Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V. 802 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠЫҪҠА ТАНАУ
байыраҡ кешеләрҙең, йәй көнөндә күңел асып, хәсрәттәрен баҫып йөрөй торған урындары — баҡсаларҙыр. М. Ғафури.
ҠЫҪҠА ТАНАУ (Р.: рабочая пчела; И.: worker bee; T.: işçi an) и. умарт. диал.
Эшсе ҡорт. □ Рабочая пчела. Ҡыҫҡа танауҙар бал ташый. Ҡыҫҡа танау инә ҡортҡа ҡарағанда бәләкәйерәк.
ҠЫҪҠА ТЕЛ (Р: уздечка короткая; И.: fraenum; T.: dil bağı) и. мед.
Тел аҫты бөрмәһенең тыумыштан ҡыҫҡа булыуы (был осраҡта телдең хәрәкәт итеүе ҡатмарлана). □ Уздечка короткая. Ҡыҫҡа тел тыумыштан була. Ҡыҫҡа телгә операция эшләү.
ҠЫҪҠА ҺУҘЫНҠЫ (Р: краткий гласный звук; И.: short vowel; T.: kısa ünlü) и. лингв.
Әйтелеше (яңғырашы) оҙон булмаған һуҙынҡы өн. □ Краткий гласный звук. ■ Татар, башҡорт телдәрендә оҙон һәм ҡыҫҡа һуҙынҡылар бер төрлө ҡыҫҡа әйтелә. Ж. Кейекбаев.
ҠЫҪҠАҺЫ (Р: словом; И.: in short, in a word; T: kısacası) мөн.
Эш-хәлдең асылын ҡыҫҡа итеп әйтергә теләгәнде белдерә. □ Словом, одним словом. ■ [Алдар:] Ҡыҫҡаһы, һеҙҙең Ағиҙелегеҙгә барып етеп, уны ат йөҙҙөрөп сыҡҡас ҡына, һеҙҙең йәйләүҙәрегеҙ күренгеләй башланы, йәйләү һайын Ҡыҙрас ауылын һораша-һораша барҙым. «Алдар менән Зөһрә». Ҡалһын исемең мәңгегә, ысын һүҙ менән ал атаҡ! Ҡыҫҡаһы: ғәйрәтле бул, ысын һүҙле бул! Был — изге юл. Ш. Бабич.
ҠЫҪҠЫС (Р: клешни; И.: claw; tongs; T.: kıskaç) и.
1. Ҡыҫып тота, ҡыҫып ала торған һәр төрлө ҡорал. □ Клешни; щипцы; бабка; зажим, сжим. Сәс ҡыҫҡыс. Винтлы ҡыҫҡыс. Бормалы ҡыҫҡыс. Таба ҡыҫҡыс. В [Хәмзәнең] ауыҙындағы һүҙен ҡыҫҡыс менән тартып алаһыңмы ни? М. Кәрим. Һәжәр үҙ бүлмәһендә, көндөҙ кәрәсин лампаһын яндырып, шунда ҡыҫҡыс ҡыҙҙырып, сәсен бөҙрәләтеп ултыра ине. Ғ. Хәйри. Әле
генә был әҙәм аҡтығының башын йәнсергә йыйынған тимер ҡыҫҡыс кеүек ҡаты ҡулдар, ҡапыл хәлһеҙләнеп, һалынып төштө. 3. Биишева.
2. Ҡуҙ, торомбаш тота торған ике йәпле ҡорал; йәмкә. □ Клещи; щипцы (для углей). Ҡыҫҡыс менән күмер тотоу. И Ҡөндөҙ ул [самауыр төҙәтеүсе] һүҙһеҙ генә самауыр төҙәтә, ҡула төпләй, ижау яһай, ҡыҫҡыс, йәмкә әтмәләй, ә кис булдымы, китап һандығын аса. Ә. Вахитов. Уның [имән бүкәндең] өҫтөнә осло моронло ҙур ғына суйын түш беркетелгән, шунда уҡ эреле-ваҡлы сүкештәр, оҙон һаплы ҡыҫҡыс ята, тимер-томор киҫәктәре, һүндерелгән күмер өйөп ҡуйылған. Н. Мусин.
3. Ҡыҫып тығыҙландырыу яйланмаһы йәки машинаһы; пресс. □ Пресс. Винтлы ҡыҫҡыс.
4. миф. Яуыз көстәрҙе ҡыуыу магияһын-да ҡулланылған мифлаштырылған предмет. □ Клещи, щипцы для углей (как все металлические предметы, участвуют в отгонной магии). ■ Боҙ яуғанда урамға ҡыҫҡыс ырғыталар. Башҡорт мифологияһынан.
ҠЫҪҠЫСТАР (Р.: клешни; И.: nippers; T.: kıskaç) и. зоол.
Ҡайһы бер ҡыҫала һымаҡтарҙа тотоу ағзалары; эҫкәктәр. □ Клешни. Ҡыҫала ҡыҫҡыстары.
ҠЫҪЛА и. зоол. диал. ҡар. ҡыҫала I, 1. Ҡыҫла ояһы. Ҡыҫла ҡыҫҡысы.
ҠЫҪЛАМ (Р: земли под первые посевы; И.: fallow land for sowing; T.: toprağı açılmış yer) и. а. х.
Сиҙәм асып, бер генә ҡат сәселгән ер. □ Земли под первые посевы (после целинной вспашки). В Трактор ҡыҫлам һөрөп йөрөй. Б. Бикбай. Ни ҡыҫлам, ни сиҙәм түгел ер үҙе килеп тас аҡтамыр була, төрәнгә тығыла, һабан тағы ситкә ҡыйпытып сығып китә, сей ҡала. Ж. Кейекбаев. Егерме икенсе йылда уҡ ғәҙел исемлек төҙөп, йән иҫәбенән сығып, барса сәсеүлек-сабынлыҡтар, сиҙәм-ҡалдау, аслыҡ мәлендә ҡыҫыр ятҡан ҡыҫламдар өр-яңынан бүленгәйне. Ә. Хәкимов.
802