Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V. 805 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠЫҪТАУ
ҠЫҪТАТЫУ (ҡыҫтат ) ҡ.
1. йөкм. ҡар. ҡыҫтау I. понуд. от ҡыҫтау I. Бер булмәлә ҡыҫтатыу.
2. Киренән-кире үтенергә, һорарға мәжбүр итеү; инәлтеү. □ Принуждать, заставлять просить, упрашивать. Я Артыҡ ҡыҫтатыуҙы ла көтмәйенсә, ике кеше етеҙ генә уртаға сығып баҫты. Китте көрәш! С. Агиш. Мөхәмәтша ҡарт куңеленән бер-ике кискә ҡалырға ризалашып бөткәйне һәм шартына килтереу өсөн генә әбейенең сырхаулығына һылтанып ҡыҫтата ине. М. Садыҡова. Ир-ат ҡыҫтатмайынса һәр кемгә тәғәйенләнгән урынды алды. Ғ. Хисамов. Ҡарттар һикегә ултырышты һәм хужабикәнең сәй-шәкәренә ҡыҫтатмай ғына урелделәр. С. Шәрипов. Батырйәнов бик асыҡҡайны, ҡыҫтатып ултырманы. Ф. Әсәнов.
ҠЫҪТАТЫШЫУ (ҡыҫтатыш-) ҡ. урт. ҡар. ҡыҫтатыу, взаимн. от ҡыҫтатыу. Я Тыныслыҡ өсөн булғас, барыһы ла: ирҙәр ҙә, ҡатын-ҡыҙҙар ҙа ҡыҫтатышып ултырманылар. Ф. Әсәнов.
ҠЫҪТАУ I (ҡыҫта-) (Р.: уплотнить; И.: compact, consolidate; T.: tıkızlaşmak) ҡ.
1. Tap, бәләкәй урынға көсләп, тығыҙлап һыйҙырыу. □ Уплотнить, плотно заполнять. Йәшниккә ҡыҫтап тултырыу. Сумаҙанға әйберҙәрҙе ҡыҫтап тығыу. ■ Мейескә ҡыҫтап тултырылған юнышҡыға куҙе төшкәс, туҙмәне [Мотаһар], гөш-төрләтеп .. йушкәне тартып асты ла ут төрттө. Й. Солтанов.
2. Көс менән ирекһеҙләп, ҡайҙалыр ҡыҫыу; ҡыҫырыҡлау. □ Вытеснять силой. Ҡыҫтай төшөу. Я Рәзиләнең йөҙ-һыны Таһир куңелендә бик оҙаҡ һаҡланды. Был ҡатын образын бер кем дә ҡыҫтап сығара алманы. М. Хужин. Кундәм тәбиғәтле Вәлимәнең башынан иренә ярарға тырышыу теләге бындай уйҙарҙы тиҙ ук ҡыҫтап сығарҙы. М. Садыҡова. • Ярлыны ярға ҡыҫта. Әйтем. Туҡ бурене тауға табан ҡыҫтама. Әйтем.
3. Ирекһеҙләп ашыҡтырыу, йәһәтләп ҡыуыу. □ Торопить. Ҡыҫтап йөрөу.
Я Әлебай төнө буйы тын бирмәй атын ҡыҫтаған. Риүәйәттән. Атты Файзулла тотҡан. Ул уны ҡыҫтай, йыш ҡына сыбыртҡылап ҡуя. Ғ. Ғүмәр. Бына уларҙың [кирәйҙәрҙең] биш-олтыһы, аттарын ҡыҫ-тай-ҡыҫтай, ике ҙур һарыҡташ араһына килеп инде. Ә. Хәкимов.
4. Нимәлер эшләргә көсләү, ныҡ үтенеү.
□ Упрашивать, уговаривать. Я Директорҙың ҡалырға, ҡунаҡ булырға ҡыҫтауына ҡарамаҫтан, Кусимов юлға ашыҡты. Р. Өмөтбаев. Ҡышҡы һалҡын кистәрҙә ҡунаҡты ҡаланың бер яғынан икенсе яғынаса оҙатып йөрөуе мәшәҡәтле. Шуға йыш ҡына хужа уны [Бел-ланы] уҙ өйөндә ҡунып ҡалырға ҡыҫтап йөҙәтә. М. Садыҡова.
5. Ашарға-эсергә ҡат-ҡат өгөтләү. □ Упрашивать поесть-попить. Я Фәйзуллиндың ҡатыны, ҡаҡсараҡ йөҙлө, зәңгәр куҙле Сания апай, беҙгә сәй яһай, өҫтәлдәге ашамлыҡтарҙы ашарға бигерәк тә мине ҡыҫтай. С. Агиш.
ҠЫҪТАУ II (Р: тесный; И.: close; tight; T: dar) с.
1. һыйыр-һыймаҫтай ҡыҫынҡы; тар; киреһе — иркен. □ Тесный; узкий. Ҡыҫтау урын. Ҡыҫтау ер. Я [Мотаһар:] Һыуҙағы балыҡ, ләмдәге һөлөктәй сағығыҙҙа, быҫҡаҡ ямғырҙан ҡурҡып, ҡыҫтау өйҙә һамҫып ултыраһығыҙмы? Их-ма, егеттәр! Й. Солтанов.
2. Ваҡыт мөмкинлеге әҙ; ашығыс.
□ Спешный. Ҡыҫтау эш. Ҡыҫтау ваҡыт. Я Уны [Арыҫланды] яу яғына ауҙарыу өсөн, шундай ҡыҫтау көндәрҙә лә ваҡыт табып, тубәнһенеу-маҙар тип тормайынса, Килмәк уҙе килгән икән. Ғ. Ибраһимов. Әллә атҡарған яуаплы вазифаһының ҡыҫтау мәле тура килде, әллә, тыйнаҡлығына барып [Фәсхетдин Фәтхетдинович], кеше данына ҡул һонмаҫҡа булды. Ә. Хәкимов.
ҠЫҪТАУ III (Р: тесно; И.: closely; T: sıkışık) р.
1. Тығыҙ, күп. □ Тесно, плотно. Я Ҡайһы йәкшәмбеләрҙә Егор Кулагин, уҙенең эштәре бик ҡыҫтау булғанлыҡтан, Сөнәғәтте лав
805