡандай, Ҡамил-ды эҙләтеуе шул, редакцияның штаттарын ҡайтанан барлау һөҙөмтәһендә өс кеше, шул иҫәптән махсус хәбәрсе вазифаһындасы Камил Мораҙымов, ҡыҫҡартыуға эләгә икән. Ә. Хәкимов. Он заводы хужаһы, һуғыш ауырлыҡтарына һылтанып, куптәрҙе эштән сығарҙы. Ҡыҫҡартыуға Закир ҙа эләкте.
3. Биишева. [Нәркәс:]Шулай дәртләнеп кенә эшләп йөрөгәндә, ҡыҫҡартыуға эләгеп, эшһеҙ, ҡалдым. «Шоңҡар», № 10, 2011.
5. мат. Математик мөнәсәбәттең ике өлөшөн дә берәй һанға бүлеп, аҙ һандарҙа сағылдырыу. □ Сокращать. // Сокращение. Кәсерҙе ҡыҫҡартыу. Ҡыҫҡартып булмай торған кәсер.
6. лингв, һүҙбәйләнеш составындағы һүҙҙәрҙе төшөрөп ҡалдырыу юлы менән яңы һүҙҙәр яһау. □ Усечение. Ҡыҫҡартыу юлы менән, ғәҙәттә, исемдәр яһала.
♦ Аяғын ҡыҫҡартыу кемделер ярамаған, тейешһеҙгә йөрөүҙән тыйыу. □ Приостановить, пресечь (какое-л. поведение и m. n.). Я [Байков — Игорға:] Был тирәлә тағы сыуалып йөрөйһө булһаң, аяғыңды ҡыҫҡартырбыҙ. Ғ. Ибраһимов. Дилбегәне ҡыҫҡартыу эш-ҡылыҡты сикләү, тәртипте ҡаты ҡуйыу. □ соотв. Прибирать вожжи к рукам, прижимать хвост кому. Я Мин, унан тугел, ә һинән һорайым! — Парторг дилбегәне ҡыҫҡартты. — Ниңә уҙеңдән
800