ҠЫҪТЫРЫУ
Муйыл бөйөрөгө. □ Пирожок из черёмухи. Ҡыҫтырма бешереу. Ҡыҫтырмаға муйыл тартыу.
ҠЫҪТЫРСЫҠ (ҡыҫтырсығы) (Р.: мужчина, вмешивающийся в женское дело; И.: male interfering with women’s affairs; T.: kadınların işlerine burnunu sokan erkek) и. диал.
Ҡатын-ҡыҙҙар эшенә ҡыҫылыусы ир. □ Мужчина, вмешивающийся в женское дело. Был ир ҡыҫтырсыҡ булып сыҡты.
ҠЫҪТЫРЫЛЫУ (ҡыҫтырыл-) ҡ. төш. ҡар. ҡыҫтырыу, страд, от ҡыҫтырыу. Ҡыҫтырылған итәк. М һайгисеуҙең ярына барып туҡтағас, Ғәйзулла бабай башына туҙ ҡыҫтырылған сырағына ут төрттө. Н. Мусин. Шәһиҙә әбей ошо һуҙҙәрҙе әйтте лә ултырған мендәренең бер ситенә ҡыҫтырылған муҡсайын сығарып ҡутарҙы. Һ. Дәүләтшина. Ҡәуи, ҡултығына ҡыҫтырылған ҡағыҙ төрөмөн hymen, кургәҙмә таҡтаға беркетте. Ғ. Лоҡманов. [Ғаяздың] өләсәһе тәҙрә башына ҡыҫтырылған бәкене алып, беләугә яный башланымы, уҙенән-уҙе илағы килә башлай. Ш. Янбаев.
ҠЫҪТЫРЫУ (ҡыҫтыр-) (Р: прижать; И.: clamp; press; pinch; T.: kıstırmak) ҡ.
1. Нимәнеңдер ике араһына ҡалдырып ҡыҫыу. □ Прижать, придавить, прищемить. Бармаҡты ишеккә ҡыҫтырыу. ■ Фәузиә бер көндө эштә ҡулын станокҡа ҡыҫтыра яҙҙы. М. Садыҡова. • Ат аяғын дағалағанда, тәлмәрйен ботон ҡыҫтырған. Мәҡәл.
2. Ике араға тығыу. □ Совать, всовывать, засовывать. Аҫҡа ҡыҫтырыу. Ярыҡҡа ҡыҫтырыу. ■ Өсөнсө көнөн Алпамыша аждаһаның аҙаҡҡы башын өҙөп алып, тураҡлап, ҙур бер таш аҫтына ҡыҫтырып ҡуя. «Алпамыша». Ҡулымды [Оло инәйемдең камзул кеҫәһенә] тығыуым булды, дәу генә ике өрөк усыма килеп тә эләкте. Береһен шунда уҡ уртыма ҡыҫтырып ҡуйҙым. М. Кәрим. Куперҙе уткәс, Саҙрый уҙҙәренең ихатаһына инеп, солан ситәненә ҡыҫтырып ҡуйған хушбуй менән косынканы алып, салбар кеҫәһенә тыҡты. И. Ғиззәтуллин.
Исмәғил гәзитте тиҙ генә китап араһына ҡыҫтырҙы. Яр. Вәлиев. • Яҡшы эшкә тапсыҡ ҡыҫтырма. Мәҡәл. Телеңә урын тапмаһаң, тешеңә ҡыҫтыр! Мәҡәл.
3. Бөтәһен бергә беркетеп ҡуйыу.
□ Скреплять. Документтарҙы ҡыҫтырғыс менән ҡыҫтырып ҡуйыу.
4. Билғау, ҡултыҡ араһына, ҡанат оҫ-тына тығыу. □ Совать, всовывать, засовывать (за пояс, под мышку, под крылья). Ҡыҫтырып йөрөу. Ҡыҫтырып ебәреу. Ҡултыҡҡа папка ҡыҫтырыу. V [Алдар:] Унан һаҙағымдан дурт уҡ һурып алып билбауыма ҡыҫтырҙым да, һаҙағымды эйәр ҡашына элеп, ҡылысымды ғына тағып алдым. «Алдар менән Зөһрә». [Туғанов] буш тоҡто ҡултыҡ аҫтына ҡыҫтырҙы ла тиҙ-тиҙ атлап ауылға инде. А. Таһиров. Әҙме-купме ваҡыт уткәндер, Шаһғәлиҙең ҡартәсәһе, ҡултығына төйөнсөк ҡыҫтырып, медпункт яғына ҡарай атлай ине инде. Ш. Янбаев. Ыҫылдама бикәр муйын һуҙып, суҡыш осоңдо ла һелкетмә. Тик кенә ят, һуҙма суҡышыңды, ҡанат аҫтарыңа ҡыҫтырып. Ш. Бабич.
5. Нимәнеңдер остарын йыйып тығыу.
□ Подтыкать, подбирать. Ҡыҫтырып сығыу. Ҡулдәктең итәген ҡыҫтырыу. Сәсте ҡыҫтырып ҡуйыу. Н Кулдәк итәктәрен ыштан бөрмәләренә ҡыҫтырған, еңдәрен терһәктән һыҙғанған ҡатын-ҡыҙҙар йу-герә-атлай кәлтә бәйләй. Ғ. Лоҡманов. Әбей .. һутелеп киткән таҫтарын йунәтеп бәйләп, осон эйәк аҫтына ҡыҫтыра-ҡыҫтыра, алт-мыштан уҙған булыуына ҡарамай, теҙелеп торған аҡ тештәрен курһәтеп көлә-көлә ҡыуанды. Һ. Дәүләтшина. Йомошомдо әйткәс, Разия апай тороп ултырҙы, туҙғып сыҡҡан сәстәрен яулығы аҫтына рәтләп ҡыҫтырҙы. Н. Мусин.
6. һөйл. Кемделер йәки нимәнелер исемлеккә теркәү, берәй нәмәгә ҡатнаштырыу.
□ Включать в какой-л. список. Куршеһен исемлеккә ҡыҫтырып ебәрҙе.
7. кусм. Һөйләп торғанда йәки яҙып барғанда ниндәйҙер һүҙ, фекер әйтеү, араға урынлы-урынһыҙ ниҙер ҡатыштырыу.
807