ҠЫҪТАУ
каға ҡуйып тора. Ж. Кейекбаев. Эше ни тиклем ҡыҫтау булмаһын, Искәндәр ҙә, бер төркөм иптәштәренә ҡушылып, Ағиҙел ярына китте. Ә. Хәкимов.
2. Ашығыс рәүештә. □ Спешно. ■ Ҡуйы-нындағы икмәген алып, атынан төшмәй генә ашарға керешкән был. Ваҡыты ҡыҫтау булған, ти, батшаның. М. Кәрим.
ҠЫҪТАУ IV (ҡыҫта-) (Р.: испытывать родовые схватки; И.: be in labour; feel birth pangs; T: doğum sancısı tutmak) ҡ. диал.
Тулғаҡ тотоу. □ Испытывать родовые схватки. Килен кискә табан ҡыҫтай башланы.
ҠЫҪТАШЫУ (ҡыҫташ-) ҡ. урт. ҡар. ҡыҫтау I, 4. взаимн. от ҡыҫтау I, 4. Я Кешеләр бер-береһенә һылтанып, һин бар ҙа, мин бар, тип ҡыҫташырға тотонғандар. Н. Иҙелбай. Шәрәй ҙә ҡабат ҡыҫташып торманы, алдан әҙерләп ҡуйылған ҡарарҙы уҡырға кереште. Ә. Хәкимов. Кару анһарайҙың ҙур залындағы ултырғыстарға ултырырға бер-береһен ҡыҫташалар. А. Таһиров.
ҠЫҪТЫБЫЙ I (Р.: ҡыҫтыбый; И.: kind of national pastry dish; T: yerel yemek türü) и.
1. кул. Сөсө йәймә эсенә тары бутҡаһы, иҙгән картуф һ. б. ҡыҫтырып әҙерләнгән ашамлыҡ. □ Кыстыбый (национальное блюдо; род пирога с незащипленными краями, начинённого тонким слоем пшённой каши, картофельного пюре и т. п.). Кыҫтыбый ашау. Кыҫтыбый бешереу. ■ Ә мейестә бер табала ҡыҫтыбый, икенсеһендә ҡоймаҡ шыжлап ултыра. Ф. Рәхимғолова. Әсәй иртәнсәк бешереп, бер яғын ғына майлап табаға өйгән ҡоймаҡ, ҡыҫтыбый йәки кәлсә әллә нисә табын ҡунаҡты һыйларға етә. М. Садыҡова. [Бәпес тыуған йортҡа] берәуҙәр — ҡыҙыу табала ҡоймаҡ, икенселәр — бәлеш, өсөн-сөләр — ҡыҫтыбый... тағы әллә нәмәләр, әллә нәмәләр килтерә. М. Кәрим.
2. диал. Эремсек билмәне. □ Творожные вареники. Кыҫтыбыйға эремсек әҙерләу. Кыҫтыбыйға һыу ҡуйыу.
3. кусм. Кәрәккән-кәрәкмәгәнгә ҡыҫылып йөрөүсән кешегә ҡарата әйтелә. □ В каждой бочке затычка (о человеке, вмешивающемся во все дела); тот, кто суёт нос в чужие дела. ■ [Әсәһе — Кинйәгә:] Өлкәндәр һөйләшкәндә, ҡыҫылма, ҡыҫтыбый. Туйһаң, тора башла. Яр. Вәлиев.
ҠЫҪТЫБЫЙ II и. диал. ҡар. һуҡыр шәм. Ҡыҫтыбыйҙы яндырыу. Кыҫтыбый яҡтыһында уҡыу.
ҠЫҪТЫҠ с. диал. ҡар. ҡыҫыҡ I. Кыҫтыҡ ишек. Кыҫтыҡ тәҙрә. Кыҫтыҡ куҙ.
ҠЫҪТЫМБЫЙ и. кул. диал. ҡар. ҡыҫтыбый I, 1. Ҡыҫтымбыйға ҡамыр әҙерләу. Кыҫтымбыйға бутҡа һалыу.
ҠЫҪТЫРҒЫС (Р: зажим; И.: clamp; Т: kıskaç) и.
1. Нимәнелер ҡыҫтырып ҡуя торған нәмә.
□ Зажим; прижим; скрепа, скрепка; прищепка (для белья); закладка. Ҡағыҙ ҡыҫтырғыс. Кер ҡыҫтырғыс һатып алыу. М Илмырҙа Шәрипов өҫтәлендә ятҡан ҡағыҙ ҡыҫтырғыс скрепкаларҙы йә өйөп, йә таратып, аҫҡа ҡарап бер аҙ ултырҙы. Ә. Вәли. [Роман] сыраҡ гөлтләтеп, ҡыҫтырғысҡа ҡуйҙы. Б. Рафиҡов. Үҙе ҡотҡарған ҡыҙҙың көмөш ялатылған сәс ҡыҫтырғысын ҡайтарып бирергә онотҡан Әнуәр автобус артынан йугерә бирҙе лә ауыҙын асып торҙо ла ҡалды. Д. Бүләков.
2. тех. Слесарлыҡ эшендә эшкәртелә торған әйберҙе беркетеп ҡуя торған яйланма. □ Тиски; вайма, струбцина. Параллель ҡыҫтырғыс. Боролма(лы) ҡыҫтырғыс. Пневматик ҡыҫтырғыс. Бормалы ҡыҫтырғыс. Деталде ҡыҫтырғысҡа ҡыҫтырыу.
3. тех. Үткәргестәрҙе машинаға, приборға һ. б. беркетеү өсөн тәғәйенләнгән яйланма; клемма. □ Клемма; зажим. Шыумай торған ҡыҫтырғыс.
4. Уҫал аттарҙың моронон эләктереп бороу өсөн ҡулланылған яйланма; борғос.
□ Закрутка. Атҡа ҡыҫтырғыс ҡыҫтырыу.
ҠЫҪТЫРМА (Р.: пирожок из черёмухи; И.: patty with bird cherry filling; T: idrisli börek) и. кул. диал.
806