Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V. 804 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠЫҪМА ҠЫҪЫУ
инә бара, уларҙы турап һала, яугирҙары ла батырлыҡта ҡалышмай һуғыша ине. «Алдар менән Зөһрә».
ҠЫҪМА ҠЫҪЫУ (ҡыҫма ҡыҫ-) (Р.: плести циновку; И.: wicker a mat; T.: hasır örmek) ҡ. диал.
Септә үреү. □ Плести циновку. Күмәкләшеп ҡыҫма ҡыҫыу. Ҡыҫма ҡыҫырға барыу.
ҠЫҪМЫР (Р.: жадный; И.: stingy; mean; greedy; T.: açgözlü) с. диал.
Мал-мөлкәтен тотонорға, кешегә бирергә бик ҡыҙғана торған, ҡыҫып тотҡан, үтә һаран; һыҡмыр. □ Жадный, скупой. Ҡыҫмыр ир. ■ [Садиҡов:]Ғүмерҙә булмаған хәл: нисек тиҙ йомшарҙы икән бригадир? Зерә лә ҡыҫмыр, ҡаты кеше, тиҙәр ине. Й. Солтанов.
ҠЫҪРАҠ I с. диал. ҡар. ҡыҫыр. Ҡыҫрак һыйыр.
ҠЫҪРАҠ II (ҡыҫрағы) (Р: конский молодняк; И.: saplings (colts, fillets); T.: tay) u. диал.
1. Йәш йылҡы малы, тай-тулаҡ. □ Конский молодняк. Ҡыҫрактар ойоро. Ҡыҫ-раҡтарҙы ҡыуып ебәреу. Ҡыҫрактарҙы бер урынға йыйыу.
2. Ике йәшлек бейә. □ Двухгодовалая кобыла. Ҡыҫрактар көтөуе.
3. Тана-торпо. □ Двухгодовалые тёлки. Ҡыҫрактарҙы урмандан йыйып алып ҡайтыу.
ҠЫҪТА и. зоол. диал. ҡар. ҡыҫала I, 1. Ҡыҫта ҡыҫҡыстары. Ресторанда ҡыҫта ашау.
ҠЫҪТАҠ (ҡыҫтағы) (Р: притеснение; И.: oppression; T.: baskı) и. иҫк.
Ҡыҫып, ҡыҫтап ирекһеҙләгән, йәберләгән мөнәсәбәт; ҡыҫым. □ Притеснение. Ҡыҫтак куреу. ■ Бикйән ҡышын Бәйембәт ҡартта уҙғарҙы, ҡарттың яҡшылығы арҡаһында ҡыҫтаҡ күрмәне. Әкиәттән.
ҠЫҪТАҠЛАУ (ҡыҫтаҡла-) (Р: принуждать; И.: force; compel; T: zorlamak) ҡ.
Ҡыҫып, ҡыҫтап ирекһеҙләү; көсләү. □ Нажимать на кого, принуждать кого, настаивать на чём. Ҡыҫтаҡлап һойләтеу. Ҡыҫтаҡлап эшләтеү. ■ Турысайҙы ҡыҫ
таҡлап, юрттыра-юрттыра килде [Ырыҫҡол], ҡараңғы төшөугә оло юлдан һулға боролоп, Юшатыр буйындағы Ҡалта ауылына йунәлде. 3. Ураҡсин. Ер аҫты ҡара зиндандан бер көн хан уҙе саҡыртып ала уны [Йәйәуле Мәхмүтте:] «Иң һылыу кинйә ҡыҙымды, ярты ханлығымды бирәм — ярты ғәскәремде ал, ҡаҙаҡ батыры булып ҡал», — тип ҡыҫтаҡлай. Й. Солтанов.
ҠЫҪТАЛДЫРЫУ (ҡыҫталдыр-) ҡ. эйһ. ф. ҡар. ҡыҫталыу 2. безл. от ҡыҫталыу 2. ■ [Раушана:] Ҡыҫталдырҙы, туҙер әмәл юҡ! Б. Рафиҡов.
ҠЫҪТАЛЫУ (ҡыҫтал ) ҡ.
1. төш. ҡар. ҡыҫтау I. страд, от ҡыҫтау I. Ҡыҫталып ҡуйыу. Ҡыҫталып китеү. ■ Уң яҡта — унан-бынан ғына сығарылған, ауырға торған сыуал, турҙә — ҡыҫталып ике кеше генә ятырлыҡ урындыҡ. Н. Мусин. Мостаев та ҡыҫталып, ҡыҫырыҡланып йөрөгәс кенә, бер мөхәррир урынын алды бер гәзит һүнгәс кенә. Ш. Бабич.
2. Кесе ярауға ныҡ етешеү. □ Приспичить по малой нужде. Ҡыҫталып килеу. Ҡыҫталып туҙмәй башлау. ■ «Бәлки, ошо тау-соҡорҙар араһында ҡыҫталып килгән йомошто у шәп булыр», — тип ул [Ишмырҙа Ишбулдин] ситкәрәк китте. Ә. Бикчәнтәев. [Вәзир:] Анау ҡыуаҡ артына барып ҡына киләйемсе, бик ҡыҫталдым. М. Кәрим. Рау-шананың аяҡтары ойоған, етмәһә, ҡыҫталған, шуға ул уҙен ергә төшөрөуҙәрен талап итеп ҡысҡыра башланы. Б. Рафиҡов.
ҠЫҪТАЛЫШЫУ (ҡыҫталыш-) ҡ. урт. ҡар. ҡыҫталыу, взаимн. от ҡыҫталыу. Ҡыҫталышып тороу. ■ Үҙебеҙҙең Ҡыҙыл Армиялар ишектән ҡыҫталышып-ҡыҫталышып инә башланылар. Ғ. Дәүләтшин.
ҠЫҪТАР ТӘҢКӘҺЕ (Р: денежные дары жениха подругам невесты; И.: bridegroom’s pecuniary gifts; T.: gelinin kız arkadaşlarına verilen güvey armağanı) и. этн. диал.
Кейәү тарафынан кәләшенең әхирәттәренә бирелгән аҡсалата бүләктәр. □ Денежные дары жениха подругам невесты. Ҡыҫтар тәңкәһе таратыу. Ҡыҫтар тәңкәһе әҙерләу.
804