Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V. 801 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠЫҪҠАСА ӘЙТКӘНДӘ
өлкәндәрҙе ихтирам итмәйһең, һорауға яуап бирмәйһең? Й. Солтанов. Ҡойроғон ҡыҫҡартыу ҡыҫмаҡҡа алыу, эш-хәлен сикләү. □ соотв. Прибирать вожжи к рукам, прижимать хвост кому. Я [Сөләймән:] Уның [Нәғим] кеуек, телдәрен ауыҙҙарына һыйҙыра алмай йөрогән тағы бер нисә кеше бар әле... Уларҙың да ҡойроҡтарын ҡыҫҡартырға кәрәк! М. Ғафури. Ҡулды ҡыҫҡартыу башбаштаҡлыҡты, тәртип боҙоуҙы тыйыу. □ соотв. Укоротить руки. Ҡулын ҡыҫҡартыу кемдеңдер бер яҡлап эшмәкәрлеген киҫеү, тыйыу. □ Дать по рукам. доел. Укоротить руки. Я [Арыҫлан — Алдарбайға:] Бирҙеғолдоң ҡулын ҡыҫҡартам тип, бошман-ҡыпсаҡты ҡырмаҡсы булаһыңмы? Ғ. Ибраһимов. Телен ҡыҫҡартыу кемделер әҙ һөйләргә йәки әрепләшмәҫкә мәжбүр итеү. □ Укоротить язык. Я [Сәрбиямал — Емешкә:] Бына аҡтар килгәс, телеңде ҡыҫҡартырҙар әле. 3. Биишева.
ҠЫҪҠАРЫУ (ҡыҫҡар-) (Р.: укорачиваться; И.: shorten; T.: kısalmak) ҡ.
1. Буй, ара үлсәме кәмеү, ҡыҫҡа хәлгә килеү. □ Укорачиваться. Ҡыҫҡара барыу. Ҡыҫҡара биреу. Ҡыҫҡара төшөу. Ҡыҫҡарып килеу. Ҡыҫҡарып китеу. Ҡыҫҡарып тороу. Арҡан ҡыҫҡарған. Маршрут ҡыҫҡарған. Я Ҡул өҫтөнән болотҡа олғашҡан бағана һымаҡ ҡара нәмә уҫеп сыҡты. Бер оҙоная, бер ҡыҫҡара, бер йыуа-ная, бер нәҙегәйә ине ул бағана. Д. Бураҡаев. Тәуҙә ырамлы ғына атлағайныҡ, ете-һигеҙ саҡрым утеугә аяҡтар тала, аҙымдар ҡыҫҡара башланы. Н. Мусин. Йәш кенә сағында уҡ, кемгәлер өй эшләгәндә ҡыйыҡтан йығылып, тубыҡ быуыны сыҡҡандан һуң, бер аяғы ҡыҫҡарып ҡалған уның [Хәлимдең].
3. Биишева. • Ағас ҡырҡһаң, оҙон ҡырҡ: ҡырҡа-ҡырҡа ҡыҫҡарыр. Әйтем.
2. Ваҡыт араһы кәмеү. □ Укорачиваться, становиться короче. Йәй көнө төндәр ҡыҫҡара. Я Йәйге сыуаҡлы матур көндәр ҡыҫҡарғас, өҙлөкһөҙ ағып торған ҡуйы, ҡара болоттар, ҡарлы ҡатыш яуындар алып килгән оҙон төндәр еткәс, һылыу ҡортҡалар
ыҙмаға ҡайтҡанға бер нисә көндәр булғайны инде. Т. Йәнәби. Урып йыйыуҙың ваҡыты ҡыҫҡарып барғанлыҡтан, тимерлеккә хәжәте төшөуселәр бөгөн уғата куп булды. Ғ. Лоҡманов. • Мин өйләнгәс, төн ҡыҫҡарҙы. Әйтем. Көн оҙаймай, төн ҡыҫҡармай. Мәҡәл. Яҙ көнө оҙондоң ҡыҫҡарған сағы, ҡыҫҡаның бөткән сағы. Мәҡәл.
3. һөйл. Нимәнеңдер күләме, һаны кәмеү. □ Сокращаться. // Сокращение. Эш хаҡы ҡыҫҡарҙы. Штат ҡыҫҡарҙы. Н Йөрәк йәп-йәш, аҙым тарая, тын ҡыҫҡара, ләкин йөрәк дәртен һундермәй. Т. Хәйбуллин.
4. мат. Математик мөнәсәбәттең ике өлөшө лә берәй һанға бүленгәндән һуң аҙ һандарҙа сағылыу. □ Сокращаться. // Сокращение. Кәсер ҡыҫҡарыу.
ҠЫҪҠАРЫУСАН (Р.: сократимый; И.: reducible; T.: dönüştürülebilir) с. мат.
Ҡыҫҡартып була торған. □ Сократимый. Ҡыҫҡарыусан һандар. Ҡыҫҡарыусан кәсер.
ҠЫҪҠАСА I (Р: вкратце; И.: briefly, in short; T.: kısaca) p.
Оҙаҡҡа һуҙмай, ҡыҫҡа итеп; ҡыҫҡа рәүештә. □ Вкратце, коротко; сжато. Ҡыҫҡаса яуап биреу. Ҡыҫҡаса әйтеп биреу. Ҡыҫҡаса һөйләу. Я Айбулат уйланып йылмайҙы ла уҙ башынан уткәндәрен ҡыҫҡаса ғына һөйләне. Һ. Дәүләтшина. Оморҙаҡ Фируздең Арыҫлан кешеһе икәнен, ҡоромға нисек килеп эләккәнен, шунан бирле ҡалаға сығырға ҡурҡҡанын ҡыҫҡаса һөйләп бирҙе. Б. Рафиҡов. Әмилә Батырҙың яҙмышын ҡыҫҡаса ғына һөйләп бирҙе. Н. Ғәйетбаев.
ҠЫҪҠАСА II с. ҡар. ҡыҫҡа. Ҡыҫҡаса ацлатма. Ҡыҫҡаса йөкмәтке. Докладтың ҡыҫҡаса һығымтаһы. Я Сержант Шер-бань полигондағы эшкә ҡыҫҡаса йомғаҡ яһаны. Я. Хамматов.
ҠЫҪҠАСА ӘЙТКӘНДӘ (Р: короче говоря; И.: in a nutshell; T.: kısacası) инш.
Эш-хәлдең асылын ҡыҫҡа итеп әйтергә теләгәнде белдерә. □ Короче говоря. Я Ҡыҫҡаса әйткәндә, куҙ алдында кешелек китабына тере тарих яҙыла. М. Ямалетдинов. Ҡалала тороусыларҙың, ҡыҫҡаса әйткәндә,
801